+4 °С
Болотло
Ярыштар 2009-2010 һәм 2011-2012 йылғы малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында 4 төркөмдә үткәрелде. Команда составы һәр төркөмдә 5-әр ҡатнашыусы булды. Райондың 10 командаһы ҡатнашты. Старт 30 секундт ара менән бирелде
Шәхси беренселектә урындар иң яҡшы техник һөҙөмтә буйынса бирелде. Команда беренселеге йомғаҡтары команданың 5 ҡатнашыусыһының мәрәйҙәр суммаһы буйынса уҙғарылды. Сәйетбаба урта мәктәбе, Красноусолдағы 1-се мәктәп, Ҡауарҙы мәктәбенең еңеүсе командалары Башҡортостандың зона ярыштарында районыбыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ. Ярыш барышында ҡатнашыусылар «Блокада икмәге» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.