+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март , 19:50

Яугирҙар ғаиләләренә ярҙам

Әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн иң мөһиме – иғтибар, ғәҙеллек һәм хәстәрлек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙған йылда уҡ власть органдары алдында ошондай аныҡ бурыс ҡуйҙы.

Яугирҙар ғаиләләренә ярҙам
Яугирҙар ғаиләләренә ярҙам

Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов видеобәйләнеш аша уҙғарған граждандарҙы ҡабул итеүҙең төп йүнәлеше Ғафури ра-йонынан мобилизацияланғандарҙың һәм ирекмәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү булды. Ҡабул итеүҙә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, хәрби комиссариат вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
- Һәр осраҡты айырым ҡарау талап ителә. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм уның командаһы булышлығында һорауҙарҙың байтаҡ өлөшөн урында уҡ хәл итеп булды, - тип һуңынан аңлатма бирҙе Рөстәм Рифат улы. – Ентекләп өйрәнеүҙе һәм ваҡыт талап иткән ауырыраҡ мәсьәләләр ҙә булды. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да хәл итәсәкбеҙ. Күпселек мөрәжәғәттәр хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарын газға тоташтырыуға бәйле булды, ҡайҙалыр газ ҡорамалдарын алмаштырыу кәрәк ине. Шулай уҡ хәрби округ зонаһынан яралы яугирҙы республикабыҙға дауалауға ҡайтарыу менән бәйле мөрәжәғәт бар, әммә бында ла ярҙам итеү ысулын таптыҡ.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, граждандарҙың бөтә мөрәжәғәттәре һәм үтенестәре был көндө ентекле тыңланылды, өйрәнелде, ғариза биреүселәр менән берлектә аныҡ ғәмәлдәр планы билдәләнде.
Граждандарҙы ҡабул итеү – халыҡ менән бәйләнеш булдырыуҙың йоғонтоло һәм һөҙөмтәле механизмы ул. Халыҡтың мөрәжәғәттәрен анализлау киҫкен проблемаларҙы асыҡларға, кәрәкле саралар күрергә йәки аныҡ, адреслы ярҙам күрһәтергә ярҙам итә.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.

Яугирҙар ғаиләләренә ярҙам
Яугирҙар ғаиләләренә ярҙам
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас в