Биләмә халҡы программаның быйылғыһында ла ҡатнашырға теләк белдереп, төрлө тәҡдимдәр булыуға ҡарамаҫтан, Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йортон ремонтлауҙы маҡсат итеп ҡуйғандар (1967 йылда төҙөлөп бөтөп файҙаланыуға тапшырылғаны бирле ремонтланмаған).
2022 йылдың 20 декабрендә Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса йомғаҡлау йыйылышы үтте. Башта сарала ҡатнашыусылар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙарын ҡараны. Уның эшендә район Советы секретары Марсель Барый улы Йәнмырҙин ҡатнашты. Бер тауыштан йыйылыш рәйесе итеп Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахмановты, секретары – Раушания Әхтәрйән ҡыҙы Зарипованы һайланы. Иҫәп комиссияһына Миңлеүәрә Әхмәтғәле ҡыҙы Исхаҡова менән Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы Ғәлиуллина һайланды.
Көн тәртибенә 2023 йылда Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто бинаһын ремонтлау, ауыл зыяратын кәртәләү мәсьәләләре ҡуйылды. Был мәсьәләләр тауышҡа ҡуйылып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты конкурсында еңеп сыға ҡалһаҡ, “аҡсаны мәҙәниәт йорто бинаһын ремонтлауға тотонорға” тигән ҡарар бер тауыштан хуплап ҡабул ителде.
Проекттың хаҡы яҡынса 1 миллион 700 мең һум. 1 млн 200 мең һумы республика бюджетынан субсидия рәүешендә бүленһә, 96 мең һумын – халыҡтан (һәр хужалыҡтан 500-әр һум), бағыусыларҙан да шунса уҡ күләмдә аҡса (96 мең һум) йыйыу ҡарары ҡабул ителде һәм муниципаль бюджеттан 108 мең һум аҡса бүлеү күҙаллана. 11 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Шулай итеп, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе халҡы бер тауыштан Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йортон ремонтларға тигән ҡарарға килде.
Йыйылышты йомғаҡлап, ауыл биләмәһе башлығы Р.Абдрахманов сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярҙамдары, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙемлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм "ППМИ-2023"-тә еңеүгә ышаныс белдерҙе. Һәм бер төркөм әүҙемселәрҙе, бағыусыларҙы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.