+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2023, 10:20

Ғүмеренең һәр миҙгеле күркәм

Юлыҡ ауылында йәшәүсе, бар ғүмерен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә арнап, хәҙер хаҡлы ялдағы хөрмәтле мәғариф-ветераны Альмира Сабит ҡыҙы Юлмөхәмәтова ошо көндәрҙә 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Ғүмеренең һәр миҙгеле күркәм
Ғүмеренең һәр миҙгеле күркәм

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, яҙ ҡояшы бар донъяға йылылыҡ өҫтәп, көлтә нурҙарын йомарт өләшкән мәлдә 1948 йылдың 15 мартында Аҡташ ауылында Мәғрифә Сәлимгәрәй ҡыҙы менән Сабит Баймырҙа улы Ғайсиндар ғаиләһендә баш балалары булып донъяға килә Альмира. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, йәшләй генә вафат булғас, ғаиләлә иң өлкәне – өс һеңлеһенә (Алира, игеҙәктәр Таңһылыу менән Айһылыу) апай булараҡ, әсәһенең төп терәге-таянысы булып, ауыр эштәрҙә сынығып, ҡатҡыл, тәүәккәл, ҡыйыу булып буй еткерә. Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын 1975 йылда тамамлағас, Юлыҡ урта мәктәбендә был фәндәр уҡытыусыһы булып эшкә килә. Йәш мөғәллимәне мәктәп директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләп ҡуялар. Юлыҡ ауылының аҫыл егете – агроном һөнәрле Таһир Юлмөхәмәтов менән ғаилә ҡоралар.
40 йылдан ашыу ғүмерен (биш йылы (1989-1993 йылдарҙа) - директор вазифаһында) уҡытыусы һөнәренә бағышлаған ауыл килене һынатманы, уҡытыусы булараҡ та, шәхес булараҡ та абруй ҡаҙанды, ихтирам-хөрмәткә лайыҡ булды. Альмира Сабит ҡыҙы мәктәп менән етәкселек иткән йылда мәктәптең ике ҡатлы яңы кирбес бинаһының проект-смета документтары әҙерләнеп, төҙөлөш эштәре башлана. Мәктәп коллективы, беҙ, уҡыусылары өсөн абруйлы, алдынғы, яратҡан уҡытыусы булды ул. Көслө рухлы, тәүәккәл, ҡыйыу Альмира Сабит ҡыҙы үҙ эшмәкәрлеге дәүерендә бик күптәргә, шул иҫәптән беҙгә лә, төплө белем биреү менән бергә тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләп, йөрәк йылыһын, һәләтен биреп эшләгәнгә күңелебеҙҙә лайыҡлы урын биләне. Беҙҙең, уның тәүге сығарылыш уҡыусылары, мәктәпте тамамлауыбыҙға быйыл - 40 йыл. Айырылышыуға байтаҡ ваҡыт үтһә лә уҡытыусыбыҙ беҙҙең күңел түрендә һаҡлана, уның биргән кәңәштәре изге, тормошта маяҡ булып тора. Альмира Сабит ҡыҙы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, дәрестәр биреүҙе генә төп бурысы тип һанаманы. Уҡытыусыбыҙ-класс етәксебеҙ белем биреп кенә ҡалманы, һәр ваҡыт беҙҙең арала, беҙҙең менән төрлө сараларҙың уртаһында булды. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булдыҡ, класыбыҙ менән берҙәм, татыу булыуыбыҙ ҙа уҡытыусыбыҙҙан. Класта 37 бала инек, һәр беребеҙгә күңел асҡысы тапты, башланғыстарыбыҙға ҡанат ҡуйҙы, ата-әсәләр менән бер төптән эшләп, беҙҙе шәхес итеп тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Шуға ла татыубыҙ, мәктәп тамамлауыбыҙға дүрт тиҫтә йыл үтһә лә, һаман да класташтарыбыҙ, Альмира апабыҙ менән осрашып, телефондан шылтыратып, хәл белешеп торабыҙ. Үҙебеҙ хәҙер өлкән йәштә булһаҡ та, уҡытыусыбыҙ һаман да үҙ балаларылай күреп, ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып, беҙҙе төплө кәңәштәренән айырмай, уңыштарыбыҙ-ҡаҙаныштарыбыҙҙан ғорурлыҡ тойғоһо кисерә. Һәр ҡайһыбыҙ күңелебеҙгә ятышлы һөнәр һайлап, тормошта үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙ икән, был уның хеҙмәт емеше, класс етәксебеҙгә рәхмәтлебеҙ. Арабыҙҙа яратҡан уҡытыусыбыҙ өлгөһөндә юғары исемдәргә лайыҡ булыусылар байтаҡ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре, табибә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау отличниктары һәм башҡалар.
Уҡытыусы һәр заманда ла абруйлы һөнәр. Шуға матур итеп донъяһын да көтөргә, эште лә алып барырға өлгөрөргә кәрәк. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған педагогтың өйҙә торған саҡтары бик һирәк була. Ҡәйнәһе Нәжибә Хәбибрахман ҡыҙы - төп терәк-таянысы, балаларын тәрбиәләшеүҙә уның өлөшө ҙур була. Ҡәйнәһе менән дүрт тиҫтә йылдан ашыу әсәле-ҡыҙлы кеүек бер төптән булып йәшәнеләр. Ул 93 йәшкә етте, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаттылар. Төп эшенән тыш, политетәксе, агитатор булып, баҫыуҙарҙа халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу, илдә, районда барған ваҡиғалар менән таныштырыуҙар, һайлауҙарҙа ҡатнашыу һәм башҡаһы – уҡытыусы иңендә була. Бер нисә саҡырылыш рәттән Ҡауарҙы ауыл, район Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ та ул халыҡ араһында.
Эш һөйгәнде – ил һөйөр, ти халыҡ. Үҫеп килеүсе йәш быуынға төплө белем, тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙакәр эшләгәне өсөн А.Юлмөхәмәтованың намыҫлы хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, 1985 йылда мөғәллимәгә “Өлкән уҡытыусы”, 1998 йылда “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ.
Альмира Сабит ҡыҙы шәхси тормошонда ла уңған, бөтмөр хужабикә, яратҡан, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле инәй, ҡәҙерле өләсәй, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас барлыҡ күркәм сифаттарҙы үҙендә туплаған, һоҡланырлыҡ мөләйем зат та. Тормош иптәше Таһир Ситдыҡ улы менән илле йылға яҡын иңгә-иң терәшеп, татыулыҡта йәшәп, биш бала – ике ҡыҙ, өс ул тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар, юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Бөгөн балдан татлы 12 ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе булыу бәхетен кисереп йәшәйҙәр. Балаларының иң өлкәне - ҡыҙҙары - бер ул һәм ҡыҙҙың әсәһе - Гөлнара, район хакимиәтенең архив бүлегендә эшләй, улдары - ике ул һәм бер ҡыҙ атаһы Ринат (“Тере һыу” ЯСЙ-ендә водитель) икеһе лә ғаиләләре менән Красноусолда йәшәйҙәр, Юлайҙары - ике ҡыҙ атаһы, ғаиләһе менән - Салауат ҡалаһында (“Газпром нефтехим Салауат” ЯСЙ-ендә корпоратив һаҡ белгесе булып эшләй), ғаиләлә иң кесеһе – Нурзилә - бер ул һәм ике ҡыҙ әсәһе (әсәһенең юлын дауам итеп, мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта) ғаиләһе менән тыуған ауылы Юлыҡта төпләнгәндәр. Улдары Илнур ғына килендәре Римма менән ул һәм ҡыҙға атай-әсәй булып, матур итеп йәшәп ятҡанда уларҙы үкһеҙ етем ҡалдырып, йәшләй генә яҡты донъяны ҡалдырып китеүе уңалмаҫлыҡ яра һалды.
Юлмөхәмәтовтар – ауылдың өлгөлө ғаиләһе булып, тирә-яҡҡа нур сәсеп, ауылдың биҙәге булып балҡып ултырған йорттарында бәхетле ғүмер итәләр. Өйҙәрендә һәр ваҡыт ҡунаҡ көтөлгәндәй, яҡты йөҙлө, ихлас, йомарт хужаларҙың ишектәре һәр кемгә асыҡ, табындары һый-ниғмәттән һығылып тора. Урам тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йыл да илленән ашыу ҡаҙ һимертеп, ҡаҙ өмәләре үткәрәләр, мал-тыуарҙары, һарыҡтары ла ишле. Баҡсала йәшелсә, емеш-еләктәре ишелеп уңа, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, өйҙәрен гөлдәр биҙәй. Юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, Альмира Сабит ҡыҙы!

 

Ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Альмира Сабит ҡыҙы!
Һеҙҙе ҡояш нурҙары аҡ ҡарҙарҙан йәндәрҙе йылытҡан көндә яҡты донъяға килгән оло байрамығыҙ - тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ. Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, үҙ аяҡтарығыҙ менән йүгереп, балаларығыҙ, туғандарығыҙ менән бергә ғүмер итеүегеҙ һеҙҙе ифрат бәхетле итә. 75 йыл Хоҙай биргән ғүмерегеҙҙә күпме ауырлыҡтар күтәреп үткәнһегеҙ, ғазаптар кисергәнһегеҙ, һынмаған-һығылмағанһығыҙ, береһенән-береһе матур, ынйы бөртөгөндәй балалар үҫтергәнһегеҙ!
Бөгөн, беҙ, һеҙҙең уҡыусыларығыҙ, юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙ беҙҙең иң хөрмәтле, өлгө алырлыҡ кешебеҙ! Һеҙ биргән белемдәр, һеҙҙең өгөт-нәсихәттәрегеҙ беҙгә бөгөнгө ауыр тормошта ла дөрөҫ юлдан тайпылмайынса, гел алға барырға ярҙам итә. Үҙегеҙгә лә уҡыусыларығыҙҙың рәхмәттәренә төрөнөп, уларҙың ярҙамын тойоп йәшәргә яҙһын. Атасаҡ таңдарығыҙ – аяҙ, көндәрегеҙ – ҡояшлы, төндәрегеҙ тыныс булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, ғүмерегеҙҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, иҫән-именлектә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен...
Мөғәллим һеҙ – ғилем таратыусы,
Хеҙмәтегеҙ сикһеҙ рәхмәтле.
Шуға күрә Хоҙай Тәғәлә лә
Мулдан биргән һеҙгә хөрмәтте...
1983 йылғы (1966 йылғылар) сығарылыш уҡыусыларығыҙ.

Ғүмеренең һәр миҙгеле күркәм
Ғүмеренең һәр миҙгеле күркәм
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: