+4 °С
Болотло
Уйындар ныҡышмалы көрәштә үтте, ҡыҙҙар үҙҙәренең характерын, етеҙлеген, оҫталығын һәм физик әҙерлеген күрһәтте. Ғафури спортсыларына тиңдәр булманы - улар дүрт уйында ла ышаныслы еңде һәм турнирҙа беренсе урынды алды. Еңеүселәребеҙ: Ксения Белякова, Виктория Батыршина, Мария Суздальцева, Регина Азаматова, Ангелина Дәүләткилдина, Яна Йосопова. Команданы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, еңел туптар һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!