-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь , 09:30

Эфирҙа - Ғафури телевидениеһы!

Тап ике йыл элек районыбыҙ тарихында тәүге тапҡыр “Ғафури-ТВ телеканалы үҙ эшен башлағайны. Телеканал “Башҡортостан” ТРК ДУП-ы “Сәләм” телеканалының муниципаль һәм урындағы телестудиялар берекмәләренең яңы партнеры булараҡ, федераль һәм республика етәкселегенең ярҙамы менән асылды.

Эфирҙа - Ғафури телевидениеһы!
Эфирҙа - Ғафури телевидениеһы!

Телеканалдың етәксеһе Артур Вәсим улы Ғафаров үҙенең хеҙмәттәштәре – видеомонтажсы Гүзәл Шаһиморатова, видеооператор-монтажсы Алһыу Ғафарова, журналист Рузанна Мортазина, алып барыусылар Рәйсә Монасипова, Фәнзил Ғәлин менән асылғандан алып, ике йыл эсендә районыбыҙ тормошон, унда үткән сараларҙы, хеҙмәт алдынғыларын, ветерандарын, яҡшы кешеләр, татыу ғаиләләр, оҫталарҙы эфир аша башҡаларға күрһәтеүгә өлгәште. Быйыл “Ғафури-ТВ” телеканалы хеҙмәт уңыштары өсөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының Рәхмәт хатына, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Йәш команда бөгөн дә район тормошон яҡтыртып, профессиональ яҡтан үҫешеп, квалификацияларын күтәреп, яңы ҡараш менән маҡсатҡа ирешеп, алға ынтылып эшләй. Шулай уҡ “зәңгәр экран”дан тыш үҙ сайттарында “Бәйләнештә” һәм “Телеграмм”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә лә район тормошондағы яңылыҡтарҙы яҡтырта баралар.

Эфирҙа - Ғафури телевидениеһы!
Эфирҙа - Ғафури телевидениеһы!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в