+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2023, 09:05

Оҫталар күп беҙҙең төбәктә

Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында 2022 йылда иғлан ителгән “Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылы”н йомғаҡлау - ябыуға арналған “Яңы эштәр һәм асыштар мәле” тип исемләнгән күркәм сара үтте.

Оҫталар күп беҙҙең төбәктә
Оҫталар күп беҙҙең төбәктә

Фойела районыбыҙҙың һәр йәһәттән маһир оҫталарының эштәренән бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторолғайны. Күргәҙмә районыбыҙҙа ысынлап та оҫталар бик күп булыуын сағылдыра ине: улар әсәй-өләсәйҙәренең, хатта ҡартөләсәйҙәренең, атай-олатайҙарының ҡомартҡыһы - ҡул эштәрен һаҡлап ҡала һәм тергеҙә алғандар. улар араһында төрлө халыҡтарҙың боронғо костюмдары, балаҫтар, таҫтамалдар, рушниктар, өҫ-баш кейемдәре, түшелдеректәр һәм башҡа әйберҙәр бар. ҙур оҫталыҡ менән башҡарылған, күҙҙең яуын алырлыҡ был эштәр эргәһенән айырылып китеп булмай, хатта. Был күргәҙмәне әҙерләүҙә районыбыҙ ауылдары мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре күп көс һалған.
Сараны асып, уның алып барыусыһы һәм режиссёры Лена Рябова сараның төп маҡсаты – районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың телен, йолаларын-ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ысынлап та, был оҫталар үҙ милләтенең мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлаусылар булып торалар.
Артабан оҫталыҡ эшенә ижади ҡараусыларҙы бүләкләү булды. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Аҡҡужин ҡулынан Дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр алдылар: Надежда Хафизова – ҡурсаҡтар эшләү оҫтаһы (Аҡкүл ауылы), Рәзилә Солтанморатова – ҡорама тегеү оҫтаһы (Яугилде), Зөлфиә Йомағолова – таштарҙы һүрәттәр менән биҙәү оҫтаһы (Еҙем-Ҡаран), Надежда Тимофеева – ҡорама тегеүсе (Мораҡ), Альмира Вәлиева – сигеү оҫтаһы (Сәйетбаба), Зилә Йәркәйева – ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы (Игенйылға), Винера Мостафина – сәйлән үреү оҫтаһы (Яңғыҙҡайын), Василий Блюдёнов – көршәк оҫтаһы (Умартасылыҡ хужалығы), Валентина Веретюк – сигеү оҫтаһы (Родина), Нәфисә Ҡужина – балаҫ һуғыу оҫтаһы (Юлыҡ), Зилә Мөхәмәтйәнова – ырғаҡ менән бәйләү оҫтаһы (Мәндем), Флүр Фәтҡотдинов – ат сбруйы әҙерләү оҫтаһы (Толпар), Фаил Байшөгөров – ағас эше оҫтаһы (Ҡарағай), Әлфиә Мөхәмәтйәнова – балаҫ, келәм оҫтаһы (Табын), Римма Ғибаҙуллина – кәрзиндәр үреү оҫтаһы, Фәрит Ғибаҙуллин – ағас эше оҫтаһы (Ҡурғашлы).
Сараны дауам итеп, залдың ҡап уртаһына, йәғни иң күренгән урынға ағас һандыҡ ҡуйылды һәм унда районыбыҙ ауылдарынан килтерелгән боронғо зиннәтле байлыҡ - ҡомартҡылар һаҡлауға һалынды: сәйетбабалар - боронғо түшелдерек – һаҡал, юлыҡтар – урындағы оҫталарҙың балаҫын, родиналар – урындағы оҫта Валентина Ғилфанованың ҡайылған иконаһын, ташбүкәндәр – музей ҡыңғырауын, яңғыҙҡайындар – ауылдың иң оло кешеһе – Иҙрис Вәлишин үргән сабатаны, антоновкалар – боронғо сыуаш костюмын, толпарҙар - нәфис фильм төшөрөргә махсус эшләнгән йүкә күнәкте, мораҡтар – сыуаш сигеүен, яугилделәр – ҡурсаҡ театры ҡурсаҡтарын, аҡкүлдәр – батша заманындағы боронғо тәңкәле хушпоны һалды.
Был күренеш бигерәк тә тулҡынландырғыс булды, сөнки һандыҡҡа һәр кем иң ҡәҙерле әйберен һалып, уның нимәһе менән ҡиммәт булыуы тураһында һөйләп ишеттерҙе.
Сараның һуңғы өлөшөндә тамашасылар алдына боронғо һөнәр оҫталарының “тере фигуралар”ы сығып баҫты. Был айырыуса мауыҡтырғыс һәм үҙенсәлекле ине, сөнки бындай һөнәрҙәрҙең күпселеге тарихҡа ҡала бара, ә беҙ уларҙы белергә, мөмкин булғанда, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың кәсебе онотолоп ҡалмаһын өсөн, уларҙы тергеҙергә тейешбеҙ. Һәм бының мөмкин булыуын һәр кем үҙ күҙҙәре менән күреп инанды һәм көслө алҡыштар аҫтында һөнәрмән оҫталарҙы ҡаршы алдылар: “Мискәсе-күнәксе” – Еҙем-Ҡарандан, “Итексе” – Ташбүкәндән, “Талдан үреү оҫталарын” – Родина һәм Бурлынан, “Көршәксе” – Умартасылыҡ хужалығынан, “Ҡалаҡсы” – Яңғыҙҡайындан, “Быйма баҫыусы” – Үтәктән, “Шорник” – Толпарҙан, “Йөн иләүсе” – Табындан. Уларҙың барыһына ла оҫталыҡтары, оригиналлек һәм башҡарыу оҫталығы өсөн Дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Конкурстарға йомғаҡ яһалып, “Иң матур балаҫ” – еҙем-ҡарандарҙыҡы, ә “Иң матур рушник” яңғыҙҡайындарҙыҡы булды.
Мәҙәни усаҡтарҙан тыш, “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам Фонды ла үҙ изделиеларынан күргәҙмә ойошторғайны, улар ҙа бүләктәр һәм Дипломға лайыҡ булды.
Артабан сара тамаша залында мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Аҡҡужин сығышы менән дауам итте.
- “Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылы”на йомғаҡ яһап, районыбыҙҙа был көнүҙәк тема буйынса нимәләр эшләнеүе тураһында ҡыҫҡаса ғына һөйләп үтмәксемен. Клуб учреждениеларының барыһы ла ата-бабалар йолаһын һаҡлайҙар, үҙҙәренең милли мәҙәниәтен үҫтерәләр, фольклор йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙә килеп, быуындан-быуынға күсә килгән кәсептәрҙе популярлаштыралар.
Районда уҡ атыу, милли ҡоралдар, биҙәүестәр эшләү һәм милли костюмдар тегеү тергеҙелә, - тине Р.Аҡҡужин.
– Былтыр Ғафури ерендә “Табынфест-2022” төбәк-ара йәштәр фестивале булып үтте. Уҡлыҡая итәгендә уҙған сарала Тәтешле, Балтас, Учалы, Әбйәлил райондарынан делегациялар ҡатнашты. Был ысын мәғәнәһендә йолаларҙы һәм киләсәкте, халыҡтың бай тарихын һәм башҡорт йәштәренең йәнле күңел асыуын, йәғни үткән менән бөгөнгөнө берләштереүсе ҙур күләмле байрам булды. Байрамды ойоштороуға барлыҡ ауыл мәҙәниәт усаҡтары ҡушылды. Прологта башҡорттарҙың көнкүреше һәм Табын ырыуын дауам итеүсе – сабый тыуыу йолаһы күрһәтелде.
Бер нисә йыл инде Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Имәндәш ауыл мәҙәниәт йорттарының үҙешмәкәр ижади коллективтары һәм хеҙмәткәрҙәре Таш-Аҫты ауылы янындағы “Башҡортостан йөрәге” туристик проектында ҡатнаша. Бындағы тирмәләрҙә ҡурай эшләү, ҡумыҙҙа уйнау, уҡ атыу, башҡорт йыр-бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Былтыр Республика көнөндә Рәсәй телевидениеһының 1-се каналында ошо данлыҡлы ер тураһында фильм күрһәтелде.
- Отчёт йылында беҙҙең ра-йон Өфөлә үткән “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара форумда күргәҙмәлә ҡатнашты. Уның сиктәрендә “Дуҫлыҡ урамы” павильонында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе төрлө милләттәр: сыуаш, мари, үзбәк, белорус, төрөк халыҡтарының этник ихаталары һынландырылды. Ә Еҙем-Ҡаран һәм Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорттары коллективтары башҡорт ихатаһын күрһәтте, - тине сығышын дауам итеп Рәфис Рәшит улы.
-“Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге “Халыҡтар дуҫлығы йорто” ДБУ-һы менән берлектә Ғафури ерендә ике ҙур күләмле фольк-лор байрам: “Бал байрамы” һәм “Ҡаҙ өмәһе” үткәрҙе. Улар республиканың күп кенә райондары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәренең уғата ҙур әүҙемлеге менән үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың фекере буйынса, ул юғары кимәлдә үтте һәм йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү буйынса ҡуйылған маҡсатҡа, ә дөйөмләштереп әйткәндә, халыҡтарҙың мәҙәни мираҫына өлгәшелде.
Бөрө ҡалаһында уҙған Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика сараһында боронғо башҡорт туй йолаһын күрһәткән “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле коллективы ла үҙ алдына ошондай уҡ маҡсатты ҡуйған. Ошо уҡ коллектив Һамар өлкәһенең Алексеевский районында “Дала көнө” байрамында үҙҙәрен һәйбәт яҡтан күрһәтте.
Йылдың-йылы 17 июлдә Рәсәйҙә Фольклор көнө билдәләнә, ә беҙҙең ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары акцияға “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡушыла. Ағымдағы йылда улар ғөрөф-ғәҙәттәр, йырлы-бейеүле йолалар, костюмдар һәм кәсептәр тураһында һөйләгән өҙөктәр менән видеороликтарҙы: ташбүкәндәр һәм бурлылар “Ҡымыҙ байрамы”, ибраһимдар – “Ҡарға бутҡаһы”, еҙемҡарандар – “Туй йолаһы”, игенйылғалар – “Кәкүк сәйе”, Родина һәм Архангелка ауыл клубтары – “Иван Купала байрамы”, яңғыҙҡайындар – “Орсоҡ байрамы”, табындар – “Прядись, куделичка” - тәҡдим итте.
Ауыл мәҙәниәт йорттары һәм клубтары “Мәктәп уҡыусылары өсөн халыҡ мәҙәниәте” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып, уның сиктәрендә милли костюм, халыҡ ижады һәм башҡалар буйынса фольклор дәрестәре үтте. Ә Пушкин картаһы бу-йынса Еҙем-Ҡаранда уҡ атыу, Табында казак мәҙәниәтен тергеҙеү, Яңғыҙҡайында һәм Бурлыла ҡорот, туҡмас әҙерләү, Юлыҡта һәм Имәндәштә башҡорт түшелдеректәрен әҙерләү, Сәйетбабала ҡурайҙа уйнау, Ибраһимда башҡорт буҙа эсемлеген әҙерләү, Игенйылғала милли ризыҡ гөбәҙиәне әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Уҙған йыл тематикаһына арнап тағы ла бик күп саралар ойошторолоп уҙғарылды. Һәм улар, минең уйымса, бушҡа үтмәне. Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы йәштәргә халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен өйрәнергә ярҙам итте, барыбыҙҙы ла үҙенә генә хас халыҡ ижадын һаҡларға, йолаларға һаҡсыл ҡарарға өйрәтте, районыбыҙҙың клуб учреждениелары район һәм республика фестивалдәрендә, концерттарҙа, оҫта һөнәрмәндәр күргәҙмәләрендә ҡатнаштылар. Уҙған йыл сиктәрендә бөтөн сараларҙы әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шулай уҡ быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылының да ойошҡан рәүештә үтеүен теләйем, - тигән теләктә тамамланы үҙ сығышын Р.Аҡҡужин. Ошоноң менән йомғаҡлау сараһы тамам булды.

Оҫталар күп беҙҙең төбәктә
Оҫталар күп беҙҙең төбәктә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: