-14 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар , 16:50

Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы гуманитар конвой оҙатылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, махсус хәрби операция биләмәһенә 2023 йылда тәүге гуманитар конвой юлланды. Был юлы Ғафури районы халҡы ла йыйған йөк тәү сиратта республиканан мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт батальоны хәрбиҙәре өсөн тәғәйенләнә.

Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы  гуманитар конвой оҙатылды
Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы гуманитар конвой оҙатылды

Күп тонналы йөк машиналары берҙәм логистик үҙәк биләмәһендә комплектланған, унда башҡорт яугирҙәре өсөн гуманитар йөк бөтә республиканан йыйыла. Конвойҙы Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов оҙатып бара. Уның менән бергә гумконвой составында яҡташтары янына бер нисә район һәм ҡала башлыҡтары ла юлланды.

«Тралдарға гуманитар конвой составында төрлө модификациялы УАЗ - «Буханка», «Фермер», «Патриот», шулай уҡ еңел «Нива» автомобилдәре тейәлгән. Техниканан тыш, хәрбиҙәр Башҡортостандан махсус ҡорамалдар - тепловизорҙар һәм квадрокоптерҙар аласаҡ. Дарыу, аҙыҡ-түлек һәм йылы кейем дә бар, әлбиттә. Шулай уҡ медикаменттарҙы һәм медицина ҡорамалдарын Красный Лучта эшләүен дауам иткән табиптарыбыҙға тапшырасаҡбыҙ. Әйткәндәй, гумконвой менән нотариус бара, ул яугирҙарға көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк. Улар район башлыҡтарына ла үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала һәм, үҙ сиратында, үҙҙәренең хеҙмәте тураһында һөйләйәсәк», - тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

«Беҙ министрлыҡ һәм ведомстволарҙағы коллегаларыбыҙға, район һәм ҡала етәкселәренә, бизнес вәкилдәренә һәм гумконвой булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан республикабыҙ халҡына рәхмәтлебеҙ. Ир-егеттәребеҙгә еңел түгел һәм уларға беҙҙең ярҙам кәрәк. Башҡорт яугирҙары беҙгә һәр саҡ иҫәп тота ала, беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Яҡташтарыбыҙҙы матди-техник яҡтан тәьмин итеү буйынса эш республика хөкүмәтендә дауам итә, ул Башҡортостан Башлығының махсус контролендә», - тип ышандырҙы Ирек Сәғитов.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов Ғафури халҡының гуманитар ярҙам йыйыуҙа нисек ҡатнашыуы тураһында һөйләне. «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Яугирҙәрҙең ғаризаһы буйынса газ плиталары, газ баллондары, термопоттар, электр йылытҡыстары, яғыулыҡ брикеттары, маскировкалау селтәрҙәре, радиостанцияға аккумуляторҙар һатып алынған. Красноусол үҙәк район дауаханаһы медикаменттар менән тәьмин итте. Бөгөн бөтәһен дә Берҙәм логистик үҙәккә алып барҙыҡ. Унан йөктө яҡын арала гумконвой составында хәрби хәрәкәттәр урынына - яҡташтарыбыҙ урынлашҡан ергә алып барып еткерәсәктәр. Яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү эшенә ниндәй ҙә булһа өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм! - тине Фәнзил Фәйез улы. - киләһе гуманитар йөк февраль башында оҙатыласаҡ. Әле буржуйка-мейестәр әҙерләйбеҙ. Тағы бер автомобиль һатып алыу мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға техника бик кәрәк».

Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә теләүселәр реквизиттар буйынса Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү  Хәйриә фонды иҫәбенә аҡса күсерә ала: ИНН 0219008466 КПП 021901001

 Р/с 40703810006000001694 БИК 048073601

Кор. счет 30101810300000000601

8598-се Өфө ҡалаһы Һаҡлыҡ банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе

 Түләүҙең тәғәйенләнеше: СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

Әлеге ваҡытта шулай уҡ йылы әйберҙәр, шәхси гигиена әйберҙәре, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек кәрәк. Уларҙы М.М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы (Красноусол ауылы, Калмыков урамы,16/1) ҡабул итә. Телефон: 8(34740)2-73-77, ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-201-89-03.

Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы  гуманитар конвой оҙатылды
Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы  гуманитар конвой оҙатылды
Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы  гуманитар конвой оҙатылды
Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы  гуманитар конвой оҙатылды
Махсус хәрби операцияға Башҡортостандан район башлыҡтары оҙатыуында сираттағы гуманитар конвой оҙатылды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в