Уны барлыҡҡа килтереүсе шәхес – күренекле журналист-публицист, прозаик һәм драматург Шакир Ғиниәт улы Насиров. Ул 1913 йылдың 6 мартында Табын улусының (хәҙерге Ғафури районының) бик хозур төбәгендә урынлашҡан Ибраһим ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Тормоштоң әсе-сөсөһөн үҙ иңендә мул татыһа ла, Шакир белем тауҙарына тырыша-тырыша артыла. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, артабан Еҙем-Ҡаран мәктәбенә юллана. Тырыш үҫмер белем эстәп Өфөгә юлланырға ла йөрьәт итә, 1929–1931 йылдарҙа ул Өфө сәнәғәт-иҡтисад техникумында уҡый, уны уңышлы тамамлағандан һуң журналистика донъяһына килеп инә һәм ғүмеренең аҙағынаса башҡорт ваҡытлы матбуғатын, журналистикаһын, китап баҫтырыу эшен үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала. 1931–1942 йылдарҙа ул “Ҡыҙыл Башҡортостан” (1951 йылдан “Совет Башҡортостаны“, 1990 йылдан – “Башҡортостан”) гәзитендә махсус хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире вазифаларын башҡара, 1935–1937 йылдарҙа әрме хеҙмәтен дә үтәп ҡайта. 1942 йылда Быҙаулыҡ ҡалаһында хәрби училищела уҡығандан һуң Башҡорт атлы дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәләл ҡанын ҡоя, фронт гәзитенең яуаплы сәркәтибе, полк агитаторы була, күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
Әҙип, журналист, тәржемәсе
1946 йылда демоблизацияланғандан һуң ул йәнә журналистика вә әҙәбиәт донъяһына килә, республикабыҙҙың үҙәк гәзит-журналдарында, китап нәшриәтендә яуаплы сәркәтип, бүлек мөдире, баш мөхәррир кеүек яуаплы вазифаларҙа эшләй. Тап ошо осорҙа уның уҡыусылар араһында киң популярлыҡ яулаған очерктары менән бер ҡатарҙан әҙәби әҫәрҙәре бер-бер артлы күренә башлай. Улар араһында повестар ҙа, хикәйәләр ҙә, комедиялар ҙа, интермедиялар ҙа бар. Һирәкләп булһа ла уймаҡ хикәйәләр, фельетондар осрай. Уларҙа журналист-әҙиптең халыҡ тормошон яҡшы белеүе, кешеләрҙең психологияһын, уй-тойғоларын нескә күҙаллауы, образлы бай тел ярҙамында мауыҡтырғыс һүрәтләүе күҙгә бәрелеп тора.
Әйтергә кәрәк, Шакир Ғиниәт улы быға тиклем дә һүҙ сәнғәте донъяһында журналист, прозаик, драматург сифатында ҡыйыу ғына аҙымдар яһап өлгөргән була. 30-сы йылдарҙа уҡ ул үҙен ауыл кешеләре, колхоз тормошо, яңы сәнәғәт тармаҡтарының үҫеүе хаҡында төплө очерктар яҙған иң әүҙем башҡорт журналистарының береһе итеп таныта. “Хәтер”, “Вәғәҙә бүләге”, “Килешеү” кеүек хикәйәләре һәм новеллалары, “Бүләгем”, “Ҡолмәт ҡоҙа” исемле бер актлы пьесалары ла бер-бер артлы донъя күрә. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның ижади эҙләнеүҙәре бермә-бер һүлпәнәйә. Бары 1946 йылда, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас ҡына, ул ҡаурый ҡәләмен ныҡлап ҡулына ала. 50-се йылдарҙа уның икенсе ижад һулышы асылып китә.
Ш.Насиров – тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләгән яугир ижадсы. Шуныһы айырыуса иғтибарға лайыҡ һәм бөгөнгө көн өсөн дә бик мөһим: үҙенең иғтибарын тәржемәсе-әҙип иң элек тыуған ил, халыҡ азатлығы, матур тормош өсөн көрәште, патриотизмды, ҡаһарманлыҡты, хеҙмәтте, коллективизм һәм берҙәмлек рухын данлаған, кешеләрҙе әхлаҡи камиллыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән әҫәрҙәргә йүнәлтә. Л.Толстой, Е.Крашенинников, И.Тургенев, М.Горькийҙың айырым ижад емештәре, С.Бабаевскийҙың «Алтын йондоҙ кавалеры» романы, Е.Кошеваяның «Улым тураһында повесть», Ю.Фучиктың «Язалау алдынан», В.Овечкин, И.Ликстанов һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре тап уның ҡаурый ҡәләме аша үтеп, башҡорт телендә киң ҡатлам уҡыусыларҙың күңел-зиһен донъяһына еткерелә.
Мәҡәлә сиктәрендә генә Ш.Насировтың 55 йыл ғына ғүмере арауығында тыуҙырған шаҡтай киң диапазонлы ижад емештәренә тулайым байҡау яһау мөмкин түгеллекте иҫәпкә алып, төп иғтибарҙы ҡыҫҡаса ғына уның ижад йөҙөн билдәләгән прозаһына һәм уға айырыуса хас булған бер күренешкә йүнәлтеү менән сикләнеү урынлы булыр. Һүҙ әҙип сәсмәүеренең сатирик көсө, сатирик стиле хаҡында. Был йәһәттән уның хикәйәләре, комедиялары һәм интермедиялары кеүек үк, ХХ быуаттың 50–60-сы йылдарындағы башҡорт сатирик әҙәбиәтенә яңы һулыш өҫтәгән әҫәрҙәр булды. Һәр нәмәнең ыңғай йә кире яҡтары, ғәҙәттә, сағыштырып ҡарағанда асығыраҡ күренеүсән. 50-се йылдарҙа прозабыҙҙа сатирик ағымды бермә-бер көсәйтеп ебәреүсе ҙур бер төркөм “уҫал әҙәбиәт” вәкилдәре (С.Кулибай, И.Абдуллин, Р.Ғабдрахманов, Яр.Вәлиев, И.Ғиззәтуллин, З.Хисмәтуллин, Ф.Иҫәнғолов һ. б.) араһында Ш.Насиров айырым бер урынды алып торҙо. Халҡыбыҙҙың Октябргә тиклемге милли-колониаль һәм социаль иҙелеүе шарттарындағы ауыр яҙмышын, бәхетле тормош өсөн көрәшен сағылдырған «Серле ҡая» повесы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарына бәйле хәл-ваҡиғаларҙы бәйәнләгән «Һыңар ҡолаҡ Хисами», «Иҫке шинель», «Һалдатка Нурия мөхәббәте» кеүек тиҫтәләгән «етди» хикәйәләр менән бер рәттән, ул ижад ғүмерендә өс тиҫтәнән артыҡ тос йөкмәткеле сатирик һәм юморис-тик хикәйә ижад итте. Улар башҡорт сатирик прозаһының йылдам үҫешенә ифрат ҙур йоғонто яһаны.
Ш.Насировтың сатирик пландағы әҫәрҙәренә ағыу сәсеп, зәһәрләнеп көлөү, аҫтыртын «семтеп алыу» хас түгел. Гротеск сигенә еткән сарказмдан бигерәк, уларға мөләйемлек, ярҙам ҡулы һуҙырға теләгән дуҫтарса ихлас һәм алсаҡ көлөү хас. Хикәйәләрҙә юмористик пафос бермә-бер өҫтөнлөк итә. Уларҙың жанр төрөн баштараҡ прозаик юҡҡа ғына «шаярыу» тип билдәләмәгән, күрәһең. Уның 40-сы йылдар аҙағында әрме тормошона арнап яҙылған «Мыйыҡ», «Тел эҙләгәндә» хикәйәләрендә үк ана шул алсаҡ шаянлыҡ, дуҫтарса шуҡлыҡ атмосфераһы бөркөлөп тора. Уларҙа совет һалдатының тормошҡа оптимистик ҡарашы, саф күңелле, ихлас шаярыуы күрһәтелә. Дөрөҫ, был хикәйәләрендә яҙыусы әле ҙур художестволы дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә алмай. Уларҙа күрһәтеп биреүгә ҡарағанда, һөйләп-аңлатып биреү, эпизодлылыҡ шауҡымы үҙен ярайһы һиҙҙертә. Ә бына 1953 йылда донъя күргән «Ярғанат» хикәйәһе иһә шул осор башҡорт сатирик прозаһында үҙе бер яңы күренеш, традицияларҙың новаторҙарса үҫтерелеше булараҡ ҡабул ителә.
Хикәйәләр оҫтаһы
Ғөмүмән, ХХ быуаттың 50– 60-сы йылдарында Ш.Насиров башҡорт бәләкәй прозаһының йөҙөн билдәләүсе әҙип булып таныла. Был осорҙа ул тәрән йөкмәткеле, үҙенсәлекле формалы, ғәжәп колоритлы хикәйәләр ижад итеүе менән дан ала. Башҡорт әҙәбиәт ғилемендә, ағымдағы тәнҡиттә хатта киң әҙәбиәтебеҙҙәге «Шакир Насиров хикәйәләре» тигән төшөнсә лә йәшәй башлай. Был инде уның хикәйәләренең ифрат үҙенсәлекле, «насировса» булыуҙарын, прозабыҙға яңы темалар, яңы типтар, яңы алымдар алып килеүҙәрен таныу тигән һүҙ.
«Ярғанат» әҫәре – ана шул насировса ғына хикәйә оҫтаһы булып танылыуҙың сағыу бер күренеше. 1953 йылда уны хатта урыҫ телендә төҫлө итеп сығарылған СССР-ҙағы иң абруйлы, иң популяр “Огонек” журналы баҫтырып сығара. Хикәйәлә «бер нәмәне алдына алдымы – өҙмәй ҙә ҡуймай», үҙенекен һүҙ итмәй туҡтамай торған, үҙ усағына ғына көл тартырға, «илдекен итәкләп ташырға», ә үҙенән «усын йомоп» ҡына сығарырға өйрәнгән, «ярғанат һымаҡ ҡараңғыны, яңғыҙ йәшәүҙе... яратҡан», мут эштәрен төндә генә атҡарған, кәрәк саҡта артис-тарса төрлө һүрәткә инә белгән, ике йөҙлө кешенең иҫтә уйылып ҡалырлыҡ образы тыуҙырыла. Шәмсибанат – ысын мәғәнәһендә йәмғиәттең оло бер бәләһенә әйләнгән, уны, үҙ файҙаһын ғына күҙәтеп, һурнаҡтарса таларға ғына өйрәнгән ярғанатлылыҡтың әхлаҡи асылын сағыу күрһәтеп биреүсе тип ул. Төп иғтибарын автор геройының тышҡы ҡиәфәтендәге түгел, ә характерындағы айырым етешһеҙлектәрҙе асып һалыуға һәм тәнҡитләүгә йүнәлтә. Кешенең тап ана шул эске донъяһына бәйле психологик йөкмәтке, оҫта төҙөлгән сюжет һәм, әлбиттә, ғәжәп бай, һығылмалы, әгәр шулай әйтергә яраһа, йырлап торған тел был әҫәрҙең уңышын барлыҡҡа килтерә лә инде.
«Ярғанат»ҡа хас идея-художество һыҙаттар Ш.Насировтың башҡа сатирик хикәйәләренә лә үҙ эҙен һалды. Ҙур уңыштан дәртләнеп киткән яҙыусы үҙ оҫталығын арттырыу өҫтөндә ең һыҙғанып эшләүен дауам итте, бер-бер артлы сатирик һәм юмористик хикәйәләр яҙҙы (“Бар ине шәп саҡтар”, “Ике егет”, “Ҡарт тирәк күләгәһендә”, “Бәләсник”, “Хикмәт ниҙә”, Йоғонто”, “Суртан”, “Туй алдынан”, “Кәпәс” һ. б.). Уларҙа тапҡыр һүҙ оҫтаһы айырым хәл-ваҡиға, факт-күренештәрҙе, деталдәрҙе шартлылыҡ алымы ярҙамында бик оҫта ҡулланып, мәрәкә төҙөлгән йыйнаҡ ҡына сюжет аша ла ҙур фекер әйтеүгә, иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыуға өлгәшә. Күҙ буяу юлы менән эшһөйәр даны ҡаҙанған, тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған буш ҡыуыҡ карьерист Ярулла (“Ике егет”), мөхәббәт тойғоларынан рухланып эшләй торғас, бригадир вазифаһына үрләтелгәндән һуң “авторитетыма кер ҡундырып тормайым әле” тип, үҙенең ауылдаштары, хатта һөйгәне Гөлназ алдында танау сөйә торғас, үҙе лә һиҙмәҫтән, күҙ йәше аша көлөрлөк драматик ситуацияға тарып, яратҡан ҡыҙынан, дуҫ-иштәренән ҡолаҡ ҡағып, “шап итеп ҡатыла ултырып ҡалған” Таһир (“Бар ине шәп саҡтар”), минең кеүек ҡаты ҡуллы етәксеһеҙ эш бармай, план үтәлмәй ул, тип лаф орған, үҙе дауаханала саҡта коллективының киреһенсә планды күпкә арттырып үтәүенә хушы киткән бушҡыуыҡ Солтан Вахитович (“Суртан”), матур һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, “эшлекле кәңәштәр” бирә-бирә, колхоз мәнфәғәтен ҡайғыртҡан булып, уғрылыҡты кәсепкә әйләндергән Ишәмәт (“Хикмәт ниҙә”), өй һаласағы, шуны булдыра алмаһа, кәпәсен атып бәрәсәге хаҡында ауыл буйлап һүҙ һөйләп йөрөй торғас, ғүмеренең үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған ялҡау, бошонмаҫ Ғәлләметдин (“Кәпәс”) кеүек образдар – прозаиктың фәһемле йөкмәткеле һәйбәт табыштары ул.
Ш.Насировтың хикәйәләре араһында парсаға хас хикмәтлелеге, тапҡырлығы менән айырылып торған «уймаҡ хикәйәләр» ҙә бар. Яҙыусы хәл-ваҡиғаларҙың иң ғибрәтле, иң көлкөлө «нөктәһен», «детален» тотоп алып, уның хаҡында бик ҡыҫҡа һәм тапҡыр итеп һөйләй һәм көтөлмәгәнсә йомғаҡ яһай, мораль сығара белә. Уның бындай хикәйәләре үҙҙәренең йөкмәткеләре һәм жанр тәбиғәте менән көләмәстәргә тартым. Бына “Ышанысһыҙ ҡатындар” тигән әҫәр. Тормошҡа еңел-елпе генә ҡарап, заманында алты ҡатынға өйләнеп өлгөргән, төрмәлә һигеҙ йыл ултырып сыҡҡан берәү танышына: “Ҡатын тигән нәмәгә һис ышанма икән ул... Исмаһам, береһе барып хәлемде белмәне... Бына, хәҙер ҡайтып килдем,.. береһе лә ҡабул итмәне”, – тип зарланғас, ул уға: “Әгәр ҡатының берәү генә булһа, хәлеңде лә белер, ҡаршы ла алыр ине. Бәлки, төрмәгә лә эләкмәҫ инең”, – тип яуап ҡайтара. Ошо рәүешле диалогка йә ваҡиғаны, эпизодты ҡыҫҡа ғына һөйләп биреүгә ҡоролған “уймаҡ хикәйәләрендә” (“Һаҡаллы сабыйҙар”, “Аптыраш”, “Биш тинлек ҡуян – ун тинлек зыян”, “Уңышһыҙ осрашыу” һ. б.) прозаик тормошта осраған сәйер хәлдәрҙе, кеше характерындағы етешһеҙлектәрҙе көтөлмәгәнсә тапҡырлыҡ, уйға һалырлыҡ кинәйәлелек менән фашлауға өлгәшә. Шул яғы менән улар үҙенсәлекле һәм фәһемле лә инде.
Ғөмүмән, Шакир Насировтың ошондай күп ҡырлы фәһемле ижад емештәре, барлыҡҡа килеүҙәренә 60–80 йыл үтеп китһә лә, бөгөн дә ижтимағи-эстетик әһәмиәтен юғалтмаған һәм ул киләсәктә лә шулай булып ҡаласаҡ. Сөнки улар, тормоштоң, ысынбарлыҡтың үҙе кеүек үк, кешеләрҙе илһамландыра һәм тәрән уйҙарға һала, шатландыра һәм нәфрәтләндерә, яҡтыға һәм камиллыҡҡа әйҙәй, ихлас йылмайта һәм көлдөртә, ҡыҫҡаһы, уларҙың күңел донъяһын паклай һәм дауалай.
Ғиниәтулла ҠУНАФИН,
филология фәндәре докторы,
профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы
академигы, Ғафури районының, Сәйетбаба ауылының почетлы
гражданы, Салауат Юлаев
ордены кавалеры.