-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь , 11:25

“Нөктә ТВ”ның уңыштары

Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “НөктәТВ” телестудияһы әле йәш. Шулай булһа ла районыбыҙҙа ғына түгел, респуб-лика кимәлендә лә танылыу табып өлгөрҙө. Уҙған йыл республика милли мәктәп телестудиялары араһында үткәрелгән “Тамыр селтәре” проекты сиктәрендә 1-се урын яуланы - был ҙур ҡаҙаныш.

“Нөктә ТВ”ның уңыштары
“Нөктә ТВ”ның уңыштары

“НөктәТВ” телестудияһының ҡабатланмаҫ йөҙө һәм бөгөнгө көндә бихисап сюжеттар, ижтимағи роликтар, әкиәттәр туплаған үҙ тәжрибәһе бар. Асылғандан алып бында талантлы, тырыш, ижади ҡарашлы уҡыусылар шөғөлләнә. Телестудия уларҙың һәләттәрен тағы ла сағыуыраҡ асырға булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Зарина Рәхимова һәм Наҙгөл Ғәзизова - оҫта оператор булып танылһа, Алһыу Ғәлимова менән Алмаз Ҡоҙайғолов - алмаштырғыһыҙ алып барыусылар. Анелия Рафиҡова, Тимербулат Арыҫланов, Дим Рәхимов, Залина Саҙрыева, Данис Ишкин, Урал Басиров, Илмира Ғәлиәхмәтоваға ҙур өмөттәр бағлап торабыҙ – улар әлегә телестудия эсендәге төрлө һөнәрҙәрҙә үҙҙәрен һынап ҡарайҙар, бөгөнгө тамашасыны ылыҡтыра алырлыҡ сюжеттар тәҡдим итәләр, текст төҙөү, монтажлау, сценарий яҙыу кеүек эштәрҙе лә берҙәй башҡаралар.
Башҡорт телен үҫтереү, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, гимназияла уҙған милли-мәҙәни сараларҙы яҡтыртыу - төп бурысыбыҙ булыуын һәр шөғөлләнеүсе уҡыусы аңлай. Иң уңышлы сюжеттарыбыҙҙы “Тамыр” телеканалының “Тау-тау хәбәр” тапшырыуында даими күрергә мөмкин. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй, республика конкурстарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ. Зарина Рәхимова “Тамыр селтәре” проекты сиктәрендә махсус призға һәм “Иң егәрле журналист” номинацияһына лайыҡ булды. Алһыу Ғәлимова Учалы ҡалаһында Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған “Диктор тауышы” зона-ара бәйгеһендә 3-сө урын яулап ҡыуандырҙы. Зарина менән Алһыу “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ. Балалар” телемарафонында тура эфирҙа ла ҡатнашып өлгөрҙө. Данис Ишкин һәм Карина Ходжакулова төшкән сюжет “Включайся” Бөтә Рәсәй бәйгеһе кимәленә сығып уңыш планкаһын күтәрҙе. Ә Дим Рәхимов “Тамыр ” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “Ныҡ бул. Бирешмә” медиа-конкурсында 3-сө урын яуланы.
Эшләнгән эштәр бихисап, уңыштар ҙа етерлек. Һәләтле балаларыбыҙ үҙҙәрен бөтә асылында күрһәтһен өсөн телестудия иң ҡулай йүнәлеш икәненә инандыҡ. Алдағы йылдарҙа ла телестудиябыҙҙың аҙымдары ныҡлы, уңыштары күп булһын.
Лариса Рәхимова,
"Нөктә ТВ” телестудияһы етәксеһе.

“Нөктә ТВ”ның уңыштары
“Нөктә ТВ”ның уңыштары
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в