+4 °С
Болотло
Эш сәфәре барышында улар музей эшен алып барыу, документтар әҙерләү һәм башҡа эш мәсьәләләре буйынса тәжрибә уртаҡлашты.
Ишембай районының мәғариф идаралығы начальнигы Исламғолов Илшат Һиҙиәтулла улына, музей директоры Өмөтбаев Әнүәр Флүр улына һәм 15-се мәктәп директоры Миләүшә Марат ҡыҙына экскурсиялар ойошторғандары һәм ихлас ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәтле булдылар. Районда "Мәғариф тарихы" музейын булдырыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине, инициатив төркөмгә алдарына алған мөһим, ҡатмарлы эштә уңыштар теләргә генә ҡала. Ә район халҡынан мәктәптәр тарихына бәйле мәғлүмәттәр менән уртаҡлашыуҙары һорала.