+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2023, 16:20

Алтындан ҡиммәтерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк

Көн артынан айҙар, йылдар үтеп торған һайын үҙебеҙ ҙә ғүмер үренә үреләбеҙ. Шул саҡта яҡын, ҡәҙерле кешеләребеҙ менән бергә үткән көндәр иҫкә төшөп, күңел түрендә йөрөткән иң изге, ҡайнар теләктәребеҙҙе еткерәһе килә. Күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән, алтындан ҡиммәтерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк булған апайыбыҙ Тәнзилә Ғиләж ҡыҙы Мазиева тураһында һүҙем.

Алтындан ҡиммәтерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк
Алтындан ҡиммәтерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк

Ап-аҡ ҡыштың бер көнөндә Үтәк ауыл биләмәһендәге Иҡтисад ауылында күп балалы Әминә менән Ғиләжетдин Солтановтар ғаиләһенә йәм өҫтәп, тағы ла бер ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Тәнзилә тип исем ҡушалар. Шул осорҙағы башҡа ауыл балалары кеүек үк ул да бәләкәйҙән донъяның әсе-сөсөһөн татып, бик теремек, һәр эшкә маһир булып буй еткерә.
Артабан Үтәк урта белем биреү мәктәбендә 8-се класты тамамлай. Тик уға уҡыуын дауам итергә мөмкинселек булмай. Апалары ла күптән үҙ тормоштары менән йәшәгән булалар, әниһе ауыл тормошондағы хужалыҡты үҙе генә алып бара алмай, ә өйҙә унан һуң тыуған бәләкәй ике һеңлеһе, бер энекәше бар. Ана шулай Тәнзилә апайыбыҙ уҡыуын туҡтатып, ең һыҙғанып колхоз эшенә бирелә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уның тырышлығын күреп, Иҡтисад ауылындағы сөгөлдөр үҫтереүселәр бригадаһына звено башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Был тырыш ҡыҙ бында ла алдынғылыҡты бирмәй.
Бына ошо бик ауыр йылдарҙа апайыбыҙ беҙҙең барыбыҙға ла терәк тә, кәрәк тә булып, гелән беҙҙе ҡурсалап йәшәне. Үҙе ниндәй генә эш башҡарһа ла, һәр ваҡыт йырлап, көйләп йөрөр, бик дәртләнеп киткән саҡтарында хатта бейеп тә ебәрә ине. Мәктәптә уҡығанда уҡ уның йырға-бейеүгә һәләтен ишетеп-күргәнлектән, 1962 йылда уны Үтәк ауыл клубына мөдир итеп эшкә саҡыралар. Уңған ҡыҙ бында ла һыр бирмәй, клубта төрлө мәҙәни саралар уҙғара, ауыл йәштәрен ойоштороп, күрше ауылдарҙа ла спектаклдәр, концерттар менән сығыш яһайҙар. Биш ауылды берләштергән “Егән” колхозы йәштәре Тәнзилә апайыбыҙҙы комсомол секретары итеп һайлап ҡуя. Уңыштарға ирешһә лә, бындай эштәрҙе алып барыу өсөн һәләт менән тырышлыҡ ҡына түгел, ә махсус белем дә кәрәк икәнен нығыраҡ аңлай һәм 1963 йылда Стәрлетамаҡтағы республика мәҙәни ағартыу училищеһына ситтән тороп уҡырға керә. Унда биш йыл уҡып, махсус һәм урта белем ала. Диплом алғас, Үтәк ауылы егете Рауил Мазиев менән ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр. Декрет ялына тиклем Үтәктә эшен дауам итә әле. Ә артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Каустик”та эшләп йөрөгән тормош иптәше янына килеп, бик матур итеп бергәләп йәшәй башлайҙар.
1968 йылда Тәнзилә апайыбыҙ Стәрлетамаҡта урынлашҡан "Башкирэнерго" тармағына ТЭЦ-ҡа йәштәр ятағына тәрбиәсе һәм комендант булып эшкә урынлаша. Һәм ошонда ал-ял белмәй 35 йыл хеҙмәт итә. Ошо йылдарҙа ситтән тороп университетта уҡып, икенсе диплом да ала. Уның хеҙмәт кенәгәһе наградалар менән тулы. РФ-ның хеҙмәт ветераны исеме, күкрәген биҙәп торған миҙалы ла бар. Ҡалала энергетиктар өсөн бихисап яңы йорттар төҙөй башлағас, Тәнзилә апайыбыҙҙы торлаҡ-коммуналь бүлек начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ул тәрбиә эшен дә, хужалыҡ эштәрен дә бик тырышып, еренә еткереп башҡара. Хаҡлы ялға туҡтаһа ла, ул ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел. 2004 йылда уны 2-се һанлы башҡорт (В.И.Ленин исемендәге) мәктәп-интернатына өлкән тәрбиәсе итеп эшкә саҡыралар. Бында ла барлыҡ көсөн һалып эшләп, 2011 йылда ялға туҡтай. Ауылда үҫкән бала булараҡ фатирҙа ғына ултырып сыҙамай, баҡсаға йөрөй, мөкиббән китеп баҡса үҫтерә, ҡулынан килгәнсә һәр нәмәне эшләргә тырыша. “Мин тәбиғәттә ҡоштар моңон тыңлап, уның матурлығына, хозурлығына һоҡланып, йәшәүгә көс алам”, - ти ул. Ә үҙе ниндәй генә эш башҡарһа ла гел моңланып, йырлап йөрөй. Һис кенә лә йырҙан айырылмай.
Рауил еҙнәбеҙ менән Тәнзилә апайыбыҙ ике балаға – Лилиә ҡыҙҙарына һәм Раил улдарына ғүмер биреп, уларҙы ҙур тормош юлына сығарҙылар. Артабан ейәндәрен-ейәнсәрен үҫтерешергә ҙур ярҙам күрһәттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апайыбыҙға ошо йылдарҙа бик ауыр ҡайғылар ҙа кисерергә тура килде. Һөйөклө ғәзиз ҡыҙын, бынан ике йыл элек 55 йыл бергә ғүмер кисергән тормош иптәшен бер-бер артлы һуңғы юлға оҙатты. Аллаға шөкөр, көслө ихтыярлы Тәнзилә апайыбыҙ тормошта юғалып ҡалманы, һынманы, һығылманы. Яҡын кешеләре - улы Раил, өс ейәне, бер ейәнсәре уны ҡурсалап, яратып, “әниебеҙ”, “нәнәйебеҙ” тип кенә торалар.
Тәнзилә апайыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Атҡан таңдар, иҫкән елдәр үҙеңә һәм яҡындарыңа изге хәбәрҙәр генә килтерһен. Шулай йырлай-йырлай ҡайғыларға бирешмәй, баҡсаңда еләк-емештәр үҫтереп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булһын.
Иң изге теләктәр менән һеңлең Фәнүзә, кейәүең Михаил һәм балалар.

Алтындан ҡиммәтерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк
Алтындан ҡиммәтерәк, көмөштән ҡәҙерлерәк
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: