+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2023, 09:05

Хеҙмәттәре – тормош уңайлыҡтары булдырыу

Йылдың-йылы марттың өсөнсө йәкшәмбеһендә (быйылғыһы 19 мартҡа тура килә) торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Тормошобоҙҙо был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Тап коммуналь хеҙмәттәрҙең өҙөклөкһөҙ эшләүе уңайлыҡтар, таҙалыҡ, тәртиптең нигеҙе булып тора. Һөнәри байрамдары уңайынан район халҡын йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеүсе “Тепловодоснабжение” МУП-ының баш инженеры Владимир Николаевич ЕВСТАФЕЕВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

Хеҙмәттәре – тормош уңайлыҡтары булдырыу
Хеҙмәттәре – тормош уңайлыҡтары булдырыу

- Владимир Николаевич, йыш ҡына предприятиеның уңыштарын бөтөн коллективтың тырыш хеҙмәте, тип баһалайбыҙ. Һеҙҙеңсә, был хаҡ һүҙҙәрме?
- Тап шулай. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан иң башта Красноусол һәм район үҙәгенә яҡын урынлашҡан бер нисә ауылды йылылыҡ, эсәр һыу менән тәьмин иткән районда иң эреләрҙән һаналған Дмитрий Евгеньевич Юдин етәкселегендәге (электрик, баш инженер булып эшләп, 2022 йылдың октябренән директор вазифаһын башҡара, әле отпускыла) 93 кешенән торған “Тепловодоснабжение” МУП-ы хеҙмәткәрҙәренең көндәлек тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк.
- Йылытыу миҙгелен нисек тамамлайһығыҙ?
- Йылытыу миҙгеле әлегә тамамланманы, әммә уны тыныс, аварияһыҙ сығып киләбеҙ, тип әйтергә мөмкин. Береһе тамамланып өлгөрмәне, киләһе – 2023-2024 йылғы көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек башланды. Көндәр йылытыу менән йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлай башлаясаҡбыҙ.
- Уҙған йылда ниндәй эштәр башҡарылды?
- Планға ярашлы, йыл һайын йылылыҡ селтәрҙәрендә туҙған торбалар яңыға алыштырыла. Был йәһәттән күләмле генә эштәр башҡарылды. Коммунистик урамындағы йылылыҡ селтәрҙәре Луначарский урамына тиклем яңыртылып, 100 метр тирәһендә эштәрҙе теүәлләйһе ҡалды. Кейекбаев урамында “Әкиәт” балалар баҡсаһына тиклем өлөшләтә, Блюхер урамындағы күп фатирлы йорттарҙың йылылыҡ селтәрҙәре алыштырылды.
Һыу үткәргестәргә килгәндә, Көнбайыш урамында 550 метрҙа, Әсфәндийәров (170 м) һәм леспромхоз биҫтәһендәге Аҡмулла (110 м) урамдарындағы һыу үткәргестәрҙе яңырттыҡ.
- Билдәләп үтеүегеҙсә, предприятиеғыҙҙың ҙур булыуынан барыһын да, атап әйткәндә, ремонт, яңыртыу һәм башҡа эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн күп көс һалырға тура киләлер? Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
- Әлбиттә, барыһына ла ҡулдан килгәнсә көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ. Коммуналь хужалыҡ объекттарын реконструкциялау, ремонтлау һәм модернизациялау эштәре менән артабан да шөғөлләнергә иҫәп тотабыҙ. Тап ошонан да халыҡтың тормош уңайлыҡтары, һыу, йылылыҡ менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү тора ла инде. Йылытыу миҙгеле тамамланыу менән күптән туҙыу сигенә етеп, яңыртыу талап ителгән Үҙәк район дауаханаһы янындағы 2-се һәм К.Маркс урамындағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһы янындағы 6-сы ҡаҙанлыҡтарҙы реконструкциялау башланып, уны 1 октябргә файҙаланырға тапшырырға планлаштырыла. Уны подрядсы ойошма - Өфө ҡалаһынан “Газтеплопроект” ЯСЙ-е башҡарып сығасаҡ. Проектҡа район һәм республика бюджетынан дөйөм 112 миллион һум финанс ҡаралған. Ҡаҙанлыҡтар блоктан буласаҡ, газ менән автономлы эшләйәсәк. Икеһе лә яңы һалынған нигеҙгә урынлаштырыласаҡ. Ҡаҙанлыҡтар янындағы йылылыҡ трассаһын да өлөшләтә алыштырыу күҙаллана.
Шулай уҡ Урман, Пугачёв урамдарында 1,6 км арауыҡта, Тургенев тыҡрығында 400 метрҙа, Фрунзе урамындағы 1-се ҡаҙанлыҡтан Коммунистик урамына тиклемге (120 м) йылылыҡ трассалары яңыртыласаҡ.
Көнбайыш урамында туҙған һыу үткәргес торбаларҙы замансаға алыштырыу эшен дауам итәсәкбеҙ, ул Ғафури урмансылығына тиклем еткереләсәк. Дуҫлыҡ (Яңы тормош тыҡрығынан Дуҫлыҡ урамы сигенә тиклем), Яңы тормош (К.Маркс урамынан Ленин урамынаса) урамдарында ла һыу үткәргестәр алыштырыласаҡ.
- Матди-техник базағыҙ ни хәлдә?
- Техника паркын яңыртыу буйынса эш алып барыла. Былтыр Лизинг буйынса “Газель-Некст” базаһында вакуум машинаһы (канализация таҙартҡыс), бы-йыл “УАЗ”-буханка һатып алдыҡ. Автомашиналарҙың тәүгеһенә водитель - Юнир Зөбәйеров, һуңғыһына Владимир Мозер (һүрәттә) идара итә.
- Әңгәмә башында предприятиеның уңышы коллективтың тырышлығы һөҙөмтәһе булыуы хаҡында һүҙ булғайны. Һөнәри байрамығыҙ уңайынан кемдәрҙе билдәләп үтер инегеҙ?
- Бер кемде лә айырып билдәләү мөмкин түгел, сөнки коллектив ҙур, һәр кем үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Бары тик ҙур стажға эйә булғандарҙы атап үтергә теләйем. Улар: ҡаҙанлыҡ мастеры Павел Ткачёв, ПТО инженеры Наталья Соколова, һыу үткәргес-канализация хужалығы инженеры Александр Пальгов һәм мастеры Илдар Сабитов, ҡаҙанлыҡ мастеры Шакир Хәкимов, йылылыҡ селтәрҙәре бригадиры Александр Швецов, КИП слесары Владимир Ермолаев, ҡаҙанлыҡ операторҙары Ривиль Шәмсетдинов менән Валентин Небогатов, газ хеҙмәте слесарҙары Рөстәм Ғәббәсов менән Владимир Герт, “Водоканал”дан бригадир Илгиз Манапов, иретеп йәбештереүсе Роман Муллағолов, слесарҙар Азамат Йәғәфәров менән Радик Ғәлиев, экскаваторсы Мөхәмәт Кәбиров, “МТЗ-82” тракторсыһы Сергей Бочкарёв, водителдәр: Сергей Феоктистов, аталы-уллы Александр менән Анатолий Сазановтар.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ- хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, ғаилә именлеге, байрам кәйефе теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.

Хеҙмәттәре – тормош уңайлыҡтары булдырыу
Хеҙмәттәре – тормош уңайлыҡтары булдырыу
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: