Ҡәҙерле ата-әсәһе Ринат Ғилметдин улы менән Хәлиҙә Муса ҡыҙының, ҡатынының, улдарының, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондарының хәрби комиссары Фәйруз Ғимаҙиев, Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Сергей Иванов, Шайморатов исемендәге батальондың миномет батареяһы командиры Виктор Арсламбеков аҙаҡҡаса үҙ бурысына һәм Ватанына тоғро ҡалды, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, һәр кемдең күңелендә намыҫлы, үҙ иленең ысын патриоты һәм Ватанының батыр улы булып мәңгегә һаҡланыр, тинеләр.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә үҙ-үҙен аямай, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән ысын Герой Илдус Ринат улы үлгәндән һуң (5 мартта һәләк булған) Батырлыҡ орденына лайыҡ була. Был награда ата-әсәһенә тапшырылды. Яугир Мораҡ ауылында тыуып үҫкән, ошонда уҡыған, махсус хәрби операцияға алынғанға тиклем ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән.
Герой Мораҡ ауылы зыяратында ерләнде. Тыныс йоҡла, батыр яугир!
И.ӘЛИБАЕВА.