+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2023, 10:05

Музей – тарихты һаҡлаусы урын

Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге, рухи аҙыҡ биргән урын ул.

Музей – тарихты һаҡлаусы урын
Музей – тарихты һаҡлаусы урын

Сираттағы тәрбиә сәғәтебеҙ “Мәктәп тарихы” музейында үтте. Тарих уҡытыусыһы Рәмил Әхтәм улы Латипов мәктәптең тарихын ғорурланып һөйләне. Беҙгә иҫ киткес күп мәғлүмәт еткерҙе. Музейҙың ишеген асып инеү менән башҡорт тел ғилемендә яҡты эҙ ҡалдырған телсе-ғалим Ж.Кейекбаевтың ҙур порт-реты ҡаршы ала. Уның тураһында мәғлүмәттәр, китаптар, ғилми хеҙмәттәр ҙә урын алған бында. Артабан башҡорт әҙәбиәте күгендә маяҡ булып яныусы академик Ғ.С.Ҡунафиндың етди йөҙөнә бағаһың. Шулай уҡ беҙҙең мәктәпте тамамлаусы яҙыусыларға арналған бүлек тә бар.
Пионер, комсомол ойошмаларына арналған бүлек беҙҙе айырыуса хайран ҡалдырҙы. Күптәребеҙҙең ата-әсәләре ошо осорҙа белем алған, шул ойошмаларҙа тәрбиәләнгән. Кемебеҙҙер барабан ҡағып ҡараны, ә минең күҙем борғоға төштө һәм мин, әлбиттә, уны ҡысҡыртып ҡараным. Значоктарҙың күплеге, ҡыҙыл галстук, пионер ойошмалары эшләгән рапорт альбомдарына тиклем һаҡланған.
Уҡытыусыбыҙ “Мәктәп-тең элеккеһе һәм хәҙергеһе” тип аталған стендтағы һәр бер фотоға ентекле туҡталды. Әлеге мәктәп урамында теҙелеп киткән ағас мәктәп биналарын күҙ алдынан үткәрҙек. Уҡыусыларҙың үҙҙәре утын ташып, бысып-ярып, мейескә яғыуҙары күҙ алдына баҫты. Ошо стенд янында мәктәптә төрлө осорҙа эшләгән директорҙар хаҡында мәғлүмәт тупланған һәм мәктәптең тәүге сығарылыш уҡыусылары тураһында ла онотолмаған. Әйткәндәй, мәктәптең тәүге ҡарлуғасы һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Уйылдан бабай Шәрипов икән. Уның тураһында беҙ күп беләбеҙ: матур-матур шиғырҙар яҙа, бик күп китаптарын баҫтырып сығарҙы, күптән түгел 100 йәшен билдәләне, ә бына тәүге ҡарлуғас булғанын музейға сәйәхәт ваҡытында белдек.
Мәктәптең уҡытыусылар коллективы тураһындағы бүлектә мин үтә ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Сөнки ҡарт олатайым Ибраһим ошо мәктәптә һуғыш осоронда директор, ә һуңынан уҡытыусы булып эшләгән, өләсәйем Мәҙинә Ибраһим ҡыҙы балаларға математика серҙәрен асҡан, оҙаҡ йылдар интернатта тәрбиәсе булып эшләгән, әлеге көндә уларҙың юлын әсәйем Резеда Миңлеәхмәт ҡыҙы дауам итә. Төрлө осорҙа мәктәпте йыйыштырыусы, йылытыусы, тәртиптә тотоусы ағай-апайҙар, ашнаҡсылар тураһында ла мәғлүмәттәр етерлек бында. Мәктәпте алтын, көмөш миҙалға тамамлаусылар, фән юлынан китеүсе сығарылыш уҡыусылары хаҡындағы стендтар ҙа үҙенә йәлеп итә.
Ә инде иң төптә, боронғо парталар эргәһендәге стенаға йыл һайын мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙың фотолары урынлаштырылған. Бында һәр беребеҙ атай-әсәйҙәребеҙҙең фотоларын эҙләнек. Беҙгә ярҙамға музей етәксеһе Айгөл Сөләймән ҡыҙы Шәйхолова килде. Ул элекке фотоларҙан беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙҙе табып күрһәтте.
Музейҙың иң уртаһында “Үлемһеҙ полк” бүлеге урынлашҡан. Унда Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан һәм яу яланында ятып ҡалған яугирҙарҙың, тыл ветерандарының фотолары, альбомдары урын алған.
Мәктәпкә кем генә килһә лә, иң тәүҙә улар музей менән таныша, һоҡланыуын белдерә һәм хәтер китабына үҙенең теләктәрен, рәхмәттәрен яҙып ҡалдыра. Беҙ ҙә теләктәребеҙҙе яҙып, рәхмәт әйтеп сыҡтыҡ. Музейҙы артабан тулыландырыуҙа ярҙам итергә теләк белдерҙек.
Илһам РӘХИМОВ,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

Музей – тарихты һаҡлаусы урын
Музей – тарихты һаҡлаусы урын
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: