+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март 2023, 13:30

Иҫкәртеү саралары үтте

Район биләмәһендә “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһы барышында 21 рейд үткән.

Иҫкәртеү саралары үтте
Иҫкәртеү саралары үтте

Гәзиттә алдан хәбәр итеүебеҙсә, 6 марттан 19-ына тиклем республика биләмәһендә “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙҙы.

Сара урман фонды территорияһында урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙы, ағастың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү маҡсатында уҙғарыла. Иҫкәртеү сараларында Урман хужалығы министрлығы, полиция, дәүләт техник күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт урман инспекторҙары, казак йәмғиәттәре, башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнашҡан.

Район биләмәһендә “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһы барышында 21 рейд үткән. Рейд уҙғарыусы комиссия составында Ғафури урмансылығы хеҙмәткәрҙәренән тыш, хоҡуҡ һаҡлау органдары, дәүләт техник күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, Табын казактары йәмғиәте вәкилдәре лә булған. Операция ваҡытында районда законһыҙ урман ҡырҡыусы 1 кеше тотолған, уға енәйәт яуаплылығы янауы тураһында хәбәр иттеләр Ғафури урмансылығында.

Урмандарҙы һаҡлау буйынса оператив-иҫкәртеү саралары һәр квартал һайын уҙғарыла, законһыҙ урман ҡырҡыуҙы булдырмау өсөн был рейдтарҙың файҙаһы ҙур. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ янай. Граждандарға – 3-4 мең, юридик шәхестәргә 200-500 мең һум штраф һалына. Еребеҙҙең “йәшел ҡалҡаны” урмандарҙы һаҡлайыҡ, райондаштар!

#нацпроекты

Иҫкәртеү саралары үтте
Иҫкәртеү саралары үтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: