Ул йыл башында 70 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән күренекле, данлы яҡташыбыҙ, Һабай ауылының арҙаҡлы аҫыл улы – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, журналист, тәржемәсе Әмир Мөхәмәт улы Әминевтың юбилейына арналған күркәм осрашыу сараһы ине. Яҙыусының тормош юлы һәм ижады тамаша залында әҙерләп урынлаштырылған күргәҙмәлә сағылыш таба. Стенала гимназияның йәш рәссамдары төшөргән Әмир Мөхәмәт улының портреттары урын алған.
Кисәлә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Ғафури Табын ырыуҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Өфөнән ҡунаҡтар: яҙыусының ҡәләмдәш-дуҫтары Фәнил Күзбәков, Тамара һәм Хисмәт Юлдашевтар, Зәки Әлибаев, Мөнир Ҡунафин, яҙыусының ҡатыны Рәйлә, улы Илнур, килене Резеда, ҡустыһы Марат Әминев һәм башҡа туғандары, район мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары, китапханасылар, яҡындары, класташтары, ауылдаштары һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Һулаған һауа, һыулаған һыу, тыуған тупраҡ көс, дәрт өҫтәй, эшкә сәм уята. Ана шулай тыуған төйәгенән илһам алып эшләүсе, йәшәүсе юбиляр Әмир Мөхәмәт улы көслө алҡыштар аҫтында почётлы урынға саҡырылды.
Осрашыуҙы асып, алып барыусылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлдәр Әбелғужина менән Фәнзил Ғәлин тәбрикләү өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов менән район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдиновҡа биреп, улар юбилярға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
- Хөрмәтле Әмир Мөхәмәт улы! Һеҙ районыбыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең иң аҫыл улдарының береһе, беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Һеҙҙе беҙ башҡорт әҙәбиәтенең күренекле вәкиле, халҡыбыҙҙың һәр ваҡытта рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятҡан яҙыусы, тәржемәсе, шул уҡ ваҡытта үткер ҡәләмле журналист булараҡ беләбеҙ. Әмир ағайҙың әҫәрҙәренә килгәндә, республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында ҙур оҫталыҡ менән яҙылған хикәйә-повестарында йәмғиәттә шәхестең социаль-әхлаҡи һәм мөһим проблемаларын күтәреп сыға торған, намыҫ һәм намыҫһыҙлыҡ, тәбиғәткә һәм үткәндәргә һаҡсыл ҡараш, бөгөнгө өсөн яуаплылыҡ уята торған яҙыусы ул. Киләсәктә лә иҫән-һау булып, үҙегеҙҙең яңынан-яңы ижад емештәрегеҙ - әҫәрҙәрегеҙ менән халыҡты һөйөндөрөп тороуығыҙҙы теләйем, - тине Фәнзил Фәйез улы һәм район хакимиәте исеменән бүләк тапшырып үтте.
Тормошо һәм ижады
Юбилей кисәһен алып барыусылар яҙыусының тормош һәм ижад юлына байҡау яһаны. Әмир Мөхәмәт улы 1953 йылдың 1 ғинуарында Һабай ауылында биш балалы ғаиләлә иң өлкәне булып тыуып үҫә. Тыуған ауылында – башланғыс, Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфөләге Р.Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатында белем ала. Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1975-1980 йылдарҙа Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. “Ағиҙел” журналы редакцияһында хеҙмәткәр, яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1998-2002 йылдарҙа - “Шоңҡар”, 2002-2016 йылдарҙа “Ағиҙел” журналдарының баш мөхәррире була. Әҙиптең “Турат” исемле тәүге хикәйәһе 1975 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күрә, ә “Ҡайын япрағы” тип аталған беренсе хикәйәләр йыйынтығы 1981 йылда нәшер ителә. 1989 йылда “Башҡортостан Китап нәшриәтендә” уның “Йәшлек моңдары” тигән икенсе китабы баҫыла. Унан һуң бер-бер артлы хикәйәләре һәм башҡа китаптары донъя күрә. Ә.Әминев тәржемәсе булараҡ, Т.Ғиниәтуллин прозаһын башҡорт теленә тәржемә итә. 2012 йылда рус телендә сыҡҡан “Ҡытайгород” китабы өсөн Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһына лайыҡ була, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 2021 йылда Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә. 2022 йылдың декабрь айында, беҙҙең районға ҙур мәртәбә өҫтәп, Башҡортостан яҙыусыларының ХIХ съезында Әмир Әминевҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелде.
Һүҙ - ҡунаҡтарға
Артабан һүҙ Өфө ҡунаҡтарына бирелеп, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин атаҡлы прозаик Әмир Мөхәмәт улына шиғри ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, уңыштар теләне. Ижадташ дуҫтары – ирле-ҡатынлы Юлдашевтар: башҡорт шағиры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Хисмәт Хәсән улы менән журналист, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Ишбулды ҡыҙы ла шиғри сәләмдәрен күндерҙе, китабын һәм бүләк тапшырҙы.
-Беҙҙең данлыҡлы Ағиҙел йылғабыҙ Башҡортостан тәбиғәтенең байлығы булһа, “Ағиҙел” журналы беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең ҡиммәте - байлығы. Был журналды Әмир ағай Әминевһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, - тине Хисмәт Хәсән улы. Мәскәүҙә бер институтта уҡыған йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты, бында күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Бер туған ҡустыһы - журналист, прозаик, сатирик Марат Мөхәмәт улы Әминев ағаһының матур сифаттарын барланы, уның менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө, ағаһына арнап ижад иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ғалим, әҙәбиәт белгесе, доцент, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зәки Арыҫлан улы Әлибаев бөгөнгө прозаиктар араһында Әмир Мөхәмәт улы үҙенсәлекле шәхес булып тороуын билдәләне һәм беҙҙең тәүге башҡорт халыҡ шағиры Ғафуриҙан булһа һәм быныһы һуңғыһы булмаһын, тине. Журналист, әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре докторы Фәнил Тимерйән улы Күзбәков Әмир Мөхәмәт улы уның яҡын дуҫы, уның ижад юлы күп тармаҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, әлбиттә, ул тәү сиратта прозаик булараҡ иғтибар яуланы һәм лайыҡлы урынын алды. Ул йәмәғәтселек, халыҡ, милләт өсөн иң мөһим һәм көнүҙәк (ер, экология, демографик хәл һ.б.) проблемаларҙы күтәрә белә, һәр бер әҫәре үҙенсәлекле, бер әҫәрен дә ҡабатламай, тормошсан ваҡиғалар аша асып бирә, шулай уҡ Әмир Әминев эҙләнеүсәнлеге менән айырыла, тине.
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Бөтә Рәсәй әхлаҡ мәктәбе етәксеһе Фатима Ғәбделхәлил ҡыҙы Фәтҡуллина тарафынан юбилярға ҡарата күркәм һүҙҙәр әйтелде һәм ул бүләккә “Ҡөрьән-Кәрим” китабын алып килгән. Юбилярҙың улы Илнур ғаиләһе исеменән атаһына тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Яҡташтарҙан ҡотлауҙар
Ғафури Табын ырыуҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин: “Әмир туғандың бер ағаһы – ғалим, яҙыусы, иң ғәҙел тәнҡитсе булған Әнүр ағай Вахитов, икенсеһе – шулай уҡ ижадсы - киң билдәле рәссам Рәшит ағай Зәйнетдинов. Әмиргә ошо ағалары артынан эйәрмәй юл ҡалмаған һәм уға ла олпат кеше – яҙыусы булып китергә насип булған. Бик баҫалҡы, тыныс, уйлап эш итә торған кеше ул. әлбиттә, Әмирҙең уңыштарын һанап бөтөрлөк түгел. Ижад юлың оҙон булһын”, - тигән теләктә ҡалды.
Әмир Мөхәмәт улын ҡотлаусылар бик күп булды. Ҡауарҙы һәм Имәндәш ауыл биләмәләре башлыҡтары Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов, Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов, район мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре начальниктары Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов менән Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин, “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева, Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе исеменән Рәйлә Хәбир ҡыҙы Сабитова, райондың башҡорт теле уҡытыусылары исеменән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының баш-
ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Рәйес улы Мәүлетҡолов, класташтары Красноусолдан Альмира Әсҡәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Юлыҡтан Шәүрә Латип ҡыҙы Маскова, Тәнзилә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙы Ҡормашева, ауылдаштары исеменән гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Акрам ҡыҙы Вәлиева, Ғафури район Сәсәндәр мәктәбе исеменән Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы. Рәмил Ғимрани йырын бүләк итте. Һәр береһе Әмир Әминев тураһында ғорурланып һөйләне, башҡорт әҙәбиәтен төптән егелеп тартыусы көслө әҙиптәрҙең береһе булыуын, һәр эшкә яуаплы ҡарап, намыҫ менән башҡарыусы булыуын билдәләп, үткер ҡәләмле, тос фекерле, талантлы яҙыусы ғына түгел, шул уҡ ваҡытта матур ғаилә башлығы ла, ҡатынына яҡшы тормош иптәше, балаларына хәстәрлекле атай, ейәндәренә яратҡан олатай булыуын әйттеләр. Артабан да яҡындарығыҙға ҡәҙерле, халҡыбыҙға кәрәкле булып, уҡымлы һәм фәһемле әҫәрҙәр яҙып, тағы ла юғарыраҡ ижади бейеклектәргә күтәрелеп, һаулыҡ-сәләмәтлектә, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләнеләр.
"Һабай минең иң ҙур Ватаным"
Әҙәби кисәне йомғаҡлап, абруйлы ҡунаҡ, районыбыҙ ғорурлығы Әмир Әминевҡа һүҙ бирелде.
- Иң беренсе нәүбәттә мин районыбыҙ етәксеһе Фәнзил Фәйез улына һәм уның командаһына рәхмәтлемен, сөнки бындай сараны үткәреү еңелдән түгел, бының өсөн күпме кешене йәлеп итергә, һөйләшергә кәрәк, ярайһы уҡ мәшәҡәтле эш ул. Гимназия етәкселегенә һәм коллективына ҙур рәхмәт. Быйылғы Уҡытыусы һәм остаз йылында уҡытыусыларымды йылы хәтирәләр менән иҫкә төшөрмәй булмай, Юлыҡ мәктәбендә уҡығанда 6-сы класта уҡытҡан Хәсән Ҡотов, башҡорт теленән Хәҙисә Сафина, рус теленән Мәрүә Абдрахманова ысын мәғәнәһендә уҡытыусылар ине. Тап улар миңә ижадҡа орлоҡ һалғандыр ҙа инде. Биргән белемдәре һәм кешелек сифаттары өсөн улар алдында баш эйәм, - тине Әмир Мөхәмәт улы. – Хәсән Ҡотовҡа сәләмемде еткерегеҙ, - тип тә өҫтәне. – Йәнтөйәгебеҙҙе кесе Ватан тиҙәр, ә мин улай тимәйем, тыуған ауылым – Һабай һәм Ғафури районы - кесе түгел, ә иң ҙур Ватаным, - тип тамамланы һүҙен юбиляр.
Күркәм кисә гимназия һәләттәренең һәм район мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу сығыштары – концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәр кемдең күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы.