-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь , 14:35

Тәмәкенән алыҫ тор!

Ноябрҙең өсөнсө кесе йомаһында Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Быйыл был көн 17 ноябргә тура килә.

Тәмәкенән алыҫ тор!
Тәмәкенән алыҫ тор!

Уның маҡсаты – был зарарлы ғәҙәттең таралыуын кәметеү, шулай уҡ тәмәке тартыу менән көрәшкә төрлө ойошмаларҙы, социаль ҡатламдарҙы, төрлө белгеслек табиптарын йәлеп итеү, граждандарға тәмәке тартыуҙың зыяны хаҡында күберәк мәғлүмәт биреү.
Рәсәйҙә тәмәке тартыу менән бәйле сәбәптәр арҡаһында йыл да 300 мең тирәһе кеше ваҡытынан алда донъя ҡуя. Был юл-транспорт ваҡиғаларында, наркотиктарҙан һәм СПИД-тан үлеүҙән дә күберәк. Тәмәкене ташлау еңел түгел. Сөнки никотин үҙенә көслө бәйлелек тыуҙыра.
Тәмәкене ҡасан ташлаһаң да, һаулыҡ өсөн бик күп өҫтөнлөк алырға мөмкин. 30-35 йәштә ташлағандарҙың ғүмер оҙайлылығы бер ҡасан да тартмаған кешеләр кеүек үк була. Тәмәке тартыусыларҙың өстән ике өлөшө, тәмәкенең зыяны ҙур түгел, тигән яңылыш фекерҙә, уларҙың бик әҙҙәре генә тәмәкене ташларға теләй. Кешене тартмаҫҡа мәжбүр итеп булмай. Ташлағандар иһә бары тик үҙе ныҡ теләгәнгә ташлаған.
Тәмәкене ташлау, эйе, бик ауыр, әммә мөмкин, хатта дарыуһыҙ ҙа. Тартыуҙы ташлағандарҙың күптәре быны бүтәндәр ярҙамынан тыш эшләгән.
Тәмәкене ташларға теләүселәргә кәңәштәр:
1. Тәмәкенән мөмкин тиклем алыҫ булығыҙ:
- өйҙә, эштә, машинала булған барлыҡ тәмәкенән арынығыҙ;
- тәмәке тартҡанда ҡулланған шырпы, ҡабыҙғыс, тәмәке һауыты кеүек әйберҙәрҙән арынығыҙ;
- тәмәке еҫе сыҡҡан кейемде, башҡа әйберҙәрҙе йыуығыҙ;
- тәмәке тартып ҡуйыу ихтималлығы булған урындарҙы, ваҡиғаларҙы урап үтергә тырышығыҙ.
2. Яҡын кешеләрегеҙҙең, таныштарығыҙҙың ярҙамына таянығыҙ:
- туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға тәмәке ташлауығыҙҙы әйтегеҙ;
- таныштарығыҙҙан һеҙҙең эргәлә тәмәке тартмауын һәм һеҙгә тәмәке тәҡдим итмәүен һорағыҙ;
- тартыуҙы ташлай алған кешеләр менән аралашығыҙ. Үҙҙәрен нисек тойоуҙарын, ниндәй файҙаһы булғанын һорашығыҙ. Был һеҙгә лә этәргес бирер.
3. Бүтән нәмәләргә диҡҡәт бирегеҙ:
- музыка тыңлағыҙ;
- саф һауала йөрөгөҙ;
- спорт менән шөғөлләнегеҙ.
4. Тәмәкегә зыянһыҙ алмаш табығыҙ:
- тәмәке тартҡы килеү менән ҡулығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы әүрәтерҙәй шөғөл табығыҙ: теш таҙартыу таяҡсаларын, һыу һурғыс көпшәләрҙе файҙаланығыҙ;
- ҡул аҫтында эспандер тотоғоҙ;
- ашағандан һуң тартырға ғәҙәтләнгән булһағыҙ, ризыҡланып бөткәс тә нимә эшләйәсәгегеҙҙе алдан уйлағыҙ.
5. Стресты баҫыуҙың һөҙөмтәле ысулдарын табығыҙ:
Йыш ҡына тәмәкеселәр тулҡынландырғыс һәм стреслы хәлдәрҙә тәмәкегә үрелә. Стресты бөтөрөүҙең төрлө ысулдарын ҡулланып ҡарап, үҙегеҙгә тап килгәнен табығыҙ:
- тын алыу күнекмәләре;
- мускулдарҙы йомшартыуға иҫәпләнгән күнекмәләр;
- йога;
- массаж;
- тынысландырғыс музыка тыңлау.
Шулай уҡ тормошта стреслы осраҡтарҙы мөмкин тиклем кәметергә тырышығыҙ: йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ. Эргә-тирәлә көсөргәнешле хәлдәр әҙерәк булған һайын тәмәке тартҡы килеү теләге лә әҙерәк булыр.
Евгения ВАСИЛЬЕВА,
“Башҡортостан Республикаһында Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” ФБУЗ-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы
табип-эпидемиологы.

Тәмәкенән алыҫ тор!
Тәмәкенән алыҫ тор!
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в