-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 13:01

“Шыршы-2022” операцияһы башланды

Башҡортостан Республикаһында ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса “Шыршы-2022” тигән традицион Яңы йыл алды операцияһы башланды. Ул 2022 йылдың 21 ноябренән 31 декабренә тиклем бара.

“Шыршы-2022” операцияһы башланды
“Шыршы-2022” операцияһы башланды

Был осорҙа дәүләт урман инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдарынан коллегалары менән берлектә урмандарҙағы законһыҙ ағас әҙерләнелеүе ихтимал урындарҙа тәүлек әйләнәһенә патруллек итеү ойошторасаҡ, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа, шулай уҡ урмандарҙан сыҡҡан ерҙә байрам шыршылары ташыуҙы контролдә тотоусы стационар постар булдырасаҡ. Бынан тыш, шыршы һатыу урындарында даими рейдтар уҙғарыласаҡ.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандар өсөн административ штраф күләме 3-тән 4 мең һумғаса, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 40 мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә – 200 меңдән 300 мең һумға тиклем тәшкил итә. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтергән зыянды ҡаплатырға тейеш. Зыян күләме биш мең һум һәм унан күберәк тәшкил итә икән, закон боҙоусының ғәмәлдәре РФ Енәйәт кодексының 260-сы (“Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу”) статьяһында ҡаралған енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Был статья буйынса иң күп яза – алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.

Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар ылыҫлы йәш ағастарҙың законһыҙ киҫелеүе, әҙерләнеүе һәм һатылыуы тураһында  БР Урман министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып әйтә ала, телефон: 8(347) 218-14-14.

“Шыршы-2022” операцияһы башланды
“Шыршы-2022” операцияһы башланды
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас в