+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2023, 10:45

Пушкин картаһы: нисек алырға һәм ҡайҙа барырға

Пушкин картаһы – йәштәрҙе мәҙәниәткә ылыҡтырыу маҡсатында булдырылған программа. Рәсәйҙә ул өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырыла, һәм ҡулланыусылар тарафынан лайыҡлы баһаланып өлгөрҙө.

Пушкин картаһы: нисек алырға һәм ҡайҙа барырға
Пушкин картаһы: нисек алырға һәм ҡайҙа барырға

Асылда, ул – ғәҙәти банк картаһы, тип әйтергә мөмкин. Унда дәүләт тарафынан билдәле сумма аҡса һалына. Мәҫәлән, 2021 йылда 3 мең һум булһа, былтыр һәм быйыл – 5 меңешәр һум. Был аҡсаны йәштәр үҙҙәре барырға теләгән мәҙәни сараларға сарыф итә ала.
Пушкин картаһы кемдәргә бирелә һәм уны нисек юлларға
Уның менән 14-тән 22 йәшкәсә арауыҡтағы һәр йәш кеше ҡуллана ала. Уҡыймы, эшләйме, әллә әлегә үҙ юлын эҙләйме – уныһы мөһим түгел, төп шарт – ҡулында Рәсәй гражданы паспорты һәм СНИЛС булһын. Пушкин картаһын ике төрҙә – пластик һәм виртуаль вариантта эшләтергә мөмкин.
Виртуаль карта юллар өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәлергә кәрәк. Артабан смартфонға «Дәүләт хеҙмәттәре.Мәҙәниәт» («Госуслуги.Культура») ҡушымтаһын күсереп алырға һәм картаға эйә булыуҙы раҫларға. Пластик карта «Почта Банк» бүлексәләрендә бирелә, үҙең менән паспорт һәм СНИЛС-тың булыуы мотлаҡ.
Шуны ла белеү зарур: виртуаль карта менән интернет аша һатып алынған билеттарҙы ғына түләп була. Әммә бөгөн барлыҡ сараларға билеттар онлайн алымда һатыла, шуға күрә бер ниндәй мәшәҡәт тыумаясаҡ. Бер йыл ҡулланғандан һуң виртуаль Пушкин картаһы яңынан сығарыла һәм ундағы барлыҡ мәғлүмәт яңыра. Ә бына пластик картаны ҡайтанан сығарыу өсөн банк бүлексәһенә барырға һәм яңыһын алырға тура киләсәк.
Ата-әсә балаһына «Пушкин картаһы»н юллай аламы?
Ата-әсә балаһына «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы булдырыуҙа ярҙам итә ала, әммә «Пушкин картаһы»н йәш кеше үҙ исеменә теркәй һәм үҙенең иҫәп яҙмаһы менән генә ҡуллана.
Әгәр телефон йәки башҡа төрлө мәғлүмәт үҙгәрһә, нимә эшләргә?
Мобиль ҡушымта мәғлүмәттәрҙе һаҡламай. Шәхескә ҡағылышлы мәғ­лүмәттәрҙе «Дәүләт хеҙмәт­тәре»ндә үҙгәртергә кәрәк.
Пластик картанан ҡулаҡса алып буламы?
Пушкин картаһы йәш кешегә мәҙәни сараларға бушлай йөрөү өсөн генә бирелә. Шуға күрә уны ҡулланып, әйбер һатып алып булмай. Ҡулаҡса алыу, дуҫыңа күсереү – мөмкин бул­маған эш.
Йыл аҙағында карталағы аҡса «яна», шуға күрә уны тулыһынса файҙаланып өлгөрөү отошло. Ғинуарҙа яңы сумма күсә. Мәҫәлән, быйыл һеҙҙең картаға 5 мең һум күсте. Уны хәтәр шәп берәй сараға барып, шунда уҡ тотона йәки күргәҙмә һәм киноларға йөрөп, йыл дауамында файҙалана алаһығыҙ.
Карта менән ҡайҙа барып була
Һайлау мөмкинлеге ҙур ғына. Мәҫәлән, Өфөлә Пушкин картаһы буйынса Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына барырға, Милли симфоник оркестрҙың концертын тыңларға һ.б. мөмкин. Сараларҙың тулы исемлеге менән «Госуслуги.Культура» ҡушымтаһында һәм «Культура.РФ» сайтында танышырға була. «Пушкин картаһы» тигән төймәгә баҫҡас, «Барлыҡ сараларҙы ҡарарға» һәм «Башҡортостан Республикаһы» бүлектәрен һайлайһығыҙ. Сараларҙы төрө (мәҫәлән, тик концерттар), хаҡы, ваҡыты буйынса айырып ҡарарға мөмкин. Артабан «Пушкин картаһы менән түләргә» тигән билдәгә баҫырға. Бик уңайлы!
Әйткәндәй, Пушкин картаһын үҙең йәшәгән республикала ғына түгел, сәйәхәт барышында башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланырға, мәҙәни саралар ҡарарға була. Карта Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла, Владивостокта ла, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла берҙәй алымда эшләй.
Ә киноға мөмкинме?
Әлбиттә, мөмкин! Бөгөн республиканың барлыҡ райондарында заманса кинотеатрҙар асыла. Пушкин картаһы буйынса ватан фильмдарына билет алып була. Мәҫәлән, иҫ киткес танылыу алған «Чебурашка» фильмына бушлай барып ҡайтыу – шәп бит! Әйткәндәй, ул касса йыйымы буйынса «Аватар»ҙы ла уҙып китте. Йыл дауамында Пушкин картаһындағы сумманың 2 мең һумын Рәсәй кинофильмдарын ҡарауға тотонорға мөмкин. Билет һәр кемдең үҙенә генә бирелә, Пушкин картаһы буйынса әхирәтеңде киноға саҡырып булмай.

Пушкин картаһы: нисек алырға һәм ҡайҙа барырға
Пушкин картаһы: нисек алырға һәм ҡайҙа барырға
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: