+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2023, 15:40

Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны

21 ғинуарҙа Юлыҡта "Боҙ миҙгеле" проекты сиктәрендә ауылдың урам командалары араһында хоккей турниры үтте.

Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны
Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны

Уйын ике төркөмдә үтеп, беренсеһендә "Хәләл - Еҙем" кооперативының ит эшкәртеү цехы командаһы менән ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, икенсеһендә - "Еҙем", "Мағаш-1", "Мағаш-2", "Түбән яҡ" командалары көс һынашты. Тәүге уйында 2:1 иҫәбе менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре еңһә, икенсе төркөмдә "Еҙем" - 1-се, "Мағаш-1" - 2-се, "Мағаш-2" - 3-сө урындарҙа булды. Афариндар!

Мәҡәлә һәм фотолар "Юлыҡ" ТОС-ы сайтынан алынды.

Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны
Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны
Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны
Юлыҡта урам командалары хоккей уйнаны
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: