+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2023, 14:45

“Ерофеев” һөтө үтемле

Районда ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – Дарьино ауылынан “ШЭ А.Ю.Ерофеев” КФХ-һы.

“Ерофеев” һөтө үтемле
“Ерофеев” һөтө үтемле

2017 йылда Алексей Юрьевич Ерофеев крәҫтиән-фермер хужалығы булдырып, Рус Саскүлендә элекке ауыл хужалығы предприятиеһының (А.А.Шапошников) һөтсөлөк фермаһының биналарын һәм бер нисә техниканы (трактор, пресс-йыйғыс) артабан һатып алыу уйы менән ҡуртымға алып, ошонда эшмәкәрлеген башлай. Ошо көндәрҙә беҙгә хужалыҡ менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе.
Эшмәкәрлеген шәхси ярҙамсы хужалыҡтарындағы өс һыйырҙан башлауы хаҡында бәйән итте, беҙҙе үҙе етәкләгән хужалыҡ менән таныштырып Алексей Юрьевич.
- Үҙ эшемде асып, фермер булырға теләк көслө ине. Район хакимиәте башлығының элекке ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Аҡбашевҡа мөрәжәғәт иткәйнем, ул да, хакимиәт башлығы ла башланғысымды хуплап, ярҙам итәсәктәрен белдерҙеләр. Күңелем үҫеп, дәртләнеп эшкә тотондом. Яңы эш башлаған фермер булараҡ, 250 мең һум ярҙам бүлделәр, йәнә дүрт һыйыр һатып алдым, артабан яйлап кредит, гранттар ярҙамға килде. Шулай итеп, крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөп, эшләп алып киттем, - тип эш башлаған мәлдәрен иҫенә төшөрҙө фермер. – Тормош иптәшем Айгөл Николаевна, балаларыбыҙ - 6-ау, өсәүһе - Дмитрий, Лиля, Варвара үебеҙҙеке, өсәүһе – балалар йортонан сабый килеш ғаиләбеҙгә алынған балалар (Альберт, Николай, Екатерина). Өлкәнерәктәре менән бергәләп һыйыр һауҙыҡ, малдарҙы тәрбиәләнек һәм башҡа эштәрҙең барыһын да үҙебеҙ башҡарҙыҡ, ғөмүмән, ғаилә фермаһы булдырҙыҡ. Өлкәндәре мәктәп тамамлап, уҡыу йорттарына юлланғас (Дима – Ишембай нефть колледжын тамамларға йыйына, “Роснефть” ойошмаһына вахта буйынса эшкә урынлашты, эшләй башлай. Лиля - тимер юлы техникумында, Альберт Аграр университетта уҡый), һуңғы йылдарҙа бер нисә кешене (машина менән һауыу операторы, малсылар, тракторсы) эшкә ҡабул иттек. Каникулдар мәлендә ғаиләм ярҙамға килә, ҙур рәхмәт уларға.
Бөгөн хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡомло һөт йүнәлешендәге 100 баштан ашыу һыйыр малы аҫрала, 50 башы һауыла, һыйырҙар быҙаулай башлаған. Көндәлек һауып алынған һөттөң 300 литры 1,5 литрлы пластик шешәләрҙә Красноусолдағы “Фомин” һәм “Әкиәт” магазиндар селтәрҙәре һәм Аҡкүлдәге сауҙа нөктәләре аша һатыуға сығарыла, ә ҡалғаны Еҙем-Ҡаран ауылындағы шәхси эшҡыуар А.Ә.Ибраһимованың һөт ҡабул итеү пунктына оҙатыла.
Малдар туҡ ҡышлаһын өсөн мал аҙығын (бесән, һалам) етерлек күләмдә әҙерләгәндәр, барда килтерәләр. Һыйырҙың һөтө – телендә,тигәндәй, мул һөт алыу өсөн һутлы аҙыҡ – сенаж әҙерләргә кәрәк. Сенажды Ауырғазы районының Бишҡайын ауылы фермер хужалығынан, фураж өсөн игенде урындағы Р.В.Рәжәпов хужалығынан һатып алырға тура килгән. Сөнки баҫыуҙары - Аҡкүлдә, ә сенаж соҡоро Рус Саскүлендә булғанлыҡтан, бында тиклем ташыу өсөн бик күп сығымдар талап ителеүен һәм һатып алыу осһоҙораҡҡа төшөүен билдәләй Алексей Юрьевич. Сенаж әҙерләүҙең бер юлы бар – уны төргәкләргә, бының өсөн махсус пресс һәм упаковкалаусы талап ителә. Иртәле-кисле һауын һыйырҙарына 6-шар кг иҫәбенән фураж бирелә, һутлы аҙыҡтан да өҙмәйҙәр. Һыйырҙар көндөҙ ялан кәртәләрҙә тора, ә төнгөлөккә аҙбарҙарға ҡыуып индерелә.
Хужалыҡ “Яңы эш башлаған фермер” һәм былтыр “Ғаилә фермаһы” программалары буйынса гранттар конкурсында ҡатнашып, дәүләт ярҙамы алған. Грант ярҙамында “Беларусь” тракторы, датчиклы (һауылған һөттөң күләмен иҫәпләгес) ярым робот автомат һыйыр һауыу ҡоролма-аппараттары (3,2 млн һумлыҡ), бесән сапҡыс, быҙауҙарҙы туҡландырыу өсөн һөт таксийы (әлегә уны эшләтә башламағандар, быҙау ҡараусыларҙың эшен еңелләштерә) тип аталған ҡоролма, ике һөт һыуытҡыс (2 тонна һәм 500 литрлы) һәм башҡа техника һатып алынған. Пластик шешәләрҙе Стәрлетамаҡтан һатып алалар, этикеткаларын үҙҙәре эшләйҙәр.
- Эшем бик оҡшай. Юлымда гел яҡшы, ярҙамсыл кешеләр генә осрап торҙо һәм тора, шуға һөйөнәм, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған район
хакимиәтенә, белгестәренә, А.Шапошниковҡа, Фоминдарға, Р.Ғафаровҡа, Ғ.Сәғиҙуллинға, үҙем Чечен һуғышы ветераны булараҡ, хәрби дуҫтарыма, ауыл хужалығы бүлегенән Ғ.Суфияновҡа һәм башҡаларға барыһына ла рәхмәтлемен, - ти А.Ерофеев. –Кредит бурыстары, энергияға түләү хаҡтары артыуы, ҡиммәтселек бәкәлгә һуға, сығымдар күп, тиҙерәк бурыстарҙан ҡотолорға кәрәк, - ти ул.
Фермерҙың киләсәккә пландары ҙур, тәүге планда – биналарға ремонт эшләү, заманса техникалар, трактор һатып алыу, кәрәкле ҡоролмалар һатып алып, һөттө эшкәртеүгә тотоноу, яһалма ҡасырыуҙы яйға һалыу, эшселәрҙең хеҙмәт хаҡтарын күтәреү һәм башҡалар.
Теләк бер: эшегеҙ уң булһын, уй-пландарығыҙ тормошҡа ашһын.

“Ерофеев” һөтө үтемле
“Ерофеев” һөтө үтемле
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: