+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2023, 10:00

“Үҙемде хәрби хеҙмәткә бағышлаясаҡмын...”

Күрше Бурлы урта мәктәбендә уҡыған йылдарҙа минән дүрт йәшкә бәләкәйерәк булған Фәрүәт Яҡупов иптәштәренән әллә ни айырылмаған да кеүек ине.

“Үҙемде хәрби хеҙмәткә бағышлаясаҡмын...”
“Үҙемде хәрби хеҙмәткә бағышлаясаҡмын...”

1974 йылдың майында хәрби хеҙмәттән запасҡа ҡайтҡас, миңә Бурлы мәктәбенең 9-сы класс егеттәре менән биш көнлөк хәрби-ялан йыйынында ҡатнашырға тура килде. Араларында оҙон буйлы, таҙа кәүҙәле Фәрүәт, төрлө нормативтарҙы юғары кимәлдә үтәп, район “Хәрби әҙерлек нигеҙҙәре” уҡытыусыларын, шулай уҡ был йыйында ҡатнашҡан сержанттарҙы таң ҡалдырҙы.
Күп балалы ғаиләлә оло бала булараҡ барлыҡ йорт мәшәҡәттәре уның иңенә төшә. Физик яҡтан сынығып үҫкән Фәрүәт, 7-се класты тамамлағас та урып йыйыу осоронда райондың алдынғы комбайнсыларының береһе булған атаһы Абдулла Хәмзә улының ышаныслы ярҙамсыһы була. Әйткәндәй, аталы-уллы эшләгән был звено район комбайнсылары араһында иң юғары күрһәткестәргә өлгәшеп, бер нисә тапҡыр “Ураҡ чемпионы” тип таныла.
1975 йылда урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Силәбе хәрби училищеһына документтарын тапшыра. Тик конкурстан үтә алмай, шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй. Үҙ алдына “мин барыбер ғүмеремде хәрби хеҙмәткә бағышлаясаҡмын” тигән маҡсат ҡуя.
Йәнә бер йылдан Өфөләге ДОСААФ мәктәбен уңышлы тамамлай һәм шул уҡ йылдың көҙөндә Совет армияһы сафына саҡырыла. Ил алдындағы бурысын ул алыҫ Монголия Халыҡ Республикаһында үтәй, взвод командиры вазифаһына тиклем күтәрелә. Прапорщиктар әҙерләү мәктәбен тамамлап, контракт буйынса хәҙмәткә ҡала. 1983-1985 йылдарҙа афған һуғышында ҡатнашҡан Фәрүәт Яҡупов бер бәрелештә ҡаты яралана. Яралары төҙәлеү менән йәнә һуғышҡа керә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике миҙал менән бүләкләнә. Афған һуғышында сыныҡҡан Фәрүәт 1994-1996 йылдарҙа Төньяҡ Кавказда барған локаль һуғыштарҙа ҡатнаша.
Фәрүәт Абдулла улының батырлыҡтары хаҡында һөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк түгел. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү юридик институтын тамамлаған Фәрүәт Абдулла улына Мәскәү өлкәһе Эске эштәр идаралығының ОМОН бүлексәһе етәксеһе, махсус тиҙ реакция отрядында (СОБР) эшләргә тура килә. Ил алдындағы бурыстарын үтәүҙә күп тапҡырҙар батырлыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткәне өсөн 1995 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин Указы менән Фәрүәт Абдулла улы Яҡуповҡа Рәсәй Геройы исеме бирелә. Әйткәндәй, был юғары исемгә Фәрүәт Абдулла улы Башҡортостанда беренселәрҙән булып лайыҡ була. Чечен һуғышында башы ҡаты яраланған яугирға байтаҡ ваҡыт госпиталдә дауаланырға, күп һанлы ҡатмарлы операциялар үткәрергә тура килә.
Полиция подполковнигы яратҡан тормош иптәше Ирина Николаевна менән Ренат һәм Руслан исемле ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе. Ике улы ла юғары юридик белем алып, атайҙары юлын дауам итә, эске эштәр бүлегендә эшләп йөрөйҙәр.
Фәрүәт мөмкинлек сыҡҡан һайын тыуған ауылына ҡайтырға тырышты. Бер ҡайтыуында Ҡормантау мәктәбе музейында уға арналған стенд булыуын ишетеп, атаһы Абдулла ағай менән мәктәпкә килделәр. Үҙен онотмауҙары, ошондай йөкмәткеле стенд өсөн мәктәп етәкселеге һәм шәхсән миңә рәхмәт әйтте. Үҙе хаҡында бик күп мәғлүмәт тупланған хәрби журнал, фотолар ҡалдырып, стендты тағы ла тулыландырҙы.
Ике улын да оло тормош юлына сығарып, отставкага сыҡҡас, тыуған нигеҙенә ҡайтып төпләнеп йәшәргә хыялланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәрүәт Абдулла улының ғүмере ҡыҫҡа булды. Геройҙы тыуған төйәгендә, Бурлы ауылы зыяратында ерләнеләр. Башҡортостан, ғөмүмән, тотош Рәсәй халҡы өсөн ҙур юғалтыу булды.
Иҫән булһа, 20 мартта күренекле яҡташыбыҙ үҙенең 65 йәшлек матур юбилейын билдәләр ине. Район хакимиәте батырҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. Фәрүәт Абдулла улы белем алған Бурлы мәктәбенә уның исеме бирелде, мәктәп бинаһы стенаһына таҡтаташ ҡуйылды. Мәктәп алдына ҡуйылған бюстҡа ҡарап, эргәһенән уҙған һәр кеше Геройҙың батырлығын иҫкә төшөрә. Район үҙәге Красноусол ауылы урамдарының береһенә Фәрүәт Яҡупов исеме бирелде, Геройҙар аллеяһына бюсы ҡуйылды. Рәсәй Геройы призына төрлө спорт ярыштары ойошторола. Тыуған көнө, юбилейы айҡанлы район мәҙәниәт һарайында, тыуған ауылы Бурлыла Хәтер кисәләре уҙғарылып килә. Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың Геройҙың атаһы – 95 йәшлек Абдулла Хәмзә улының хәлен белешеп тороуы ла оло ихтирамға лайыҡ.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны, Ҡормантау мәктәбе музейы мөдире.
Ҡормантау ауылы.

“Үҙемде хәрби хеҙмәткә бағышлаясаҡмын...”
“Үҙемде хәрби хеҙмәткә бағышлаясаҡмын...”
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: