+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2023, 13:45

Тел һөйөүселәр байрамы

Ошо көндәрҙә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте.

Тел һөйөүселәр байрамы
Тел һөйөүселәр байрамы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала. Уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен яратып өйрәнеүҙәрен, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, текст өҫтөндә эшләй белеү оҫталыҡтарын, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуҙарын, туған телебеҙҙе ихлас яратыуҙарын күрһәтәләр.
Йылдың-йылы беҙҙең Ғафури районы уҡыусылары ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк - ара олимпиадаһында ихлас ҡатнашалар һәм уңышлы сығыш яһап, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10 "Б" класс уҡыусыһы Азалия Әсәнова, Красноусолдағы 1-се мәктәптең 9 "Г" класс уҡыусыһы Булат Мусин башҡорт теле һәм әҙәбиәте төбәк-ара олимпиадаһында Призер булдылар.
Башҡорт телен яҡшы белгән уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен - Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафинаны, 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альфира Нәжметдин ҡыҙы Ғәлиуллинаны ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, ҙур бейеклектәр теләйбеҙ.

Тел һөйөүселәр байрамы
Тел һөйөүселәр байрамы
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: