-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь , 15:40

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн спорт залдарында

Халыҡтар берҙәмлеге көнө спорт сараларына бай булды. Районыбыҙ спортсылары байрамды спорт залдарында үткәрҙе. Спорт бәйгеләрен район хакимиәтенең спорт комитеты ойоштороп уҙғарҙы.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн спорт залдарында
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн спорт залдарында

4 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса район-ара турнир үтһә, 5 ноябрҙә үҫмерҙәр һәм егеттәр командалары мини-футбол буйынса үҙ-ара көс һынашты.
Ойоштороусылар волейбол турнирында йәш сикләүен ҡуйманы, шуға ла командалар составы төрлөсә булды. Район үҙәгенең мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙары үҙҙәренең йыйылма командаһында сығыш яһаһа, уларҙан тыш Ғафури өлкәнерәк йәштәге волейболсылар командаһы ла ҡатнашты. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансыҡтарында беҙҙең ике команда һәм спорт байрамы ҡунаҡтары – Салауат һәм Ишембай ҡалаларынан йыйылма командалар сәмләнешеп көс һынашты. Уйындар әйләнеш системаһы буйынса, йәғни еңеүселәр һәм призлы урындар йыйылған мәрәйҙәр иҫәбенә ҡарап билдәләнде. Осрашыуҙар барышында үҙ-ара дуҫтарса мөхит хөкөм һөрөүгә ҡарамаҫтан, майҙансыҡта сәмселлек – бер кемдең дә бирешергә теләмәүе асыҡ сағылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙекеләргә бәхет йылмайманы, турнир Салауат ҡалаһы ҡыҙҙарының еңеүе менән тамамланды. Ғафури йыйылма командаһы – 2-се, ишембайҙар 3-сө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар миҙал, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Вил Үтәғолов спортсыларҙы Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы һәм командаларға район хакимиәте спорт комитетының бүләктәрен тапшырҙы. Ғафури йыйылма командаһының һөжүм итеүсеһе, турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип табылған Рушана Насирова ла үҙенә тәғәйен бүләген алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
5 ноябрҙә “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы районыбыҙ футболсыларын үҙенә йыйҙы. Мини-футбол буйынса ярыштарҙа Красноусолдан биш команда: “Самарка”, “Самарка-2”, “Барс”, “Легион”, “Стартап-2007” ҡатнашты. Сәмле ярыштарҙың һөҙөмтәләре буйынса “Самарка” футбол командаһы 1-се урынға лайыҡ булды. “Барс”тар – 2-се, “Легион” футболсылары - 3-сө урында. “Самарка-2” менән “Стартап-2007” командалары 4-5-се урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы, ярыштар судьяһы Антон Штадлер ярыштарға йомғаҡ яһап, еңеүсе һәм призлы урындар яулаусы командаларҙы байрам менән тәбрикләне һәм миҙал, Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн спорт залдарында
Халыҡтар берҙәмлеге көнөн спорт залдарында
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в