+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2023, 13:05

Тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндерәләр

Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә районда билдәлелек яулаған “Элегант” ательеһы 2000 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлағайны. Шәхси эшҡыуар үҙмәшғүл Любовь Николаевна Куликова ойошторған был предприятие үҙ эшмәкәрлеген өҫ һәм аяҡ кейемдәре йүнәтеү-ремонтлау нөктәһе булараҡ ҡына башлап ебәргәйне.

Тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндерәләр
Тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндерәләр

Бөгөн иһә предприятиеһын киңәйтеп, башлаған хеҙмәтенә тағы ла махсус аппарат ярҙамында мендәр (яҫтыҡ) мамыҡтарын таҙартыу, йәғни яңыртыу (кәпрәндәрен үҙе тегә), заказ буйынса түшәк комплекттары, мендәр тышлыҡтары (Пакистан туҡымаларынан) тегеү, курткаларҙың замоктарын алыштырыу, кейем-салбарҙарҙы ҡыҫҡартыу өҫтәлеп, эшмәкәрлеген уңышлы ғына алып бара. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеп, халыҡ араһында үҙенә ҡарата ныҡлы ышаныс уятып, ихтирам яуланы.
Хәҙер был предприятие Фрунзе урамы, 39/1 адресы буйынса подвал бинаһында эшләй.
- Клиенттар беҙҙән ҡәнәғәт булып китһен өсөн уларҙың ышанысын аҡларға тырышып, заказдарҙы сифатлы һәм оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙ эшләйбеҙ. Эшемдә тормош иптәшем Альберт Яхин – ҙур ярҙамсым, - ти Л.Куликова.

Тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндерәләр
Тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндерәләр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: