-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар , 18:20

Әсфәндийәров урамына асфальт

2022 йылдың һуңғы көндәрендә – 30 декабрҙә Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәһенең “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2023”-тә ҡатнашыу буйынса ауыл халҡы ҡатнашлығында йомғаҡлау йыйылышы үтте.

Әсфәндийәров урамына  асфальт
Әсфәндийәров урамына асфальт

Сара барышында ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов (уны йыйылыш рәйесе итеп һайлап ҡуйҙылар, секретары – “Ҡайын” МУП-ы директоры Рәмзиә Насирова) йыйылыусыларҙы конкурстың бурыстары һәм ҡағиҙәләре, биләмәнең уҙған йылдарҙа был прог-раммала ҡатнашыуының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Һайлап ҡуйылған иҫәп комиссияһы йыйылышта 98 кешенең ҡатнашыуын билдәләне. Йыйылышта шулай уҡ район Советы секретары Марсель Йәнмырҙин һәм Ленин исемендәге колхоз рәйесе Риф Мөьминов ҡатнашты.
Ғаян Заһретдин улы билдәләүенсә, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһендә барлығы 907 кеше йәшәһә, шуның һайлау йәшенә еткәндәр 723 кеше иҫәпләнә. Артабан ул бынан алдағы йылдарҙа ППМИ-ла ҡатнашып, бағыусылар, халыҡ һәм муниципаль бюджет ярҙамында күмәк көс һәм тырышлыҡ менән еңеп сығып, биләмәлә төрлө эштәр башҡарылыуы һәм кәрәкле әйберҙәр һатып алыныуы, документтар менән эшләү һәм аҡса йыйыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәткән инициатив төркөмдөң ярҙамын баһалап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәм уларға Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ғ.Фәйезов үҙ сығышында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда 2017 йылдан алып ҡатнашып килеүҙәрен һәм тап ошо һәм йәнә 2020 йылда “МТЗ-82” тракторы һатып алыуҙарын билдәләне, 2021 йылда экскаватор ҡоролмаһына эйә булғандар. Программа ярҙамында Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортона ремонт яһалып, заманса ҡорамалдар һатып алып урынлаштырылған. 2022 йылда Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең тәҙрәләре һәм ишектәре пластикка алыштырылған. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2023”-тә ҡатнашыу өсөн биләмәлә уғата мөһим һәм өҫтөнлөклө булған өс: Яңғыҙҡайын ауылындағы Әсфәндийәров урамына асфальт түшәүгә материалдар һатып алыу, Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығына капиталь ремонт һәм үҙәк йырын аша һалынған күперҙәге үткәүелде ремонтлау мәсьәләләре күтәрелде.
Мәсьәләнең тәүгеһенә, ҡалған икәүһен башҡа программаларға индерергә мөмкин булыуын билдәләп, асыҡлыҡ индереү өсөн “Ҡайын” МУП-ы директоры Рәмзиә Насирова сығыш яһаны.
- Беҙҙә ике урамға данлыҡлы ауылдаштарыбыҙ - Советтар Союзы Геройҙары Әсфәндийәров һәм Әхмәтйәнов исемдәре бирелгән. Улар бында үҫкәндәр, йәшәгәндәр, ә һуңынан ауылыбыҙҙы бөтөн республикаға данланылар. Беҙ уларҙың иҫтәлеген хәтерҙән сығармайбыҙ, ә урамды асфальтлау патриотик йүнәлештәге был мөһим эшебеҙгә йәнә үҙ өлөшөбөҙҙө индереүебеҙ булып торасаҡ. Әгәр ҙә был юлы ла еңеп, уйлағаныбыҙҙы тормошҡа ашырһаҡ, киләһе йылға Әхмәтйәнов урамына ла асфальт һалыуҙы хәстәрләрбеҙ, тип уйлайбыҙ. Киләсәктә башҡа урамдарға ла сират етер, - тине ул.
Артабан Рәмзиә Сергеевна йыйылыусыларҙың хәтеренә төшөрөп, бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһен үҫтереүгә ярҙам Фонды тарафынан ике: “ХХ быуат ауыл мәктәбе” һәм “Бәхет шишмәһе – өмөт шишмәһе” проекттары еңеү яулауын билдәләп үтте. Тәүге проект сиктәрендә компьютер класы барлыҡҡа килде. Ә икенсеһе сиктәрендә Әсфәндийәров ҡойоһо төҙөкләндереп реконструкцияланған. Ошолай берҙәм эшләгәндә бынан ары ла үҙебеҙҙең дөйөм йортобоҙҙо төҙөкләндереү йәһәтенән күп эштәр атҡарасаҡбыҙ һәм ул тағы ла күркәмерәк төҫ аласаҡ, тине ул. Р.Насирова форсаттан файҙаланып, “Ҡайын” МУП-ы тарафынан башҡарылған эштәр тураһында ла бәйән итте: ауыл пенсионерҙарының һәм башҡа кешеләрҙең йорттарына һыу үткәргәндәр, прожектор һәм лампаларҙы алыштырғандар, төҙөкләндереү һәм башҡалар менән мәшғүл булғандар. Шулай уҡ проблемалар ҙа юҡ түгел, иң төп проблемаларҙың береһе – ҡайһы бер кешеләрҙең һыуға һәм төҙөкләндереү хеҙмәттәренә түләүҙәрҙе үҙ ваҡытында башҡармауы. Ул яңы йылға бурыстар менән инмәүҙәрен теләне.
Йыйылышта ҡатнашыусылар Р.Насированың тәҡдимен бер тауыштан хупланылар, ҡалған ике мәсьәлә маҡсатҡа яраҡлы тип табылманы һәм һүҙ көн тәртибенең артабанғы - ППМИ проектын финанслау тураһында барҙы.
Асфальтлауҙың яҡынса хаҡы 2 млн 800 мең һум булып, республика бюджетынан бүленәсәк субсидия 1 млн 500 мең һум, 1 млн һум - муниципаль бюджеттан, 150-шәр мең һум халыҡтан һәм бағыусыларҙан йыйыу планлаштырыла. Был юлы Ленин исемендәге колхоз (рәйесе Р.В.Мөьминов) бағыусы булған.
Һәр бер йорттан 500-әр һум аҡса йыйыу тәҡдиме бер тауыштан хупланды. Шулай уҡ 10 кешенән торған инициатив төркөм ағзалары һайланды һәм экономия булған осраҡта аҡсаны тотоноу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Йыйылышты йомғаҡлап, ауыл биләмәһе башлығы Ғ.Фәйезов: "беҙ күтәргән мәсьәлә беҙҙең ауыл өсөн генә көнүҙәк түгел, ә башҡа ауыл биләмәләре, район, республика һәм ғөмүмән, Рәсәй өсөн дә мөһим", тип билдәләне. "Уның хуп-
лау һәм ярҙам табырына иманым камил, сөнки уның буйынса Урал аръяғы районында пилот вариант сифатында яҡшы һөҙөмтә бар", тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ғаян Заһретдин улы.
Ауыл биләмәһендә йәшәүсе барлыҡ кешеләргә һәм бағыусыларға был программала әүҙем ярҙамдары һәм башҡа мөһим йәмәғәт сараларында ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Мин һеҙҙең менән ауыл биләмәһе башлығы сифатында эшләүемә бик шатмын. Һеҙгә беҙҙең башланғыстарҙы хуплауығыҙ һәм үҙегеҙҙең эшлекле тәҡдимдәрегеҙҙе индереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Ошондай тығыҙ хеҙмәттәшлектә дөйөм йортобоҙ хаҡына беҙ күп нәмәгә өлгәшәсәкбеҙ, - тип тамамланы сығышын Ғаян Заһретдин улы һәм барыһын да Яңы йыл менән ҡотланы, сәләмәтлек, бәхет, әлбиттә, баш осонда тыныс күк йөҙө теләне (Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенән Украинала махсус хәрби операцияла - 9 кеше).
Йыйылыштан һуң ауыл мәҙәниәт йорто артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны, ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу төрлө конкурстар еңеүселәренә бүләктәр таратты, бүләктәр отошо ла
ойошторолдо.

Әсфәндийәров урамына  асфальт
Әсфәндийәров урамына асфальт
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в