Был еңеүҙән һуң Невалағы ҡала тағы бер йыл ҡамауҙа була, ләкин тап 1943 йылдың ҡышында һуғыштың беҙҙең еңеү менән тамамланасағы асыҡлана. Блокада - Бөйөк Ватан һуғышының һөйләүе ҡыйын һәм ауыр булған дөрөҫлөгө ул. Һуғыш йылдарында бөтә ил яфа сигә, әммә Ленинград халҡы өлөшөнә иң ҡурҡыныс һынауҙар тура килә. Ленинград ҡамауҙа 1941 йылдың 8 сентябрендә ҡала. Ҡала яны райондарында йәшәүселәр менән бергә яҡынса 3 миллион тыныс халыҡ ҡамап алына. Фашистар революция бишеген яулап ала алманы. Үҙҙәренең кешелекһеҙ планына ярашлы, улар ҡаланы аслыҡ һәм бомба яуҙырыу юлы менән юҡ итергә ҡарар итә.
1941-1942 йылғы ҡыш башы иң ауыр саҡ була. 1941 йылдың 20 ноябренән 25 декабренә тиклем Ленинград халҡы блокада ваҡытында иң түбән икмәк нормаһын алған. Был - эшселәр карточкаһы буйынса 250 г (ҡала халҡының өстән бер өлөшө) һәм 125 г хеҙмәткәрҙәргә, ҡалғандарға һәм балаларға... Ул һоло ҡабығы, целлюлоза һәм обой туҙанынан торған икмәк була. 25 декабрҙән нормалар арта башлай: быға Йәшәү юлы ярҙам итә. 1942 йылдың ғинуарында ғына ҡалала 107 477 кеше, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге 5636 бала вафат булған. Улар араһында бомбаға тотолғандар ҙа, сир ҡорбандары ла бар, әммә унауҙың туғыҙы аслыҡтан үлә. 2022 йылдың 20 октябрендә Санкт-Петербург ҡала суды Ленинград блокадаһын совет халҡына ҡарата геноцид тип таныны. Тыңлауҙарҙа 1,1 миллионға яҡын кеше - ҡамау ҡорбандарының һаны буйынса аныҡ мәғлүмәт бирелде. Был һан элекке рәсми һандан бер ярым тапҡырға күберәк.
Ленинград эргәһендәге хәлде ҡырҡа үҙгәртергә тейешле “Осҡон” (“Искра”) операцияһы бер айға яҡын әҙерләнә. Ғәскәрҙәрҙе тығыҙ оборонаны еңеүгә ентекле әҙерләйҙәр, сөнки гитлерсылар һәр бейек-лекте ҡәлғәгә әйләндергән була.
Төньяҡ баш ҡала тотош ил өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө ул. 1945 йылдың 1 майында Юғары баш командующий бойороғо буйынса тап Ленинград тәүге Герой-ҡала тип атала.
Өс йыл инде беҙҙең райондағы «Десант 37» һәм «Пересвет» отрядтары эҙәрмәндәре 1941 йылдың сентябренән 1944 йылдың ғинуарына тиклем аяуһыҙ һуғыш барған Ленинград өлкәһенең Киров районына юллана. Оборона министрлығы архивы мәғлүмәттәре буйынса, был осорҙа бында 1 квадрат метрҙа 20-ләгән ҡыҙылармеец һәләк булған. Бында һаҙлыҡлы урын, һалҡын климат, ҡышын –35 градусҡа тиклем һалҡындар була, яҙын һәм йәйен ләпәк һәм серәкәйҙәр йонсота. Окоптарҙы ҡаҙғанда Ленинград һаҡсыларына ни тиклем ауыр булғанына инанырға тура килде. Немецтар төп бейеклектәрҙе биләй, ә беҙҙең һалдаттар – һаҙлыҡта... Өс йыл дауамында шулай була.
Ҡаҙған һайын ҡом менән бергә (бында ҡомло тупраҡ) бик күп снаряд ярсыҡтары осрай. Өҫтәүенә шартламаған гранаталар, миналар, снарядтар күп. Хәҙерге һуғыштар тарихында икенсе Ленинград булғаны юҡ. Бер ҡала ла был тиклем ҡаты һәм оҙайлы ҡамауҙа еңелмәйенсә ҡала алмаған. Бер ҡала ла еңеү өсөн бындай ҡорбандар бирмәгән. 1944 йылдың башында ғына “Ғинуар күкрәүе” (“Январский гром”) операцияһы һөҙөмтәһендә ҡаланы немец ҡамауынан тулыһынса азат итеүгә өлгәшелә. Әммә 1943 йылдың ғинуар көнө киләсәк еңеү осҡоно булып хәтерҙә ҡаласаҡ.
Олег НИКОЛАЕВ,
Красноусолдағы 1-се мәктәптең “Пересвет”
эҙәрмәндәр отряды
командиры.