+4 °С
Болотло
Максим Ташлы ауылында тыуып үҫкән. Ташлы урта мәктәбен тамамлай, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры һөнәре ала, армияла хеҙмәт итә. 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 2023 йылдың 4 ғинуарында 24 йәшендә һәләк була.
Был аяныслы юғалтыу тойғоһон һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Ата-әсәһенең ҡайғыһын еңеләйткән һүҙҙәр табырлыҡ түгел. Геройыбыҙҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән ысын ир-егет, патриот алдында баш эйәбеҙ.