-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар , 11:00

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы

Районыбыҙҙың “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең алыштырғыһыҙ иҡтисадсыһы, ра-йон иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән Ғәзинур Суфиянов яңы башланған йылдың тәүге көндәренең береһендә ғүмер байрамын билдәләне.

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы
Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы

Ҡормантау ауылында Нәфисә Ғәбдрәфиҡ ҡыҙы менән Ғәлинур Шакирйән улы Суфияновтарҙың дүрт уллы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килеп, буй еткерә Ғәзинур. Тыуған ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡырға төшөп, 8-се кластан һуң, 9-10-сыны күрше Бурлы урта мәктәбенә йөрөп уҡып, өлгөргәнлек аттестатына эйә була. Ул буласаҡ Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов менән бер класта уҡыуы хаҡында ғорурлыҡ менән иҫкә ала. Тырыш, төплө белем алған егет мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙерге Аграр университет) ветеринария факультетында белем алған Флүр ағаһының тәҡдиме буйынса тап ошо уҡыу йортоноң механика факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студенттар сафына баҫа. Үҙен белә-белгәндән бирле ветеринар фельдшер булып эшләгән (яратҡан һөнәренә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған) атаһының эшен күреп буй еткергән Ғәзинурға тап ошо һөнәрҙе һайлаған ағаһының юлын дауам итергә лә булыр ине, әммә бала саҡтағы тракторсы йәки шофёр булыу хыялы механика факультетына алып килә лә инде. Атаһы Ғәлинур Суфиянов үҙ заманында райондың иң яҡшы ветеринар фельдшерҙарының береһе була, хужалыҡта ла, коллегалары араһында ла абруй ҡаҙана. Ул хеҙмәтләндергән төбәктә малдар һаны күплеге менән айырылған Ҡормантау һәм Байымбәт һөтсөлөк, һарыҡ һәм сусҡа фермалары ла була. Атай-әсәһе (хәҙер мәрхүмдәр) улдарының барыһына ла белемле һәм һөнәрле булырға ярҙам иткән. Флүр ағаһы Башҡортостан Ауыл хужалығы институтын тамамлап, БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы ветеринария идаралығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, энеһе Фәнир хәрби табип-травматолог, отставкалағы майор, икеһе лә ғаиләләре менән Өфөлә йәшәйҙәр. Иң кесеһе – Ғәли полиция участка уполномоченныйы булып эшләй, ғаиләһе менән Бурлы ауылында төпләнгән.
1980 йылда институтты уңышлы тамамлап, ҡулына инженер-механик дипломы алған йәш белгес йүнәлтмә буйынса тыуған районына әйләнеп ҡайта. Ауыл хужалығы идаралығында (начальнигы Ә.Й.Абдуллин була) уны “Победа” колхозына баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Хужалыҡ аяғында ныҡлы баҫып тора. Бар тырышлығын, белемен һалып эшләй белгес бында.
Бәхетен дә тап ошонда осрата Ғәзинур. Игенйылға ауылы мәҙәниәт йортона практикаға килгән Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының хореография бүлегендә уҡып йөрөгән һылыулығы менән әсир иткән, зифа буй-һынлы бейеүсе Баймаҡ районының Ярат ауылы ҡыҙы Люциәне осратып, бер күреүҙә ғашиҡ була. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына. Әммә ҡыҙ практикаһы тамамланғас, уҡыуын дауам итергә ҡалаға юллана, ә егет ауылда үҙ эшендә ҡала. Күп тә үтмәй, бер-береһенән башҡа йәшәй алмаған йәш йөрәктәр өйләнешергә ҡарар итә. 1982 йылда Суфияновтар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Шулай итеп, быйыл 1 ғинуарҙа Люциә Сабир ҡыҙы менән Ғәзинур Ғәлинур улының яҙмыштарын бер бөтөн итеп, ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарына 41 йыл булған. Ә ғаилә башлығы 3 ғинуарҙа матур юбилейын - 65 йәшен билдәләй.
Артабан 1982 йылда Ғәзинур Ғәлинур улын “Забельский” совхозына баш энергетик итеп тәғәйенләйҙәр, ғаиләһе менән Аҡкүл ауылына күсә. Бында оҙағыраҡ эшләргә булыр ине, әммә сәләмәтлеге борсоу сәбәпле, 1986 йылда хеҙмәт юлын иҡтисадсы булып дауам итә. 1991 йылда Ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын ситтән тороп тамамлай, был һөнәр нескәлектәренә тап бында төшөнә.
1993 йылда үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән грамоталы белгесте был совхоздың директоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Әммә оҙаҡ эшләргә насип булмай уға, ауыл хужалығындағы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә “Забельский” совхозы тарҡала.
Төплө белемле белгес эшһеҙ ҡала буламы һуң инде, 2001 йылдың 5 июлендә Ғ.Суфиянов район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына баш иҡтисадсы булып эшкә килә һәм ошо көнгәсә бар тырышлығын, белемен һалып яратҡан эшен башҡара. Хәҙер идаралыҡ “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” тип атала. Һуңғы тиҫтә йылда бында ул, иҡтисади эшмәкәрлек менән бер рәттән бухгалтерияны ла алып барып, иҡтисад секторы мөдире булып тора. Өҫтәүенә, ауыл хужалығына дәүләттән күрһәтелгән һәр төрлө ярҙам буйынса ауыл хужалығы етештереүселәренә, яңы эш башлаған фермерҙарға һәм эшҡыуарҙарға документтар әҙерләүҙә ярҙам ҡулы һуҙыуҙы үҙ бурысы тип һанай.
Ғаилә фермаһы асырға теләүселәр ҙә Ғ.Суфиянов менән тығыҙ бәйләнештә торалар. 50 фермерҙың 38-е ғаилә фермаһы булдырып, был программа буйынса дәүләт ярҙамы, гранттар алған, 12 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары (СПоК) барлыҡҡа килеп, шуларҙың 7-һе уңышлы эшләй. Күп кенә ауыл хужалығында етештереүсәнлек менән шөғөлләнергә теләүселәргә субсидия юллауҙа ярҙамы тос уның.
40 йылдан ашыу ғүмерен ауыл хужалығы тармағына бағышлаған Ғәзинур Суфияновтың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана: 2019 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. Төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарының һәм Рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ.
Ғәзинур Ғәлинур улы эшендә төплө белгес булһа, ғаиләһенең терәк-таянысы, хәстәрлекле ғаилә башлығы, яратҡан атай, олатай. Тормош иптәше Люциә Сабир ҡыҙына мәҙәниәт йорто директоры, бухгалтер, үҙәк келәт мөдире булып эшләргә лә тура килә. Шулай уҡ заманында мәктәптә бейеү дәрес-түңәрәктәре лә алып барған. Суфияновтар бер ул һәм ҡыҙға ғүмер биреп, уҡытып, һөнәр алыуҙа ярҙам ҡулы һуҙып, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер икеһе лә башлы-күҙлеләр, атай-әсәйҙәренә олатай-өләсәй булыу бәхетен кисерткәндәр. Улдары Илшат ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ул (Азат) һәм ҡыҙҙың (Элина) атаһы. Ҡыҙҙары Альбина Красноусол башҡорт гимназия-интернатын алтын миҙалға, артабан Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлап, Яңы Уренгойҙа газ компанияһында эшләгән, әлеге мәлдә 2,5 йәшлек сабыйы (Богдан) менән декрет ялында, кейәүҙәре һәм ейәндәре менән Санкт-Петербургта йәшәйҙәр.
Люциә менән Ғәзинур Суфияновтар Аҡкүл ауылында үҙ йорттарында ғүмер итәләр, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Етәкселек тә, хеҙмәттәштәре лә Ғ.Суфияновты грамоталы белгес, үҙ эшенең оҫтаһы тип белә.
- Ғәзинур Ғәлинур улы – беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, остазыбыҙ, аҡыллы кәңәшсе лә, унан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Ул төплө белемле грамоталы белгес, ғәҙәттә бөтөн һорауҙарға ла еңел генә яуап табыусан, - ти Ғ.Ғ.Суфиянов менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Александрович Родионов. Юбилярға иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары һәм бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы
Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в