+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2023, 19:45

Эшләгән эштәр ҙә, эшләнәсәктәре лә күп

Красноусол ауыл биләмәһе ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы мартта Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең тамаша залында үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, ойошма-предприятиелар, төрлө хеҙмәттәр етәкселәре, ауыл Советы депутаттары, старосталар, әүҙемселәр ҡатнашты.

Эшләгән эштәр ҙә, эшләнәсәктәре лә күп
Эшләгән эштәр ҙә, эшләнәсәктәре лә күп

Йыйылыусылар алдында Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Юлай Мәүлембирҙе улы Нәзиров төп – 2022 йылға отчет доклады менән сығыш яһаны һәм өлгәшелгән уңыштарҙы барланы.
- Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе районыбыҙҙа иң ҙур муниципаль берәмек булып тора. Биләмәгә ҡараған биш ауылда – Красноусол, Курорт, Аҡташ, Пчелосовхоз, Заречныйҙа 5310 йорт-хужалыҡ булып, халыҡ һаны 13325 кеше иҫәпләнә. Шуларҙан пенсионерҙар – 4310, 18 йәшкә тиклемге балалар - 2074, яңғыҙ йәшәүселәр – 805, күп балалы ғаиләләр 381.
Эш менән “Красноусол” шифаханаһы, “Тепловодоснабжение”, “Красноусол торлаҡ-коммуналь хужалығы” МУП-тары, “Тере һыу”, “Красноусол” Башҡортостан минераль һыуын ҡойоу һәм табыу заводы”, “Усольскгазводпром”, “Красноусол минераль һыуы” ЯСЙ-ләре, РЭС, Газсервис, ДРСУ, Гип-Электро, бюджет ойошмалары (мәктәптәр, балалар баҡсаһы, район мәҙәниәт һарайы, үҙәк район дауаханаһы, балалар шифаханаһы, лесхоз һәм башҡалар) тәьмин итә. “Чижик”, “Магнит” кеүек ҙур магазиндар асылып, ауыл биләмәһендә йәшәүселәргә әҙме-күпме эш урындары булдырылған.
Ауыл кешеләре менән мал көтөүҙе ойоштороуға, төҙөкләндереүгә, янғын хәүефһеҙлегенә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға һәм башҡа мәсьәләләргә арналған 18 сход һәм 15 йыйылыш уҙғарылды.
Шулай уҡ һыу инеү осоро асылырҙан алда тыйылған “Полянский” күле, Төлкәҫ йылғаһы ярҙарында рейдтар үткәрелә. “Управдом” форумы үткәрелеп, унда төрлө: капиталь ремонтҡа аҡса йыйыу, йылытыу миҙгеленә әҙерлек һәм башҡа бик күп торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. “Йәшел Башҡортостан”, “Еңеү урманы” кеүек акциялар ойошторолдо һәм үткәрелде. “Йәшлек” паркы сүп-сарҙан таҙартылды, даими рәүештә йыһаздар, ҡапҡа, кәртәләр ремонтланды, иретеү-йәбештереү эштәре башҡарылды. Өс сүплек бөтөрөлдө. Ауылдарҙы яҡтыртыу буйынса ла туҡтауһыҙ эш алып барыла. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 115 яҡтыртҡыс ҡуйылды, өҫтәмә 726 яҡтыртҡыс алынды, 477 яҡтыртҡысҡа ремонт яһалды. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” бу-
йынса “МТЗ-82” тракторы алынды. 12 урында евро контейнерҙар урынлаштырылған майҙансыҡ булдырылды. Аҡташ, Пчелосовхоз, Красноусол ауылындарында барлығы 150 контейнер урынлаштырылды. Урындағы эшҡыуар Л.З.Сәйғафарова 92100 мең һумға Красноусол һәм Курорт ауылдарында һатыу павильоны төҙөтөп ҡуйҙы.
Уҙған йылда Ленин, М.Ғафури, Сәнәғәт, Блюхер, Калмыков, К.Маркс, Коммунистик, Калинин, Маяковский, Совет, Гагарин, Каширин, Фрунзе, Свердлов, Курорт, Тургенев урамдары юлдарының соҡорло урындарына, Йәштәр, Юбилей, Крупская, Чкалов, Фрунзе, Леваневский, Ҡыҙыл Яр, Аксаков, Ҡыҙыл армеец, С.Агиш, Яңы завод урамдарының юлдарына ремонт эшләнде һәм башҡа бик күп урамдарҙағы юлдарға подрядсы “Ингстрой” ЯСЙ-е, шәхси эшҡыуар Т.А.Гарбунова ойошмаһы ремонт яһаны. Шәхси эшҡыуар Кәримов М.Ғафури исемендәге майҙанда Яңы йылға сифатлы, матур итеп Боҙ ҡаласығы эшләп ҡуйҙы.
Беҙҙең ауыл биләмәһе территорияһында 318 эшҡыуар теркәлгән. Күп мәҙәни һәм спорт саралары үҙ эшен уңышлы алып барған эшҡыуарҙарҙың бағыусылыҡ ярҙамы менән үтә.
Үткән йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация башланып, беҙҙең ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияға 20 кеше юлланды, 2 офицер, 2-әү үҙ теләге менән һәм 7 егет Шайморатов һәм Дос-тавалов батальондарында хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алмаз Шафиҡов, Ринат Ҡаранаев батырҙарса һәләк булды. Бөгөнгө көндә өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Вилдан Шәрипов, Ғәбдрәхим Садиҡов, Таиф Зарипов арабыҙҙа булыуы шатлыҡлы, уларға ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
Биләмәлә 2022 йылда 8 имен булмаған ғаилә иҫәптә тороп, улар менән даими эш алып барыла. Күп балалы ғаиләләргә, 55 йәштән өлкән, мөмкинлектәре сикле кешеләргә 1678 янғын иҫкәрткес ҡоролмалар ҡуйылды. Үткән йылда 32 янғын осрағы теркәлеп, янғында өс кеше вафат булды.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”, НКО программалары буйынса бик күп эштәрҙе тормошҡа ашырып киләбеҙ. Быйыл “МТЗ-82” тракторына тағылма ҡорамалдар алып һәм Пугачёв урамында балалар майҙансығы урынлаштырырға планлаштырҙыҡ.
Шулай уҡ ауыл биләмәһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов етәкселегендәге район хакимиәтенә, ойошма, учреждение етәкселегенә, бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтке килә, - тип тамамланы сығышын Юлай Мәүлембирҙе улы һәм әүҙем эшләгән хеҙмәткәрҙәргә, бар яҡлап ярҙам иткән ойошма-предприятиеларға Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырып үтте.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов ағымдағы йылға пландарға туҡталып, янғын часы бинаһы төҙөлөшө, Красноусол быяла заводы бинаһы яҙмышын хәл итеү юлдарын эҙләүҙәре һәм башҡа эштәр тураһында һөйләп үтте. Шулай уҡ ултырышта Красноусол ауыл биләмәһе буйынса полицияның участка уполномоченныйы Азамат Тимерйән улы Кинйәбаев район эске эштәр бүлегенең эшмәкәрлеген барлап, профилактик эштәр, даими рейдтар тураһында һөйләне. Биләмә халҡын мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫ өсөн һаҡ булырға саҡырҙы. Йыйылышта шулай уҡ район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов сығыш яһап, район Советы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, мал, ҡош-ҡорт ауырыуҙарына ҡаршы прививкалар эшләтергә кәрәклеге тураһында аңлатып, төрлө ауырыуҙар таралмаһын өсөн уяу булырға саҡырҙы.
Асыҡ ултырыш һуңында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов сығыш яһап, райондағы хәл-торошҡа байҡау яһаны, төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлеүҙе әйтеп үтте һәм күп йүнәлештәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.
Ултырышта ауыл биләмәһе Советының 2022 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип табылды.

Эшләгән эштәр ҙә, эшләнәсәктәре лә күп
Эшләгән эштәр ҙә, эшләнәсәктәре лә күп
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: