-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 09:30

Яҙмыш китабы изгелектәрҙән яҙылған

Красноусолда йәшәүсе хеҙмәт ветераны Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы Ғибаҙуллина-Юлъяҡшина ошо көндәрҙә 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй. Ул 1932 йылдың 22 ноябрендә Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Яҙмыш китабы изгелектәрҙән яҙылған
Яҙмыш китабы изгелектәрҙән яҙылған

Үҫмер йылдары һуғыш осорона тура килгән Мәҙинә тормоштоң әсе-сөсөһөн, аслыҡ-яланғаслыҡты, өҫтәүенә етемлекте бәләкәйҙән үҙ иңендә татып үҫә. Уға 10 йәш тулғанда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән атаһы Хажиәхмәт, йәнә бер йылдан әсәһе Миңлеямал ауырып мәрхүм була. Ҡәһәрле һуғыш уны туғандарынан да айыра. Ғаиләлә иң өлкәне – ағаһы Ғариф фронтҡа китә.
Үкһеҙ етем ҡалған өс баланы балалар йорттарына тәғәйенләйҙәр. Илдус ағаһы менән Мәҙинәне – Урман-Бишҡаҙаҡ, ҡустыһы Наилды Маҡар балалар йортона ебәрәләр. “Урман-Бишҡаҙаҡ әле лә күңелемдә иң яҡын урын булып һаҡлана. Балалар йорто бик матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡайны. Торатауы, ҡаяларында үҫкән сөсө йыуаһы, тау итәгендәге сейәлеге онотолмай. Үләнгә аяҡ баҫһаҡ, бик асыҡмайбыҙ. Ашханаға фәрҙә, кесерткән йыйып килтерәбеҙ. Ашнаҡсылар бер ус он һалып, беҙ килтергән үләндәрҙән аш бешерә. Шулай ҙа туйып булмай торғайны. Илдус ағайымды Урман-Бишҡаҙаҡта оҙаҡ тотманылар. Талбазынан уҡытыусылар килеп, һәләтен тикшереп, музыка мәктәбенә алып киттеләр. Аҙаҡ Мурманск өлкәһендә хәрби училищела уҡыуын ишеттек. Шулай итеп, төрлө тарафтарға һибелдек”, - тип, хәтер йомғағын һүтә Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы.
Дәреслекһеҙ, дәфтәрһеҙ, аслы-туҡлы булһа ла, Мәҙинәнең уҡыуға ынтылышы көслө була. Тырышлығын баһалап, уны һәм бер нисә уҡыусыны Стәрлетамаҡтағы В.И.Ленин исемендәге балалар йортондағы урта мәктәпкә уҡырға ебәрәләр. Яҡын ғына туғандары булмағас, йәйге каникулда балалар йортондағы тәрбиәселәренә ҡайтып йөрөй ҡыҙ. “Ул йылдарҙа эшләгән уҡытыусы-тәрбиәселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә, түҙемлегенә иҫ-аҡылым китә. Һәр ҡайһыһы беҙгә, етем балаларға, әсә наҙы өләшергә тырышты”, - ти Мәҙинә апай хәтирәләргә бирелеп.
Төплө белем алған М.Ғибаҙуллина мәктәпте тамамлағас, Өфөләге Тимирязев исемендәге педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Студент йылдары һиҙелмәй үтеп тә китә. Уҡытыусы һөнәренә эйә булған дипломлы йәш белгес-те йүнәлтмә буйынса Сәйетбаба ауылына эшкә ебәрәләр. Бында ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше, уҡытыусы булып эшләгән Ҡауарҙы ауылы егете Аман Вәлиулла улы Юлъяҡшинды осрата. 1955 йылда улар ғаилә ҡороп, матур парҙар булып йәшәп алып китә. Мәктәп эргәһендә генә ҙур, күркәм йорт һалып инәләр. Һәләтле ике йәш мөғәллим балаларға белем биреү менән бер рәттән мәктәптең, ауылдың йәмәғәт тормошонда йөҙөп йөрөп эшләйҙәр, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә лә әүҙем ҡатнашалар. Уҡытыусылар менән байрам һайын йә концерт, йә спектакль ҡуялар. Бергә сәхнәгә сығарған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә күпме сағыу образдар тыуҙыра ике йәш йөрәк. “Аҫылйәр”ҙә Мәҙинә ифрат моңло, һылыулығы менән әсир иткән аҫылйәр булһа, Аман торғаны менән аҫыл йән була. “Ғәлиәбаныу”ҙа Ғәлиәбаныу менән Хәлил булып уйнап, икеһе лә йырлап, тамашасыларҙың күңел ҡылдарын сиртәләр.
1965 йылда, Сәйетбаба мәктәбендә 11 йыл эшләгәс, район гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән Мәҙинә Ғибаҙуллинаны партия район комитетының беренсе секретары Ә.Ә.Шәмсетдинов саҡырып, район үҙәгендәге “Коммунизм байрағы” дубляж гәзите редакцияһына эшкә килергә тәҡдим итә. Аман Вәлиулла улы райондың комсомол комитетында эш башлай, һуңынан район мәғариф бүлегендә эшләй. Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы хаттар бүлеге мөдиренән тәржемә буйынса мөхәррир урынбаҫарына тиклем юл үтеп, 16 йыл ғүмерен был эшкә бағышлап, йәш гәзит хеҙмәткәрҙәрен һоҡланғыс сабырлыҡ менән эшкә өйрәтеүгә, ауыл хәбәрселәренең гәзит менән хеҙмәттәшлек итеүенә, гәзиттең уҡымлыраҡ, йәмлерәк сығыуына күп көс һала. “Коммунизм байрағы” артабан “Йондоҙ”ға (дубляж гәзит) әйләнә. Нисек кенә “гәзит йәнле” кеше булһа ла, һаулығы буйынса икенсе эшкә күсергә тура килә уға һәм хаҡлы ялға киткәнсе Красноусол ярҙамсы мәктәп-интернатында директор урынбаҫары вазифаһында эшләй.
Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙына, иң күркәм сифаттар хас. Оло йөрәкле, кеселекле-кешелеклелеге, алсаҡлығы менән ҡайҙа ғына эшләһә лә, коллективта ул үҙ кеше, күптәрҙең остазы була.
Ғаиләһендә Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы яҡшы ҡатын, уңған хужабикә, һәйбәт әсәй, һөйөклө өләсәй ҙә. Уҡырға бик әүәҫ, район гәзитенән тыш, төрлө республика баҫмаларын да алдырып уҡып бара. Ҡул эштәренә лә маһир Мәҙинә апай: буш ваҡыты булдымы, ҡулына бәйләмен алып, башлыҡ-береткалар, ултырғыс япмалары һәм башҡа әйберҙәр бәйләгән, әле генә бик тотона алмай.
Аман ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Улдары Урал Силәбе политехник институтын тамамлап, инженер һөнәрен алған. Ҡыҙҙары Лилиә – табибә, Зилә – педагог. Балаларын ҡарап үҫтерешеүе өсөн ҡәйнәһенә лә рәхмәтле ул. Мәҙинә апай үҙе етемлектең әсе һурпаһын татып үҫкәнгәмелер, Аман ағайҙың берҙән-бер һеңлеһе Фәнизә йәшләй генә мәрхүмә булғас, улы Илдусты (хәҙер үҙе лә ике улдың атаһы) үҙ ҡанаты аҫтына алып, әсәй наҙын биреп, тәрбиәләп үҫтереүе лә уның ни тиклем мәрхәмәтле, изге, киң күңелле булыуы тураһында һөйләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 60 йылға яҡын иңгә-иң терәп йәшәгән тормош юлдашы ғына бынан 11 йыл элек вафат булды. Мәҙинә апай яңғыҙ түгел, үҙ фатирында ҡыҙы Лилиә хәстәрлегендә (башҡалары ла хәстәренән ташламай), балалары, биш ейән-ейәнсәре изгелек-игелегендә, өс бүлә-бүләсәрен күреү шатлыҡ-һөйөнөсөндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Элекке уҡыусылары ла онотмай хәл белешеп, бер байрамды ла ҡалдырмай, юбилейҙары уңайынан да ҡотлап торалар. Оло кешегә ошонан да ҙур бәхет юҡтыр.
90 йәшлек юбилейығыҙ ҡотло булһын, Мәҙинә Хажиәхмәт ҡыҙы! Киләсәк көндәрегеҙ имен, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булып, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәгеҙ!

Яҙмыш китабы изгелектәрҙән яҙылған
Яҙмыш китабы изгелектәрҙән яҙылған
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в