+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2023, 11:15

Тиҙерәк өй туйларға яҙһын

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙенең эш бүлмәһендә Бурлы ауылында йәшәүсе Светлана Рәшит ҡыҙы Ғүмәроваға торлаҡ төҙөү өсөн таныҡлыҡ тапшырҙы.

Тиҙерәк өй туйларға яҙһын
Тиҙерәк өй туйларға яҙһын

“Ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы халыҡтың йәшәү, торлаҡ шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ул ауыл-да йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, ауылда ҡалыусы йәш ғаиләләр һәм белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Программаға ярашлы, ауылда төпләнеп, агросәнәғәт комплексында, фермер хужалыҡтарында һәм социаль өлкәлә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау) эшләгән йәш ғаиләләр һәм белгестәр торлаҡ сертификаты алырға хоҡуҡлы. Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамы йорт төҙөү, башланған төҙөлөштө теүәлләп ҡуйыу, йәки булған йортҡа төкәтмә төҙөү, өй һатып алыуға йүнәлтелә.
“Урожай” КХ-һында бухгалтер булып эшләүсе һәм алты бала тәрбиәләүсе Светлана Рәшит ҡыҙын Фәнзил Фәйез улы, был ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлап, ғаилә именлеге, бәхет һәм таныҡлыҡтың изгелеген күреп, тиҙерәк өй туйларға яҙһын, тигән ихлас теләктәрен еткерҙе.
- Хөкүмәттән алынған был ярҙам - ауыл ерендә эшләгән кеше өсөн бик уңайлы. Был аҡсаға быйыл өй һалып керергә уйлайбыҙ. Үҙем егерме йылдан артыҡ бер урында эшләйем. Сиратҡа бер нисә йыл элек баҫҡан инек. Өлкән балалар хәҙер үҙаллы йәшәһә лә, яңы өй барыбыҙ өсөн дә шатлыҡ буласаҡ. Дәүләт ярҙамын юллауҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, “Урожай” КХ-һы етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтлемен, - тине үҙенең һөйөнөсө менән уртаҡлашып Светлана Рәшит ҡыҙы.
Ауылдарҙа яңы өйҙәр ҡалҡа икән, ауылдың киләсәге лә өмөтлө. Ошо ерлектә ике тиҫтәнән артыҡ йыл эшләп, Ленара, Ленар, Илина, Илнар, Илмир, Илнара исемле балаларға ғүмер биргән әсә өсөн бындай ярҙам алыу 8 Март байрамы алдынан онотолмаҫлыҡ бүләк тә. Ғүмәровтарға өйҙәрен тиҙерәк һалып кереп, уның ауылға ҡот-бәрәкәт биреп ултырыуын теләп ҡалабыҙ.

Тиҙерәк өй туйларға яҙһын
Тиҙерәк өй туйларға яҙһын
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: