+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Март , 17:45

Кесеһе лә, олоһо ла тимераяҡҡа баҫты

Ошо уҡ көндө Юлыҡ ауылындағы спорт майҙансығында “Хәләл-Еҙем” кооперативы призына балалар араһында конькиҙа (тимераяҡ) уҙышыу буйынса ярыш үтте. Сара урындағы коммерциялы булмаған “Юлыҡ ауылының мәғарифты, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереүгә ярҙам Фонды” ярҙамы һәм ауыл кешеләрен физик культураға, спортҡа һәм әүҙем хәрәкәтләнеүгә ылыҡтырыу маҡсатында уҙғарылды. Бәйге дүрт йәш төркөмөндә үткәрелде.

Кесеһе лә, олоһо ла тимераяҡҡа баҫты
Кесеһе лә, олоһо ла тимераяҡҡа баҫты

Был көндө каток һәм хоккей ҡумтаһын үҙ эсенә алған спорт майҙансығына балалар ҙа, өлкәндәр ҙә дәррәү йыйылды. Ярыш программаһында юлыҡтар менән бер рәттән ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа ихлас ҡатнашты. Уҙыш башланыр алдынан ауылдашыбыҙ, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Алик Рафиҡовтың улы - “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Тимерхан Рафиҡов һәм уның тренеры, профессионал хоккейсы Александр Панков конькиҙа йөрөү һәм хоккей уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Улар ҡатнашлығында Сәйетбаба, Юлыҡ ауылдары уҡыусылары һәм йәштәре командалары ҡатнашлығында күрһәтмә хоккей уйыны булды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға һәм призлы урындар яулаусыларға “Хәләл-Еҙем” кооперативы рәйесе Фәнил Басиров исеменән бүләктәр тапшырылды. Ярышты үҙенсәлекле итеп үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән Гөлсәсәк, Алик һәм улдары Тимерхан Рафиҡовтар ҙа ҡатнашыусыларға үҙ бүләктәрен һәм татлы күстәнәстәрен әҙерләп килтергән.
Дөйөм алғанда, Юлыҡ ауылында төрлө йәштәгеләрҙе үҙенә йәлеп иткән һәм билдәле спортсылар ҡатнашлығындағы спорт байрамы мауыҡтырғыс һәм фәһемле булды.

Кесеһе лә, олоһо ла тимераяҡҡа баҫты
Кесеһе лә, олоһо ла тимераяҡҡа баҫты
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас в