+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2023, 12:20

Ҡаһармандар ерҙә тыуа

Фәрүәт Яҡупов бала саҡтан хәрби кеше булырға хыяллана, хәрбиҙәр тураһында бер китапты ла ҡалдырмай уҡып бара. Йәше еткәс армияға китә. Бына шунда асыҡлана ла инде: яҙмыш уға Тыуған иленә йәне-тәне менән бирелгән һалдат тормошо ғына түгел, ҡаһармандар бейеклеге насип иткән... Әле йәше ҡырҡҡа ла етмәгән кисәге ауыл малайы, бөгөн буй етмәҫлек бейеклекә күтәрелгән баһадир кем ул?

Ҡаһармандар ерҙә тыуа
Ҡаһармандар ерҙә тыуа

- Фәрүәт Абдулла улы, тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙән бушанып, тыуған яғығыҙға, ата йортона йыш ҡайтып тораһығыҙ, ахырыһы?
- Эйе, йәйге ялдарымды ғаиләм менән йыл һайын ауылда үткәрәм. Ата-әсәйемә бесән эшләшеү, туғандарым менән күрешеү, балыҡ ҡармаҡларға йөрөү – иң шәп ял, минеңсә.
- Ә бит ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерегеҙ ситтә үткән. Тыуған яҡҡа бөтөнләйгә ҡайтыу теләге юҡмы?
- Мин – һалдат. Шул юлды һайлағанмын икән, аҙаҡҡаса барырға тейешмен. Икенсенән, ике улым үҫеп килә: олоһона 9 йәш, икенсеһенә өс ай ғына әле. Уларҙы аяҡҡа баҫтырырға, тейешле тәрбиә, белем бирергә лә бурыслымын. Минең һөнәремдең ауылда кәрәге юҡ һәм кәрәкмәүе һәйбәт тә.
- Һеҙ әлеге көндә СОБР – махсус тиҙ реакция отрядында эшләйһегеҙ. Унда теләһә кемде ҡабул итмәйҙәр, һайлап алыу ныҡ көслө. СОБР һуғышсыһы булыу өсөн ниндәй “иләктәрҙән иләнергә” кәрәк?
– Унда буйһынға таҙа, юғары белемле ир-егеттәрҙе алалар. Тәүҙә әңгәмәләшеү, физик әҙерлек буйынса тест, психологик тест үтергә кәрәк. Бындай һынауҙарҙы күптәр үтә алмай. Шуларҙы йырып сыға алһаң, медицина тикшереүенә ебәрәләр. Был да ғәҙәти медосмотр түгел, үтә ентекле башҡарыла. Һау-сәләмәт тип табылаһың икән, өс ай әҙерлек үтәһең. Унда барыһын да утлы ҡоралдар менән эш итергә (огневая тактика), махсус тактикаға, йәғни бейек урындарға үрмәләргә, һыуҙа, һауала алышырға, транспортҡа идара итергә, төрлө халыҡтарҙың ҡул һуғышы серҙәренә һәм башҡа күп һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Мин үҙем әле ошо мәктәптә тактика буйынса инструктор ҙа булып торам.
- СОБР һуғышсыһының көндәлек эше нимәнән ғибәрәт?
- Беҙ бишәр кеше өс көнгә бер дежурҙа булабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур ҡалала ябай милиция ғына йырып сыға алмаған төрлө хәлдәр булып тора – беҙ шунда булабыҙ. Ҡалған көндәрҙә тренажер, спорт залдарында шөғөлләнәбеҙ, теләгән кеше китапханаларҙа ултыра – ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең үҫеш өҫтөндә эшләйбеҙ.
- Афғанстандан беҙҙең ғәскәрҙәр сығарылыуға ла байтаҡ булып китте. Әлегәсә был һуғыштың бер кемгә лә кәрәкмәгәнлеген, 10 йыл буйына күпме йәш ғүмерҙәрҙең юҡҡа өҙөлөүен һөйләйҙәр...
- Һалдат тыуған иленә тоғролоҡҡа ант биреп ҡулына ҡорал тотҡан икән, приказға буйһонмаҫҡа хаҡы юҡ, ҡайҙа ҡушһалар, шунда бара. Ут эсендә саҡта бөгөнгөһө, әлегеһе ҡиммәт, һин дошманыңды йәлләп торһаң, ул һине аяп тормаясаҡ.
- Чечняла һуғыш башланғаны бирле йәмәғәтселек уға ҡарата төрлө фекерҙә. Милли республикаларҙа: “мосолман ҡәрҙәштәрҙе бер-береһенә ҡаршы һуғыштырыу” тигән ҡараш көслө...
- Һуғыш – һуғыш инде ул. Бая әйткәнемсә, унда уйланып торорға форсат юҡ, әлегеһе ҡиммәт. Әйтәйек, былар минең ҡәрҙәштәрем бит, тип, бер мосолман егете чечендар яғына йүгерҙе, ти. Уны кем ҡолас йәйеп ҡаршы алһын? Бындай кешене элек-электән “һатлыҡ йән” тиҙәр. Ә беҙҙең башҡорт, татар егеттәренән бына тигән һалдаттар сығыусан. Яуҙан алыҫта, аулаҡлап төрлө уйҙар уйларға булалыр, әммә һалдат тормошоноң үҙ ҡанундары. Башҡаларҙы һаҡлар өсөн беҙ иң тәүҙә үҙ-үҙебеҙҙе һаҡлайбыҙ.
- Хәҙер йәштәр араһында иркәләнеп кенә үҫкән “әсәй малайҙары” күп...
- Армия егеттәр өсөн оло сынығыу мәктәбе икәнен оноторға ярамай. Һәм һәр егет, һаулығы ҡушһа, әлбиттә, һалдат һурпаһын эсергә бурыслы, минеңсә. Ә сибектәргә килгәндә инде, төрлө ғәскәрҙәр бар бит. Бары тик һалдатҡа алғанда һайлап алыу ентеклерәк булырға тейеш. Һәр кемдең физик үҫешенә, интеллектына һәм башҡаларға ярашлы бүлеү бик дөрөҫ булыр ине.
- Йәш егеттәргә был йәһәттән ниндәй кәңәштәр әйтерһегеҙ?
- Рухи һәм физик яҡтан көслө булырға тырышһындар, сыныҡһындар. Һау-сәләмәт булыу, айыҡ аҡыл, көслө ихтыяр армияла ғына түгел, тормошта ла һәр саҡ кәрәк бит.
- Фәрүәт Абдулла улы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Әллә ниндәй осор килде: көндән-көн нығыраҡ океан аръяғы, Көнбайыш тормошона күҙ һалырға, аҙымдарыбыҙҙы уларға яраҡлаштырырға әүәҫләнеп киттек. Ана бит, бер туҡтауһыҙ сит ил “боевиктары” ҡарап, беҙҙең өсөн ят-яһалма геройҙарға табынып, тотош бер быуын үҫеп килә. Чапаевтар, Панфиловтар, Матросовтар йәш быуын өсөн – үткән заман. Үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан, бөгөнгө заман ҡаһармандары етешмәйҙер, бәлки? Ә бит бар батырҙарыбыҙ, бар! Яҡташыбыҙ, милиция капитаны Фәрүәт Яҡупов – шуларҙың береһе. Тик үҫеп килгән йәш быуын өлгө алһын, ололар ғорурланһын өсөн уларҙы белергә һәм улар өлгөһөндә тәрбиәләргә генә кәрәк.
Зифа ҒАЙСИНА.
(“Табын” гәзите, 6 сентябрь, 1997 йыл).

Ул төндә (1992 йылдың 7 июне) бортында 6 экипаж ағзаһы һәм 118 пассажир булған ТУ-154 самолеты Грозныйҙан Мәскәүҙең Внуково аэропортына төшөп ултыра. Шунда уҡ дежур часҡа был һауа карабының бөтә кешеләре менән террорист тарафынан аманатлыҡҡа алынғанлығы хаҡында хәбәр килә. Террорист граната шартлатыу менән янап, самолетты Төркиәгә алып китеүҙе талап итә. Тревога бу-йынса күтәрелгән төркөм, уның составында Фәрүәт Яҡупов та була, тиҙ арала ваҡиға урынына килеп етә.
Яҡупов һәм уның командиры йәшеренеп кенә пилот кабинаһына үтеп инә һәм ишек янында позиция ала. Террорист пассажирҙар салонына үтеп, кабинаға яҡынлашҡас, Яҡупов ҡапыл ишекте асып ебәрә һәм үҙ кәүҙәһе менән ышыҡлап, командирға енәйәтсегә төҙәп атырға мөмкинлек бирә. Террористың ҡулынан чекаһы алынған граната төшөп китә. Фәрүәт Яҡупов күп уйлап тормай, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кәүҙәһе менән гранатаны ҡаплай һәм уны асыҡ тәҙрә аша тышҡа ырғыта.
Операция уңышлы тамамлана, пассажирҙар ҙа, экипаж ағзалары ла зыян күрмәй.

Ҡаһармандар ерҙә тыуа
Ҡаһармандар ерҙә тыуа
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: