+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2023, 18:50

Батырлыҡ дәресе

19 мартта илдә һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүсе диңгеҙселәр көнө билдәләнде. Иҫтәлекле дата алдынан 17 мартта район үҙәгендә лә саралар үтте. Улар Красноусол ауылындағы “Диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға” обелискыһына сәскәләр һалыу менән башланып китте.

Батырлыҡ дәресе
Батырлыҡ дәресе

Уҙған йәй асылған күркәм обелиск янына байтаҡ кеше йыйылғайны. Улар араһында хәрби-диңгеҙ флоты формаһы кейгән төрлө йәштәге ир-егеттәр, район хакимиәте һәм район Советы вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, хәрби хәрәкәт ветерандары, “Йәш армия”, “Десант” хәрби-патриотик ойошмалары ағзалары булды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы ярҙамсыһы, 2-се ранг капитаны В.И.Герасимов йыйылыусыларға һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр көнө тураһында һөйләгәндән һуң, обелискыға сәскәләр һәм веноктар һалынды.
Сараның төп өлөшө ра-йон мәҙәниәт һарайында үтте. Фойела “Диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға” тип исемләнгән китаптар һәм фотоһүрәттәр күргәҙмәһе ҡуйылды. Тамаша залына моряк-ветерандарҙан тыш, Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы студенттары, район үҙәге мәктәптәренең 10-11-се класс, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдағы 3-сө мәктәптең кадет класы уҡыусылары һәм башҡалар йыйылғайны. Алып барыусы Елена Николаева сараны асып, тәүге һүҙҙе В.И.Герасимовҡа бирҙе. Ул залда йәштәрҙең күп булыуына ҡыуанысын белдерҙе һәм киләсәктә улар араһынан да яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләп, юғары хәрби уҡыу йорттарына кереүселәр, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә контракт хеҙмәтенә баҫыусылар булыр тип өмөтләнеүен әйтте.
- Әгәр ошо ышанысыбыҙ аҡлана икән, тимәк, хәрби-патриотик йүнәлештәге эшебеҙҙең һөҙөмтәһе бар. Тыуған илебеҙгә, шул иҫәптән Хәрби диңгеҙ флотына ла, офицерҙар, прапорщиктар, һалдат һәм сержанттар бик кәрәк. Ҡораллы Көстәр ветерандары уларҙың эшен дауам итеүселәр булырына ҙур өмөт бағлай, - тине Владимир Ильич.
Ветеран-моряктарҙы һәм йәштәрҙе махсус хәрби операция-нан ҡайтҡан яугирҙар, Шайморатов генерал ордены кавалерҙары капитан Виктор А. һәм Илдус Н. сәләмләне. Улар уҡыусыларҙы Рәсәй, Башҡортостаныбыҙ тарихын ныҡлы өйрәнергә, бай тарихыбыҙ менән ғорурланырға саҡырҙы.Уларҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Сарала шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Диңгеҙ сиктәрен һаҡлаусыларға” обелискыһын төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан диңгеҙ пехотаһы өлкән сержанты Ирек Ғәлиәхмәтов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариаты вәкиле Игорь Ступников сығыш яһаны. Игорь Александрович балаларҙың, Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә һәм профилле училищеларға уҡырға нисек инергә, ҡыҙҙар флотта хеҙмәт итә аламы, тигән һорауҙарына яуап бирҙе. Һуңынан һыу аҫты кәмәләре ветерандары һүҙ алды.
Марат Кәшфулла улы Йән-бәков, 3-сө ранг капитаны: - Мин стратегик тәғәйенләнештәге ракета һыу аҫты крейсерында хеҙмәт иттем. Был хеҙмәтте саҡырыу буйынса түгел, аңлы рәүештә һайланым! Һыу аҫты кәмәләренең 25-се дивизияһының 2-се флотилияһында булдым, уның базаһы Камчаткала урынлашҡан ине. Миңә ике - СССР-ҙың Хәрби-диңгеҙ флоты һәм РФ Хәрби-диңгеҙ флоты флагтары аҫтында хеҙмәт итергә тура килде. Хәрби моряк хеҙмәте - бик ҡатмарлы, яуаплы, шул уҡ ваҡытта романтик хеҙмәт, унан ҡурҡырға кәрәкмәй, - тине Марат Кәшфулла улы. - Рәсәй флотының мөмкинлектәре йылдан-йыл киңәйә, уның донъя океанындағы позициялары көсәйә бара. Яңы караптар һәм кәмәләр, шул иҫәптән ҙур атом һыу аҫты крейсерҙары сафҡа инә.
Ришат Дауыт улы Мәхмүтов, 1-се статья старшинаһы: - К-451 атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү - тормошомдоң сағыу һәм онотолмаҫлыҡ бите. Мин өс тапҡыр “автономкала” - аҙналар һәм айҙарға һуҙылған алыҫҡа йөҙөүҙә булдым. Экипаж ер шарының төрлө мөйөштәрендә мөһим хәрби бурыстарҙы үтәп, барыһына ла әҙер ине. Күп йылдар үтһә лә, атом һыу аҫты кәмәһендәге хеҙмәт хәтирәләре минең өсөн иң сағыу һәм ҡәҙерле булып ҡаласаҡ!
Ришат Дауыт улы зал-дағыларҙы хәрби экспонат - Советтар Союзының тәүге атом һыу аҫты кәмәһе К3-тең флагын күрһәтеп хайран ҡалдырҙы. Диңгеҙҙең тоҙло елдәренән ашалған флагты яңыһына алыштырған саҡта, кемдер уны ташламауҙарын һорап алып ҡалған. Шунан бирле Р.Мәхмүтов уны ҡәҙерләп һаҡлай. Флагты күрһәткәндән һуң, СССР-ҙың иң беренсе атом һыу аҫты кәмәһе тураһында совет йылдарындағы архив кадрҙарын күрһәтте.
Сергей Александрович Кочешков, 1-се статья старшинаһы: - 1996 йылда хәрби хеҙмәткә алындым, Балтика флотының 25-се һыу аҫты кәмәһе бригадаһында хеҙмәт иттем. 877-се проект бу-
йынса төҙөлгән “Палтус” йәки “Варшавянка” һыу аҫты кәмәләрендә йөрөнөм.
Сергей Владимирович Ваганов, 1-се статья старшинаһы: - Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандан һуң Төньяҡ флотҡа эләктем, донъялағы иң ҙур субмарина - “Акула” атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иттем. Ул рус полководецы Дмитрий Донскойҙың исемен ғорур йөрөтә. Оҙонлоғо 175 метр. Кәмәлә 20 баллистик ракета урынлаштырылған. Мин унда Төньяҡ ҡотопта ла булдым. Ике ракета атыуында ҡатнаштым. Төньяҡ диңгеҙе бик матур, айырыу-
са төньяҡ балҡышы мине хайран ҡалдырҙы.
Ғәйәр Ғәфүрйән улы Килмөхәмәтов, 1-се статья старшинаһы: - Хәрби уҡыуҙы Кронштадтта Фин ҡултығында үттем, ә хеҙмәт итергә бөтөнләй икенсе яҡҡа - Төньяҡ флотҡа эләктем, унда Б13 дизель-электр кәмәһендә йөҙҙөм. Беҙҙең база Мурманск өлкәһенең Полярный ҡалаһында урынлашҡайны. Һыуыҡ һәм матур Баренц диңгеҙен, поляр төндәрҙе бер ҡасан да оноторлоҡ түгел. Экипажыбыҙ бер нисә тапҡыр алыҫҡа автономлы йөҙөүгә сыҡты. Ярты йыллап походтарҙа йөрөнөк. Ярты Ер шарын урап, Мысырҙағы Александрия ҡалаһындағы совет базаһына тиклем барып еткән саҡтар булды.
Хәрби-патриотик са-ра барышында башҡа Ғафури диңгеҙселәре лә хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уларҙы тыңлап уҡыусылар һәм студенттар араһында хәрби караптарҙа һәм субмариналарҙа диңгеҙҙәр, океандар гиҙеү тураһында хыялға бирелеүселәр ҙә булғандыр.
Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Ке-йекбаев үҫеп килгән быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙемлеге, Ватан флоты тарихын һәм Башҡортостандың хәрби данын пропагандалағаны өсөн һәм һыу аҫты кәмәләре диңгеҙселәре көнө айҡанлы Сергей Ваганов, Андрей Кулагин, Сергей Кочешков, Ришат Мәхмүтов, Флүр Сатлыҡов, Ғәйәр Килмөхәмәтов, Ирек Ғәлиәхмәтов, Марат Йәнбәков, Владимир Герасимовҡа һәм ра-йон ветерандары советы рәйесе Эльвира Мөлөковаға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сараны ойоштороусылар - ра-йон хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге, хеҙмәткәрҙәре, районыбыҙҙың диңгеҙсе ветерандары йәмғиәте активистары айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Уларҙың берҙәм эше һөҙөмтәһе бик күп ҡунаҡтар, ҡыҙыҡлы сығыштар, фильмдар, концерт номерҙары булды. Хәрби-патриотик сара уҡыусылар өсөн эҙһеҙ үтмәҫ, хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанғы килә.

Мария Судальцева фотолары.

Батырлыҡ дәресе
Батырлыҡ дәресе
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: