+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2023, 14:15

Бер төптән булғанда эш ырай

22 февралдә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда Сәйетбаба ауыл советы ауыл биләмәһе Советының 95-се асыҡ ултырышы уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов, Фуат Зәки улы Кейекбаев, ауыл Советы депутаттары, ауыл старосталары, ойошма етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.

Бер төптән булғанда эш ырай
Бер төптән булғанда эш ырай

Ултырышта иң тәүҙә Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин 2022 йылға ҡарата отчет доклады менән сығыш яһаны.
- Үткән 2022 йыл барыбыҙ өсөн дә борсоулы йыл булды. Илебеҙҙең тыныслығын булдырыр өсөн үҙ теләктәре менән контракт төҙөп һәм мобилизацияланып киткән егеттәребеҙ бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уларҙың хәрби бурыстарын үтәп, иҫән-һау тыуып үҫкән ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек, - тип башлап ебәрҙе үҙ сығышын Венер Сәхиулла улы.
Ауыл халҡы, уның йәшәйеше
Беҙҙең Сәйетбаба ауыл Советы ауыл биләмәһенә 8 ауыл ҡарай. Ауыл биләмәһендә барлығы 1024 хужалыҡта (855-ендә йәшәйҙәр, 169-ы – буш) 2772 кеше теркәлгән. Уларҙың 748-е балалар, 614-е пенсионер, эшкә яраҡлы йәштәгеләр – 1401. Ауыл биләмәһендә 855 шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 23 – шәхси эшҡыуар, 7 КФХ эшләп килә, 429 кеше ситкә йөрөп эшләй. Ауыл биләмәһенән 10 яугирыбыҙ илебеҙ тыныслығын һаҡлап махсус хәрби операцияла ҡатнаша, 11-е хәрби хеҙмәттә. Бәлиғ булмаған, йәғни 18 йәшкә тиклемге балалар – 748, шул иҫәптән мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балалар – 233 (балалар баҡсаһына йөрөүселәр - 78), 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар - 515 (273 бала мәктәптә уҡый). Ауылдарыбыҙҙа 92 күп балалы ғаилә булып, уларҙа 330 бала тәрбиәләнә. 38 тулы булмаған ғаиләлә 57 бала, 13 ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләлә 45 бала тәрбиәләнә. Үткән йылда биләмәбеҙҙә 28 кеше үлгән, 21 бала донъяға килгән.
Ауыл биләмәһендә халыҡ өсөн 3 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, тарихи-мәҙәни үҙәк, ауыл мәҙәниәт йорто, 2 ауыл клубы, дауахана, 4 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дарыухана, почта бүлексәһе, һаҡлыҡ кассаһы, МФЦ бүлексәһе, музей, 3 китапхана, 3 мәсет эшләп килә. Оло йәштәгеләрҙе йорттарына йөрөп ҡараусы 2 социаль хеҙмәткәр 37 оло йәштәге кешене хеҙмәтләндерә. 11 магазин, 2 кафе һәм сыр эшләү цехы шулай уҡ ауыл халҡын көндәлек кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итә.
Биләмә ерлегендә 3 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 855 шәхси хужалыҡта 1720 һыйыр малы (852-һе һауын һыйырҙары), 550 баш йылҡы малы, 1735 һарыҡ һәм кәзә аҫрала, 3000 баш бал ҡорттары үрсетелә. Быларҙан тыш һәр хужалыҡта йәшелсә-емеш үҫтерелә. Хужалыҡтарҙа 128 техника һәм 14 пилорама бар.
Ауыл ерлегендә бер төптән булғанда, ауыл старосталары, депутаттар халыҡ менән килешеп эшләгәндә эш ҡарышмай алға бара.
Йылдағыса, ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә, урам араларын таҙа, ауыл зыяраттарын тәртиптә тотоуҙа, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында ағастар ултыртыуҙа, йылға буйҙарын, шишмәләрҙе таҙартыуҙа һәр саҡтағыса өмәләр ойоштороп ҡатнашабыҙ. Ҡышын юлдарыбыҙ һәр саҡ асыҡ. Юлдарҙы тейешле кимәлдә тотоуҙа ике трактор эшләй. Миңнулла Фәттәхов менән Илнур Һөйөндөков үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Таң атыуға, кешеләр эшкә, балалар мәктәпкә киткәнсе, юлдар таҙа, көрәлгән булды. Үткән йыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса “МТЗ-82” тракторы алдыҡ, бы-йыл Йөҙимән яғындағы 3 ауылды ошо трактор таҙарта. Үткән йыл башында план ҡабул итеп, шулай уҡ яҙҙан һәр ауылда сходтар уҙғарылып, күмәкләп эшләнәһе эштәр буйынса ҡарарҙар ҡабул иттек һәм шул йүнәлештә эш алып барҙыҡ.
Программалар, проекттар сиктәрендә
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса Еңеү паркында эште тамамланыҡ. Еңеү паркын эшләүгә үткән йыл “Торговый дом ресурс” компанияһы ЯСЙ-е аукционда еңеп сығып, 9 млн 454 мең 453 һум аҡсаға эш алып барҙы. Улар тротуарҙар һалды, яҡтылыҡ үткәрҙе, сәхнә ҡуйҙылар, уның майҙансығын эшләп, тамашасылар өсөн һәм парк буйлап эскәмйәләр урынлаштырҙылар, йомшаҡ түшәмле балалар уйын, баскетбол, спорт, тренажер майҙансығын һәм кәртәләренең ҡалған өлөшөн эшләп ҡуйҙылар. Паркка ҡара тупраҡты "ШЭ Б.Б.Газгиреев" компанияһы ташыны. Ҡалған өлөшөн беҙ үҙ көсөбөҙ менән эшләп ҡуйҙыҡ: кәртәләрен буяныҡ, ағастар ултырттыҡ, өйөлөп ятҡан ағас тамырҙарын сығарҙыҡ. Был эштәрҙә ҡатнашҡан һәр кемгә, айырыуса тау булып өйөлөп ятҡан тамырҙарҙы һәм ағас ҡалдыҡтарын алыуҙа үҙ техникалары менән ярҙам иткән ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Йылдың-йылы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, еңеп киләбеҙ. Был программа аша ауыл ере өсөн күп файҙалы эштәр эшләп булыуын халыҡ аңлай һәм әүҙем ҡатнаша, үҙ өлөшөн йылдағыса индереп килә. Үткән йыл ошо программала еңеп, 2 млн 501 мең 199 һумға “МТЗ-82” тракторы алдыҡ. Киләһе йылда ошо конкурста ҡатнашып, 3 миллион һумлыҡ проект менән Ҡаранйылға ауылының үҙәк урамына асфальт түшәргә йыйынабыҙ.
Ауыл биләмәһендә “Табын” коммерциялы булмаған ойошмаһы эш башлағандан алып, өс грант отоп, тормошҡа ашырылды. Береһендә башҡорт телен үҫтереү программаһын яҡлап күп эштәр башҡарылды һәм Ж.Кейекбаев музейы йыһазландырылды, икенсеһе ярҙамында Сәйетбаба ауылы нәҫелдәренең шәжәрәләре эшләнде, Шәжәрә байрамы уҙғарылды, өсөнсө проект буйынса Сәйетбаба ауылының Мәктәп урамында балаларға уйын-спорт майҙансығы төҙөлдө.
Атайсалға ярҙам
Үткән йылда “Атайсал” программаһы буйынса беҙҙең биләмәлә берлектә бик күп эштәр башҡарылды. Һәр ауылда, һәр урамда яҙҙан өмәләр ойошторолоп, ауыл эсе, юл буйҙары, йылға ярҙары, һәр ауыл зыяраты сүп-сарҙан таҙартылды. Йөҙимән ауылы халҡы зыяраттың ҡалған өлөшөн кәртәләп, буяны, буласаҡ мәсеттең нигеҙен нығытып, иҙәнгә, түшәмгә ағас материалдар әҙерләп ҡуйҙылар. Ҡаранйылға ауылы зыяратының йорто һипләп һалынды, шулай уҡ йылға аша күпер төҙөкләндерелде. Өйә йылғаһы баҫмаһының серек таҡталары яңыртылды. Сәйетбаба ауылының көнбайыш зыяратының 200 метр арауығы кәртәләнде, көнсығыш зыяратының профилдәре, бағаналары буяп бөтөрөлдө, һәр зыяратҡа алтаҡталар ҡуйылды, ауылдың йәмен ебәреп торған иҫке биналар һүтеп алынып, эргә-тирәләре таҙартылды. Өйә буйында тауҙай өйөлөп ятҡан ағас тамырҙары алынды, уйын майҙансығы таҙартылып ҡомташ һалынды, дауахана алды кәртәләре яңыртылды, табип Әсҡәт Резбаевҡа таҡтаташ асылды. Былар - күмәкләп, бергәләп халыҡ менән эшләгән эштәрҙең бер өлөшө генә.
Төҙөкләндереү, янғын хәүефһеҙлеге
Юлдарҙы төҙөкләндереүгә килгәндә, үткән йыл планға ярашлы, Сәйетбаба ауылының Ә.Вахитов урамында дауахана алдындағы юлға асфальт түшәлде. Ҡышҡы айҙарҙа юлдар таҙартылып, һәр саҡ асыҡ булды. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса электр энергияһын ҡулланыуға йыл һуҙымында түләп киләбеҙ. Үткән йыл 30 лампа, 30 фотореле алған инек. Ҡарағай ауылынан электрик саҡыртып, 62 урында ремонт эшләп, яҡтылыҡ булдырҙыҡ, әле лә ут янмаған урындар ҡалды, быйыл уларҙы эшләргә тырышырбыҙ. Иң тәүҙә Сәйетбаба ауылының Үҙәк урамы (Сахалин яғы) һәм Уҫман ауылындағы ике урамға лампалар ҡуясаҡбыҙ.
Беҙҙең биләмәлә дүрт ауылда йорттар үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү селтәренә тоташтырылған. Был линияны һыу менән тулыландырыу өсөн 4 һыу башняһы һәм 4 һыу скважинаһы бар һәм ул скважиналарҙа электр энергияһы ҡулланып, тәрәндән һурҙырыусы 4 һыу һурҙырғыс бер туҡтауһыҙ эшләп тора. Халыҡты һыуҙан өҙгәнебеҙ юҡ, һыу бәреп сыҡҡан урындарҙы тиҙ арала ремонтларға тырышабыҙ, ошо эштәрҙе эшләгән егеттәргә рәхмәт. 3 ауылда һыуҙы үҙ ҡойоларынан алалар. Район хакимиәте ярҙамы менән быйыл Ҡолҡан ауылына үҙәкләштерелгән һыу үткәреү буйынса планға керетеп барабыҙ, ул ваҡытта был ауыл газлы ла, һыулы ла булыр.
Үткән йыл шулай уҡ ике ауылға газ үткәреү эше башланды: Ҡолҡан һәм Ҡаранйылға ауылдары урамдары буйлап газ торбалары һуҙылды һәм һәр йорт янына еткерелде. Быйыл ауыл араларына газ линиялары һалып тоташтырһалар, ике ауыл “зәңгәр ут” менән тәьмин ителә башлаясаҡ. Алла бирһә, Туғай ауылына ла киләһе йылдарҙа газ индереп булыр, район хакимиәте был йүнәлештә эш башлаған.
Янғын хәүефһеҙлеге бу-йынса профилактик эштәр даими башҡарыла. Биләмәләге 506 йортҡа янғын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйылған. Янғын һағында ут һүндергес ике машина – “УАЗ” һәм “Урал” машиналары һәм тағылмалы 4 тонналы мискә, ике мотопомпа бар. Уларҙы килешеү менән эшләүсе ике водитель - Раил Ҡотләхмәтов һәм Вәхит Шәйхолов хеҙмәтләндерә.
Берҙәм булғанда, барлыҡ эштәрҙе кәңәшләшеп, килешеп, бергә башҡарғанда, ауылыбыҙ үҫер, матурланыр, - тип тамамланы үҙ сығышын Венер Сәхиулла улы.
Артабан ауыл Советы депутаттары, Сәйетбаба мәктәбе директоры Зөһрә Хәйруллина, Йөҙимән мәктәбе директоры Таңсулпан Рәхмәтуллина сығыш яһап, мәктәптәргә ремонт һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Һуңынан башҡа әүҙемселәр эштәр барышы менән сығыш яһап, тәҡдимдәр еткерҙеләр. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Рафаил улы райондағы дөйөм хәл-торош, пландар менән ентекле таныштырғандан һуң, Ҡаранйылға ауылы депутаты Шамил Вахитовҡа Рәхмәт хаты тапшырып үтте, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы менән берлектә һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Сәйетбаба ауыл Советы депутаттары биләмәлә төҙөкләндереү буйынса 2023 йылға эш планы ҡабул итте һәм ошоноң менән ултырыш үҙ эшен тамамланы.

Бер төптән булғанда эш ырай
Бер төптән булғанда эш ырай
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: