+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2023, 10:05

Путин йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

Киләсәктә йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален үткәрергә мөмкин, тип иҫәпләй РФ Президенты Владимир Путин. Ләкин, уның һүҙҙәренсә, хәҙерге шарттарҙа был идеяны тормошҡа ашырыу еңел түгел.

Путин йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы
Путин йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

"Идеяғыҙ һәйбәт. Хәҙерге шарттарҙа уны тормошҡа ашырыу еңел булмаҫ, моғайын. Шуға ҡарамаҫтан, 2017 йылда, Ҡырым ваҡиғаларына ҡарамаҫтан, «Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален» бик уңышлы үткәрҙек», - тип яуап бирҙе Путин Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты студенты Дарья Семенованың 2017 й Сочиҙа уҙған фестивалде ҡабатлау тәҡдименә. "Барыһы ла үҙ ваҡытында булыр, тип уйлайым. Әммә идея һәр ваҡыттағыса дөрөҫ. Әлбиттә, хупларбыҙ», - тип өҫтәне президент. Шул уҡ ваҡытта ул, барыһы ла властар теләгенән генә тормай, тип билдәләне. "Конкурста ҡатнашыусыларға, халыҡ-ара ойошмаларға бәйле. Дөйөм алғанда, был идея бик дөрөҫ. Сөнки бындай ваҡиғалар кешеләрҙе берләштерә. Һәм, ҡағиҙә булараҡ, бик яҡшы һөҙөмтәләр менән үтә. Шуға күрә мотлаҡ ҡарарбыҙ», - тине. Президент шулай уҡ, бындай сараны ойоштороуҙа төбәк властарының ярҙамы мөһимлеген, "әммә иң тәүҙә тейешле халыҡ-ара структуралар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр төҙөргә кәрәк"леген билдәләне.

Рәсәй халыҡ-ара сараларҙы һәр ваҡыт юғары кимәлдә уҙғара, тип билдәләне дәүләт башлығы. "Киләһе тапҡыр шулай эшләрбеҙ. Идея өсөн рәхмәт», - тине һәм ул сараны ойоштороуға идея биреүсе ҡыҙҙың үҙен дә йәлеп итергә вәғәҙә бирҙе.

Путин йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы
Путин йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: