-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь , 14:50

Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Шәхси эшҡыуар Фоминдарҙың икмәк бешереү цехында икмәк бешереү оҫтаһы булып танылған Юнира Монасипованың хеҙмәт стажы 10 йыл. Ә.Х.Фәйзуллиндың икмәкханаһында бәлештәр, сәк-сәк, артабан икмәк бешереүсе булып хеҙмәт юлын башлай, хәҙер был предприятиела яратҡан эшен дауам итә ул.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы
Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Юлыҡ ауылында Гөлира менән Миңлебай Насировтарҙың күмәк – алты балалы ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән инәһенең ҙур ярҙамсыһы булып буй еткерә. Ҡыҙына икмәк бешереү серҙәрен өйрәткән инәһенең эштән ҡайтыуына бынамын тигән итеп икмәк һалып ҡуя. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә башҡа ҡамыр ризыҡтарын бешерергә лә оҫтарған ҡыҙ.
Донъя көткәндә ҡатын-ҡыҙ өсөн бик тә кәрәкле булған икмәк бешереүгә төшөнөп, 6-сы класта уҡығанда уҡ икмәк һала башлаған Юнира икмәк бешереүсе һөнәрен ғүмерлек һөнәре итеп һайлаған. Һәм үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнгән. Һеңлеһе Гөлнура ла апаһы янына эшкә килеп, бер сменала эшләйҙәр.
Юнира Миңлебай ҡыҙы тормош иптәше Илдар Айытбай улы менән Искәндәр (14 йәш), Ильяс (10 йәш), Замир (5 йәш) исемле уландар үҫтерәләр. Ғаиләһен дә тәмле-тәмле икмәктәре, бәлештәре менән һыйлай. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе лә үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуына ишаралай.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы
Үҙ һөнәренең оҫтаһы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в