-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь , 17:50

Һалдаттарға - посылкалар

Ошо көндәрҙә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 6 “А” класы Украинала барған хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйып, М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына тапшырҙы.

Һалдаттарға - посылкалар
Һалдаттарға - посылкалар

“Ил төкөрһә, күл була”, тигәндәй, уҡыусыларҙың ярҙамы мобилизацияланған егеттәргә тыуған яҡ сәләме булып барып етеп, уларҙы Еңеүгә әйҙәп торасаҡ. Әлеге ваҡытта ла һәр ауылда ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән посылкалар әҙерләп ебәрелә. Кемдер йылы әйберҙәр әҙерләй, ойоҡбаш-бирсәткәләр бәйләй, бәғзе уңғанбикәләр киптерелгән ҡоротон ебәрә. Был изге эштән Шайморатов класы ла ситтә ҡалмаҫҡа булған.
- Атай-әсәйҙәр менән кәңәшләшкәс, тәрбиәсебеҙ Луиза Флүр ҡыҙы менән класс уҡыусылары килтергән әйберҙәрҙе ҡатырға ҡумталарға йыя барҙыҡ. Балалар шул тиклем ҙур теләк менән әйберҙәр килтерҙеләр. Һуңынан уларҙы айырып бүлеп тултырҙыҡ. Бында ла улар ихлас ҡатнашты. Шулай уҡ улар һалдаттарға йөрәк йылыһын һалып хаттар ҙа яҙған ине. Йәшниктәрҙе тултырып, әҙерләп бөткәс, класс менән ирекмәндәр штабына алып килдек. Хатта йәшниктәрҙе алып кергәндә лә һәр кем үҙе тоторға тырышты, үҙ ярҙамын индерергә ашыҡты. Шулай уҡ беҙҙең класс уҡыу яғынан да һынатмай, гимназияла беренсе сиректә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, директорыбыҙ Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипованың Маҡтау ҡағыҙына ла лайыҡ булды, - тип был изге эш тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй класс етәксеһе Раушания Әхнәф ҡыҙы Рафиҡова.
Эйе, һәр кем ҡулдан килгәнсә ярҙам итһә, ил именлеген һаҡларға киткән һалдаттарға еңел һәм тыныс буласағына шик юҡ. Ә изге эш күрһәткән Шайморатовсылар класын хупларға ғына ҡала. Уларға башҡалар ҙа ҡушылыр, моғайын.

Һалдаттарға - посылкалар
Һалдаттарға - посылкалар
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в