-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2023, 09:25

Ваҡытында дауаланыу мөһим

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән 24 мартта Бөтә донъя туберкулёз менән көрәш көнө билдәләнә. Тап ошо көндә немец микробиологы Роберт Кох туберкулёзды килтереп сығарыусыны асыуы хаҡында иғлан итә.

Ваҡытында  дауаланыу мөһим
Ваҡытында дауаланыу мөһим

Был көн кешеләр туберкулёздың ғәйәт ҙур эпидемия икәнлеген белһен өсөн билдәләнә.
Туберкулёз – үпкә сире генә түгел, ул төрлө ағзаларҙы: тире, бөйөр, эсәк, күҙҙәрҙе зарарлай. Туберкулёз микобактериялары сирле кешенән һауына, башлыса, һауа-тамсы юлы менән йоға, шулай уҡ һауа-саң аша, ҡағылыуҙан, яралғыға күсеп тә (трансплацентар юл) йоғоуы ихтимал. Йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә микобактериялар һеләгәй тамсылары аша сирле кешенән һауына күсә.
Сирҙең тәүге билдәләре:
- 2 аҙнанан ашыуға һуҙылған оҙайлы йүтәл. Ҡоро йүтәл дә, ҡаҡырыҡ бүленгән, хатта ҡан ҡатыш йүтәл дә булыуы мөмкин;
- аппетит юғалыуы, тән ауырлығы кәмеүе;
- дөйөм йонсоулыҡ, тиҙ арыу, хәлһеҙлек, тирләү;
- әҙ генә физик көсөргәнештә лә тын ҡыҫыуы;
- ваҡыт-ваҡыт тән температураһы күтәрелеүе, күкрәктә ауыртыныу;
- күҙҙәрҙең был сиргә хас (биҙгәкле) ялтырап тороуы.
Был сирҙе иртәрәк асыҡлау маҡсатында беҙҙең илдә туберкулёзға профилактик тикшереүҙәр үткәрелә. Өлкәндәр өсөн ул – һөнәренә, һаулыҡ торошона һәм ниндәйҙер хәүеф төркөмөнә инеүенә ҡарамаҫтан, йылына кәмендә бер тапҡыр флюорография үтеп үпкәне тикшертеү. Балаларға, 12 айлыҡтан башлап – йыл һайын иммунологик тикшереү (Манту пробаһы, Диаскинтест).
Туберкулёзға ҡаршы вакциналар (БЦЖ һәм БЦЖ-М) менән иммунлаштырыу туберкулёзды специфик профилактикалау сараһы булып тора. Сабыйҙарға уны бала тыуҙырыу йорттарында уҡ, ғүмеренең тәүге көндәрендә яһайҙар. Балаға 7 йәш тулғас, Манту пробаһы кире һөҙөмтә бирһә, прививканы ҡабатлап яһайҙар.
Бөгөнгө көндә туберкулёз антибиотиктар менән бик уңышлы дауалана. Дауаланыу ярайһы оҙаҡ, айҙар буйы барырға мөмкин. Әммә һөҙөмтәһе һәйбәт була. Иң мөһиме – ваҡытында диагноз ҡуйыу. Шуға ла өлкәндәргә йыл һайын флюорография тикшеренеүен, ә балаларға Манту пробаһын үтеү бик мөһим.
Динә МОРАҘЫМОВА,
“БР-ҙа Гигиена һәм Эпидемиология үҙәге” ФБУЗ-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы
филиалы табип-эпидемиологы.

Ваҡытында  дауаланыу мөһим
Ваҡытында дауаланыу мөһим
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: