-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь , 16:20

Изге ниәт менән

Ошо көндәрҙә "Мәрйәм" мәсетендә күркәм сара үтте. Ауыл халҡы мобилизация буйынса хеҙмәткә киткән ир-егеттәребеҙҙең иҫәнлегенә, илебеҙҙә тыныслыҡтың тиҙерәк урынлашыуына арналған Ҡорбан салыу мәжлесенә йыйылды. Ҡорбанлыҡты Наилә һәм Ринат Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе салдырған ине.

Изге ниәт менән
Изге ниәт менән

Өҫтәлгә һәр кем ризыҡ алып килгән ине. Ауыл хакимиәте былау бешереүҙе ойошторҙо. Уны Зөлфиә Ниғмәтуллина менән Флүзә Әхмәрова әҙерләне. Ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, китапхана, "Әхирәттәр" клубы ағзалары табын йыйып, Ф.Нәзирова былау өсөн ризыҡтар килтерҙе.
Килгән кешеләр, килә алмағандар ҙа "Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам ит" акцияһына ҡушылып, аҡсалата ла, әйбер менән дә ярҙам күрһәтте. Хатта ситтән дә әйбер ебәреүселәр булды. Ә Риф Абсаттаров ағай үҙе ҙур посылка йыйған. Уға һәр ҡылған изге ғәмәлдәре өсөн бар халыҡ рәхмәт уҡый һәм иҫәнлектәр теләй.
Риф ағай ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына, ғаиләләренең именлегенә, һуғыштарҙың тиҙерәк бөтөүенә доғалар уҡыны. "Бөгөнгө көндә бындай саралар бик кәрәк. Бына ошолай мәсеткә йома көндәрҙә лә йыйылһаҡ, яҡшы булыр ине," - тине ул. Һуңынан былау ашап, сәйҙәр эсеп, теләктәребеҙҙең ҡабул булыуына ышанып, рәхмәттәр әйтеп таралды халыҡ. Ҡорбан аштары күп балалы ғаиләләргә, өлкән йәштәгеләргә лә бирелде.
Ошо изге маҡсатыбыҙға ҡушылған һәр кемгә рәхмәт, сауаптары насип булһын, Аллаһы Тәғәләнең ризалығына теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын.
Ауыл хакимиәте башлығы Юнир Зиннур улы Әхмәровҡа ла хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт. Йыйылған аҡса һәм башҡа әйберҙәр ошо көндәрҙә тәғәйен урындарға ебәрелер, Игенйылға сайтында теүәл мәғлүмәт бирелер.

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Игенйылға ауылы.

Изге ниәт менән
Изге ниәт менән
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в