+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Март , 10:00

Хыялға тәүге аҙымдар

18 февралдә Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы был уҡыу йорто менән танышырға теләүселәргә үҙ ишеген асып, район мәктәптәренең 8-9-сы класында уҡыусыларҙы һөнәри лабораторияла ҡатнашырға йыйҙы.

Хыялға  тәүге аҙымдар
Хыялға тәүге аҙымдар

“Һин дә булдырасаҡһың!” профессиональ лаборатория – үҙ эсенә һөнәри йүнәлеш биреү оҫталыҡ дәрестәрен алып, унда ҡатнашыусылар өйрәтеүселәре менән бергә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған эш һыҙығында ҡайнаны.
Филиал етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Ғәзетдинова үҫмерҙәргә уҡыу йорто тураһында ентекле һөйләп, кәрәкле эшсе һөнәрҙәрен райондан ситкә китмәйенсә лә үҙләштереп булыуын һәм башҡа өҫтөнлөктәрен аңлатты. Видео экран аша уҡыу йортоноң тормошо, районда уңышлы эшләп йөрөгән сығарылыш студенттары күрһәтелә барҙы.
- Бөгөн беҙҙең колледжды тамамлаған меңдәрсә кеше районыбыҙ ойошма-учреждениеларында һәм унан ситтә уңышлы эшләп йөрөй. Беҙгә уҡырға килеүселәр “Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы”, “Ашнаҡсы, кондитер”, “Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры”, “Иретеп йәбештереүсе”, “Йорт йыйыштырыусы” һөнәрҙәрен алып сыға. Өҫтәмә рәүештә “С” категориялы автомобиль йөрөтөү хоҡуғы бирелә. Теләүселәр умартасы һөнәрен дә үҙләштерә ала. Башланғыс һәм урта һөнәри белем биреү йорттарында һәр саҡ кәрәкле төрлө эшсе һөнәрҙәренә өйрәтәләр. Әҙер эшсе белгестәр бөгөнгө көндә һәр тармаҡта кәрәк, - тине Гүзәл Тимерхан ҡыҙы.
Беренсе курс студенты Урал Масков үҙе үҙләштергән “Дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы” һөнәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе һәм уҡыусыларҙы оҫтахана бүлмәһенә саҡырҙы.
Үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр махсус кейемдәр кейгәс, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры Закир Фәйзрахман улы Сөләймәнов етәкселегендә хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, әле белем алған студенттар ярҙамында кирбес һалыу оҫталыҡтарына төшөнөп кенә ҡалманылар, студенттар әҙерләгән иҙмәне ҡулланып эшләп тә ҡаранылар. Был һөнәрҙе үҙләштереү һәр кем өсөн мөһим тиһәң дә була. Сөнки эшсе ҡушып өй һалыуға күпме сығым китә, ә ҡулың эш белһә, үҙең теләгәнсә өй һалып керергә, аҡса ла эшләргә була.
Ҡайҙа уҡырға барыуҙы хәл иткәндә хеҙмәт баҙарындағы хәлде, баланың һәләттәрен, теләген, матди мөмкинлекте лә иҫәпкә алырға кәрәк. Был көндө үҫмерҙәр эшсе һөнәрҙәре әҙерләгән уҡыу йорто менән яҡындан танышты һәм үҙ хыялдарына тәүге аҙымдарын яһаны. Һуңынан Гүзәл Тимерхан ҡыҙы оҫталыҡ дәресен йомғаҡлап, уҡыусыларҙың һөнәр һайлауына етди ҡараған һәм ойоштороп килтергән Красноусолдағы 1-се мәктәп, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Хыялға  тәүге аҙымдар
Хыялға тәүге аҙымдар
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в