Башта барыһы ла ауыл мәҙәниәт йорто һәм һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән концертты ҡарағас, йыйылыштың төп темаһына күстеләр.
Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Тәлғәт улы Әмирханов ошо проект буйынса күп кенә эштәр эшләнеүен һөйләп, конкурстың бурыстарын һәм ҡағиҙәләрен аңлатып үтте. Йыйылыусылар бер тауыштан йыйылыштың рәйесе итеп Айҙар Әмирхановты, секретары - Зөлфиә Ғабдрахманованы, иҫәп комиссияһына Рәзилә Ғиззәтуллинаны, Гөлназ Маннанованы һайланы.
Үтәктәр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау – 2023”тә ҡатнашырға теләктәрен белдереп, бер тауыштан ҡул күтәрҙеләр һәм “УАЗ” автомобиле нигеҙендә янғын һүндереү машинаһы һатып алыу иң отошлоһо булыуын билдәләнеләр. Проекттың дөйөм суммаһы 2 миллион 500 мең һум булһа, республика бюджетынан 1 миллион 200 мең һум, муниципаль бюджеттан 1 миллион 20 мең һум, халыҡтан 130 мең һум, бағыусыларҙан 150 мең һум аҡса йыйырға тигән ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде. Үтәк ауылында 305 йорт-хужалыҡ булһа, 260-ы даими йәшәүселәр иҫәпләнә, шуға ла һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйырға ла үҙ ризалығын белдереп тауыш бирҙе урында йәшәүселәр. Инициа-тив төркөмгә Радмир Ғиззәтуллин, Гөлназ Маннанова, Алһыу Хафизова, Рәзилә Ғиззәтуллина,Фәриҙә Әсфәндийәрова һайлап ҡуйылды.
Үтәктәрҙең ҡабул иткән ҡарарҙары һис шикһеҙ тормошҡа ашһын.