+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2023, 11:40

Тәрбиәсе – һөнәр генә түгел...

10 февралдән 9 мартҡа тиклем Өфөлә “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” республика конкурсы һәм ошо конкурс сиктәрендә “Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” бәйгеһе үтте.

Тәрбиәсе – һөнәр генә түгел...
Тәрбиәсе – һөнәр генә түгел...

Конкурста республиканан 91 мәктәпкәсә белем биреү педагогы ҡатнашты. Беҙҙең район исеменән һөнәри бәйгелә “Миләшкәй” балалар баҡсаһынан Светлана Леонидовна Долгополова һәм “Әкиәт” балалар баҡсаһынан Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Килмөхәмәтова ҡатнашты. 10 мартта Башҡорт дәүләт филармонияһының концерт залында конкурсты ябыу тантанаһы уҙҙы. Лилиә Әсҡәт ҡыҙы махсус призға һәм “Аҡбуҙат” журналының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
- Мәктәпкәсә белем биреү педагогтары араһында һәләтлеләрҙе асыҡлауҙы, тәрбиәсе һөнәренең абру-йын күтәреүҙе һәм инновацион алымдарҙы, алдынғы тәжрибәне уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйған һөнәри бәйгелә ҡатнашып, республика кимәленә сыға алыуыма бик шатмын, - тине Лилиә Әсҡәт ҡыҙы. - Бәйге ҡатнашыусыларға һөнәри оҫталыҡтарын, һәләттәрен, шулай уҡ тәрбиәсе хеҙмәтен икенсе яҡтан асырға мөмкинлек бирҙе. Әҙерлек осоро көсөргәнешле булды, көн дә бер этапҡа әҙерлек алып барылды. Бәйге һынауҙары беҙҙе берләштерҙе. Һәр ҡайһыбыҙ конкурент булыуға ҡарамаҫтан, сара дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте.
Бәйгеселәр менән аралашыу яҡшы тәьҫораттар ҡалдырһа, сара үҙе мәктәпкәсә белем биреү өлкәһе заман менән бер ҡатарҙан барыуына һәм тәрбиәсе – һөнәр генә түгел, ул йәшәү рәүеше икәнлегенә ышаныс тыуҙырҙы, - тине район мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү методисы Лира Бәхтийәрова.
Республика кимәлендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән тәрбиәселәребеҙгә яңы еңеүҙәр, артабанғы эштәрендә ижади уңыштар теләйбеҙ.

Тәрбиәсе – һөнәр генә түгел...
Тәрбиәсе – һөнәр генә түгел...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: