+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2023, 18:30

“Еҙем”дә – көрәш фестивале

18 февраль спорт сараларына бик бай булды. Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы йәнә спортсыларҙы үҙенә йыйҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап “Боец” алыш фестивале үтте. Үҫеп килгән йәш быуынды илһөйәрлек рухында һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләү, ҡатнаш көрәште популярлаштырыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау – был ярыштың маҡсаты булып торҙо. Унда республиканың бер нисә районынан һәм баш ҡаланан 6-17 йәшлек спортсылар ҡатнашты. Турнирҙа Өфө ҡалаһынан “Батыр” клубтарының – ике, ә Стәрлетамаҡтан дүрт командаһы ҡатнашып, үҙ көстәрен һынаны. Ҡатнашыусыларҙың һаны 120 тирәһе ине.

“Еҙем”дә – көрәш  фестивале
“Еҙем”дә – көрәш фестивале

Флорид Ғибаҙуллин етәкселегендәге Красноусолдағы “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре уңышлы сығыш яһап, бик күп наградаларға лайыҡ булды. Һәм Фестивалде йомғаҡлап, дөйөм команда яулаған миҙалдар иҫәбе буйынса тап улар беренсе урын яуланы. Өфө ҡалаһының “Звезда” батыр клубы – икенсе, Ҡырмыҫҡалы районының ҡул һуғышы мәктәбе өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Шәхси беренселектә миҙал һәм Фестивалдең кубогына эйә булдылар: Данис Сөләймәнов, Елисей Бохармәтов, Артур Юлдашев - 1-се урында, икешәр миҙал һәм кубок яуланылар: Арслан Рәхимов ике 1-се урын, Максим Трофимов 1-се һәм 2-се урын, Тимур Юламанов 1-се, Егор Зюлькин 1-се һәм 2-се, Артём Никитин 1-се һәм 2-се, Глеб Горин 2-се һәм 3-сө, шулай уҡ Роберт Фәтҡуллин да, Павел Большаков менән Данил Хәбибуллин – 1-се, Даниэль Хлёскин, Павел Симанович, Роман Авдоян, Евгений Башкиров, Илнар Әхтәмов, Оскар Әсәҙуллин, Артём Хлёскин - 2-се, Эмиль Кялашян, Артур Йәмғуров, Алан Алиян, Арсен Камалетдинов, Омар Алиян, Даниил Пальгов – 3-сө урында. Максим Тюрин ике бронза миҙалға лайыҡ булды.
-Районыбыҙ “Батыр”ҙары көрәш келәмендә үҙҙәренең ҡатҡыллығын һәм ныҡышмаллығын, еңеүгә ынтылыштарын күрһәтеп, наградаларҙың бик яҡшы уңышын йыйҙы. Уларҙың күптәре әле бигерәк бәләкәстәр, әммә уларҙа өмөт бар, килер бер көн һәм улар мотлаҡ ысын көрәшсе, ир-егет, беҙҙе һаҡлаусылар булып танылыр, - ти Ф.Ғибаҙуллин.

“Еҙем”дә – көрәш  фестивале
“Еҙем”дә – көрәш фестивале
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: