+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2022, 12:25

Иҫәпле донъяла ҡот һәм бәрәкәт бар

Ай аҙаҡтары етһә, әсәйем ҡул менән баҫа торған машинкаһын алып ҡайта ла, беҙҙе йоҡлатҡас, эшенә ултыра ине. Әүен баҙарына киткәнсе лә, иртән уянғас та туҡылдау тауышын бер ни тиклем тыңлап ятаһың әле. Ҡайһы арала серем итеп алған, уныһын үҙенән башҡа берәү ҙә белмәй. Иртәнән кискә тиклем, көн оҙонона колхозда бухгалтер булып эшләгән гүзәл заттарҙың йәшәү рәүеше шулай, эш менән өй мәшәҡәте араһында уҙыуын үҙҙәре был өлкәлә хеҙмәт итеүселәр генә аңлағандыр ул мәлдә.

Иҫәпле донъяла ҡот һәм бәрәкәт бар
Иҫәпле донъяла ҡот һәм бәрәкәт бар

Рүзилә Зәйнетдинова (1980 йылда) һәм Заһира Сәфәрғолова (1985 йылда) Йоматау техникумын, Миңлегөл Кәримова (1967 йылда) һәм Гөлира Кинйәғолова (1984 йылда) Ҡырмыҫҡалы училищеһын тамамлап “Мағаш” колхозына эшкә киләләр. 1997 йылға тик-лем, һуңғы арауыҡта йылдар дауамында эш хаҡы алмаһалар ҙа, берҙәм хужалыҡ тарҡалып бөткәнсе, дүрт бухгалтер бер бөтөн һәм бер төптән булып халыҡҡа хеҙмәт иттеләр.
Ауылда барыһы ла күҙ менән ҡаш араһындағы кеүек. Яҡшы эштәрең, күркәм холҡоң менән үҙеңде күрһәтмәһәң, ауылдаштарыңдың ихтирамын боғаҙ ярып һорап та, һатып алып та булмай. Элекке бухгалтерҙар ҙа юлыҡтар тарафынан үҙҙәренә ҡарата булған ҡәҙер-хөрмәтте бар яҡлап та хәләл көстәре менән яулап алғандар. Иҫәпле тормошта ҡот та, бәрәкәт тә бар, тиҙәр бит. Хәйер, был һөнәр эйәләренең булмыштарына тыйнаҡлыҡ, зирәклек, отҡорлоҡ хас инде былай ҙа. Бөгөнгө көндә барыһы ла ғаилә усағын дөрләтеп тотоу-сы уңған хужабикә, балаларына яҡшы тәрбиә биргән әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәйҙәре.
Миңлегөл Әғзәм ҡыҙы Ибраһим ауылынан килен булып төшә. Рамаҙан Мостафа улы менән 55 йылға яҡын бергә ғүмер кисерәләр. Биш балаға ғүмер бирәләр. “Ялан эшселәренең бухгалтеры булып эшләнем. Башҡа хеҙмәттәштәрем ауырыһа, декрет ялына китһә, уларҙың эштәрен дә үҙемә ала инем. Дүрт ауыл бер колхоз булып торғанда, Һабай ауылы осонда, беҙҙең ауылдан өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бинаға көн дә эшкә йөрөнөк. Ҡышын көрт кисеп йөрөп бәлтә, тундарыбыҙҙың яртыһы боҙланып туңып бөтә ине. Шулай булһа ла, зарланмай, үҙ эшебеҙҙе яратып, намыҫ менән башҡарҙыҡ”, - ти хеҙмәт ветераны хәтирәләргә бирелеп.
Рүзилә Зәйнетдин ҡыҙы Ғилман Вилдан улы менән 45 йыл бергә ғүмер юлы үткәндәр. Дүрт бала үҫтерҙеләр. Бухгалтер-кассир булараҡ, күп ваҡыт Красноусолға йә колхозсыларҙың эш хаҡын алырға, йә отчет менән йөрөргә тура килә. “Һикһәненсе йылдар башы ине. Банктан бер сумка аҡса алып сығыуға, минең менән килгән водитель беҙҙе күҙәтеүҙәре хаҡында әйтте. Бөйөк Ватан һуғышында дош-манды еңеп ҡайтҡан Фәүзи Хәсәнов ағайҙың һиҫкәнеүе, ысынлап та, бушҡа булмауын район үҙәгенән сығып әҙерәк юл үтеү менән үк аңланыҡ. Бер нисә саҡрым ҙур тиҙлектә барып, эҙ яҙлыҡтырып маташтыҡ. Килеп сыҡманы. Машиналар әҙ йөрөгән ерҙә ҡыуып етеп, юлға арҡыры төштөләр. Яу яланын үткән кеше был юлы ла аҙап ҡалманы. Юлдың ситенән, оса яҙып, ҡырлап үтеп киттек. Шунан һуң, ҡара эштәре килеп сыҡмауына төшөнгән юлбаҫарҙар артабан беҙҙе эҙәрлекләмәне. Уларҙан тулыһынса ҡотолоуыбыҙҙы аңлағас, Фәүзи ағай: “Һинең йәш балаларың хаҡына был тоҙаҡтан иҫән ҡалғанбыҙҙыр, ҡыҙым”, - тип еңел һулап ҡуйҙы”, - ти юл мажараларын иҫләп.
Механизаторлыҡ буйынса иҫәп-хисапты алып барған Гөлирә Ғәлимйән ҡыҙы Мөхәмәтгәрәй Миңлебай улы менән бер ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Яҡын-тирәлә уларҙы иң күп һыйыр малы аҫраған, тырыш, уңған ғаилә тип беләләр. “Халыҡ менән һәр ваҡыт бергә булдыҡ. Ҡушһалар, был беҙгә ҡағылмай, вазифама инмәй, тип бер эштән дә баш тартманыҡ. Йыл һайын гектарлап сөгөлдөр утарға бүлеп бирәләр ине. Баҫыуға ғаилә ағзаларыбыҙ менән йөрөнөк. Балаларыбыҙ ҙа бәләкәй саҡтарынан ҡул араһына кереп, үҙ аллы булып үҫтеләр”, - ти Гөлирә Ғәлимйән ҡыҙы.
Заһира Сафуан ҡыҙы Әхтәрйән Әйүп улы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Йәш кенә килеш тол ҡалып, донъя йөгөн бер үҙе тартып, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы. Әлеге ваҡытта ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә ҙур терәк-таяныс булып тора. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, оҙаҡ йылдар һатыусы булараҡ ауыл халҡын хеҙмәтләндерҙе. “Беҙҙең коллектив һәр ваҡыт дуҫ, берҙәм булыуы менән айырылып торҙо. Беҙ эшләгән дәүерҙәге баш бухгалтерҙар Кәшфулла Сөнәғәт улы, Рабиға Фәррәх ҡыҙы, Зөлфиә Тимерйән ҡыҙынан уңдыҡ тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Ҡауарҙы, Юлыҡ, Һабай, Аҡташ ауылдары менән бер хужалыҡ булып эшләгән саҡтағы Венера Ғәзизова, Флүзә Ихсанова, Гәүһәр Йәнешева менән әле лә бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Юбилейҙарыбыҙға саҡырышып, ҡыуаныс-шатлыҡтарыбыҙҙы ур-таҡлашып торабыҙ”, - ти элекке баш бухгалтерҙарҙың береһе Заһира Сафуан ҡыҙы.
Һәр ваҡыт ыҫпай күлдәк, йә килешле блузка менән итәк кейгән, матур-матур прическаларҙа йөрөгән эшлекле ханымдар булып колхоз дәүерендә эшләгәндәрҙең хәтерендә ҡалған был дүрт гүзәл ханым. Әле лә ваҡыт ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә йәшәгән мөләйем, һоҡланғыс заттар улар.
Рәзинә Зәйнетдинова.
Юлыҡ ауылы.

Иҫәпле донъяла ҡот һәм бәрәкәт бар
Иҫәпле донъяла ҡот һәм бәрәкәт бар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: