-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 09:31

Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә

Октябрҙең тәүге көнөндә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнеп, ошо йәһәттән өлкән йәштәгеләрҙе бер аҙға булһа ла бөтә мәшәҡәттәрҙән арындырып, йылы ҡараш, иғтибар, хөрмәт күрһәтеү йөҙөнән Красноусол мәҙәниәт һарайында ла йыр-моң менән байытылған байрам сараһы үтте.

Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә
Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә

Алып барыусылар Елена Николаева менән Фәнзил Ғәлин байрам тантанаһын асып, оло йәштәгеләргә тыныс, бәрәкәтле тормош, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләнеләр.
Тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмоваға бирелеп, ул район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән изге теләктәрен еткерҙе: “Беҙ еңел булмаған осор кисерәбеҙ. Мобилизацияланған егеттәребеҙ өсөн һәр кем ҡайғыра, борсола. Әммә илде һаҡларға кәрәк. Ауыр ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә, беҙгә ныҡ булырға кәрәк. Районда Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова етәкселегендәге ветерандар советы һәйбәт эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Ағинәйҙәр”, “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаларының ярҙамы ҙур. Кемдер доға, хат, кәрәкле һүҙҙәр менән ҡулдан килгәнсә егеттәребеҙгә ярҙам итәйек. Барыһы ла һәйбәт булыуын теләйем, бөтәгеҙ ҙә һау-сәләмәт булығыҙ”, - тине.
Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова үҙ сығышында барлыҡ ветерандарҙы байрам менән ҡотланы һәм изге теләктәрен әйтеп үтте.
- Мин үҙебеҙҙең ветерандар менән ғорурланам. Районда 10 мең тирәһе ветеран һәм пенсио-нер йәшәй. Шуларҙың өсәүһе - Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уларҙың береһенә 100 булһа, икенсеһенә - 98, өсөнсөһөнә – 96 йәш. Тыл эшсәндәре, һуғыш ветерандарының тол ҡатындары бар, 1647 кеше “һуғыш балалары” статусын йөрөтә. Ветерандарыбыҙ өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. туризм” программаһы эшләп килә. Быйыл 94 кеше Өфө ҡалаһына сәйәхәт ҡылды. Ветерандарыбыҙ һәр яҡлап та сәләмәт тормош алып бара. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай дәүләт тә ярҙам күрһәтергә тырыша. Мобилизацияланған улдарыбыҙға ярҙам итеү йөҙөнән “Өләсәйҙәр хәстәрлеге” акцияһы иғлан иттек. Еңеү беҙҙең яҡта булырына ышанабыҙ. Булғанығыҙ өсөн рәхмәт, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ, оҙон ғүмер насип булһын һеҙгә, - тип тамамланы үҙенең сығышын Эльвира Әнүәр ҡыҙы.
Район мәҙәниәт һарайы артистары Елена Николаева менән Ҡадир Ишбулдиндың, Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлиндың, һәүәҫкәр йырсы Рәмил Сәйфуллиндың, Елена Рябова етәкселегендәге район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренән торған “Усолочка” йыр ансамбленең йыр-моңдары, “Байыҡ” республика балалар конкурсы лауреаты Илшат Ҡотовтың “Бишбармаҡ”, Илшат Хәбибуллиндың “Үҫәргән байығы”, Гөлдәр Әбелғужина менән Замир Тайсиндың, “Айгүзәл” ансамбленең “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Эксклюзив” ансамбленең “Балалайка” бейеүе, Рәмил Ғимрани, Алик Шәмситов, Рәмил Сәйфуллин, Наил Вәлиевтың баянсылар квартеты, Илнур Ғөбәйҙуллиндың ҡурайҙа, Данир Мәсәлимовтың думбырала уйнауы ололар күңеленә хуш килде. Сарала өлкәндәр хәтер яңыртып, йыр өҙөктәре аша киноларҙы иҫкә төшөрҙөләр, иҫтәлектәрҙе байытып экран аша архив фотоларын ҡаранылар. Барыһы ла ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, “илебеҙ генә тыныс булһын” тигән теләктә таралышты байрам сараһынан.

Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә
Өлкәндәргә йыр-моң бүләккә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в