+15 °С
Болотло
Бөтә республиканан иң көслө, етеҙ һәм һығылмалы мәктәпкәсә йәштәге балалар үҙ көсөн һынап ҡарарға һәм иң яҡшыһы исеме өсөн көрәшергә йыйылды. Йәш спортсылар биш дисциплинала көс һынашты: йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, туп ырғытыу, «мөйөш» һәм алға эйелеү. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса Красноусол ауылындағы «Тирәккәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Дәүләтбаев Тамерлан иң яҡшы өсәү иҫәбенә инде һәм почетлы өсөнсө урынды алды. Йәш «гагаринсы», уның уҡытыусылары Фәнүзә Садиҡова, Светлана Ковальская, Елена Жаркова һәм ата-әсәләрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Яңы еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!
#Гафурийскийрайон #Ғафурирайоны #мыгагаринцы #успехкаждогоребенка #нацпроектобразование #нацпроект #национальныепроекты #нацпроектбашкортостана