+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2023, 17:40

Уҡытыусылар династияһы

Уҡытыусылар династияһы, башҡа һөнәр династияларынан айырмалы булараҡ, үҙенсәлекле. Уларҙы яратҡан эшенә булған тоғролоҡ ҡына түгел, ә балаларҙы яратыу, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм башҡа бик күп кешеләр менән яҡшы мөғәләмәлә булыу ҙа берләштерә.

Уҡытыусылар династияһы
Уҡытыусылар династияһы

Минеңсә, педагог ул шундай кеше - уның тәртиплелегенә, намыҫлылығына, үҙ эшенә бирелгәнлегенә уға тапшырылған балаларҙың яҙмышы ниндәй юлдан китәсәге ныҡ бәйле. Был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙ өҫтөнә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанын аңларға тейеш. Әгәр үҙҙәренең эшен балалары дауам итергә уйлаһа, аҙаҡтан хата китеү осраҡтары күпкә кәмей, бындай аҙым һайлаған юлдың дөрөҫлөгөнә һәм ул белгестең үҙ көсөнә тулыһынса ышанғанлығына дәлил булып тора. Бөгөнгө яҙмамда тап шундай ғаилә тураһында һүҙ барыр.
Сығышы менән Еҙем-Ҡаран ауылынан булған Мөхлис Насибулла улы Биктимеров бөтә ғүмерен балаларға аң-белем, тәрбиә биреүгә арнай. 1914 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған Мөхлис, 1927 йылда тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, уҡыуын районда ҙур мәктәптәрҙән һаналған Оло Үтәш ете йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. 1930 йылда, мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Стәрлетамаҡ педагогия техникумына уҡырға керә. Тырышып уҡый ул. Өс йылдан һуң ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Үтәк ауыл советына ҡараған Туғай мәктәбенә уҡытырға ебәрәләр. Бында бер йыл эшләгәндән һуң, 1934 йылда уны Мораҡ башланғыс мәктәбенә эшкә күсерәләр. Ә 1936 йылдың сентябрь айында Ҡормантау башланғыс мәктәбе мөдире вазифаһында эш башлай. Әйткәндәй, тыуған ауылына әйләнгән Ҡормантау ауылы менән уның бөтә ғүмере бәйле. Ул ваҡыттарҙа һәр класта 35-40-ар бала белем ала. Класс системаһы буйынса уҡытылып, һәр класта бер уҡытыусы уҡыта. Күбеһе етем ҡалып, уҡыу ауыр бирелгән уҡыусыларға өҫтәмә дәрестәр үткәреп, ике йыл буйына бер класта ултырған уҡыусылар һанын бик күпкә кәметә.
1942 йылда фронтҡа китә. Күпмелер ваҡыт радист булып хеҙмәт иткән Мөхлис Насибулла улы Курск дуғаһында контузия алып, 2-се төркөм инвалид булып Ҡормантауға ҡайтып төшә. Ҡайтыу менән яратҡан эше - балалар уҡытыуға тотона. Бер нисә йыл Ғафури районы мәғариф бүлеге методисы булып эшләгәс, яңынан Ҡормантау мәктәбе мөдире булып эшкә ҡайта.
Принципиаль, шул уҡ ваҡытта үҙ эшенә ихтирам менән ҡараған Мөхлис Насибулла улы педагогик эшмәкәрлеген черчение, рәсем һәм хеҙмәт уҡытыуға арнаны. Минең үҙемә лә унан белем алырға тура килде. Беҙ, малайҙар, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ул ойошторған "Фото" түңәрәгенә лә йөрөнөк.
Әйткәндәй, 40 йыл педагогик хеҙмәт стажы булған һуғыш ветераны Мөхлис Насибулла улының ҡайһы бер балалары ла, атайҙарының һөнәрен һайлап, балаларға белем, тәрбиә бирҙеләр. 43 йыл педагогик стажы булған Ләлә исемле ҡыҙы байтаҡ йылдар мәктәптә уҡытҡандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар баҡсаһы мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты.
Ҡормантау мәктәбенең алыштырғыһыҙ директоры булып эшләгән Рим Мөхлис улының да, атаһы кеүек, 40 йыл педагогик стажы бар. Ойоштороу һәләте көслө булған Рим 1995 йылдан мәктәп директоры вазифаһын башҡарҙы. 1993 йылда яңы мәктәпкә нигеҙ һалынып, стеналары күтәрелгәндән һуң, финанс тотҡарлығы арҡаһында туктап ҡалған төҙөлөш эштәрен яңынан тергеҙеүгә иреште. Яңы типовой мәктәп файҙаланыуға тапшырылғас, уның урта мәктәп статусы алыуында Рим Мөхлис улының роле ҙур булды. Бер-нисә йыл эсендә мәктәп яны тәжрибә участкаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Алма ағастары араһында алты баш бал ҡорто умартаһы ла баҡсаға йәм өҫтәне. Гөл-сәскәгә күмелеп ултырған тәжрибә участкаһы Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Төрлө фәндәр буйынса уҙғарылған олимпиада күрһәткестәре бу-йынса ла мәктәп алдынғылар рәтендә булды. 1999 йылда ул "Йыл директоры" исеменә лайыҡ булһа, район мәғариф бүлеге уның тырыш хеҙмәтенә юғары баһа биреп, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2020 йылдың йәмле йәй айында уҡыусылар, мәктәп коллективы, ата-әсәләр араһында ҙур абруй ҡаҙанған Рим Мөхлис улының йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Урыны ожмахта булһын.
Тормош иптәше Фәнзилә Аскар ҡыҙы ла, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, балаларға татар теле һәм әҙәбиәтенән белем биреп, хаҡлы ялға сыҡты. Байтаҡ йылдар директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарған Фәнзилә Биктимерованың да хеҙмәт стажы 35 йыл. Икеһе лә "Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ булдылар. Уларҙың оло ҡыҙҙары Рүзилә Рим ҡыҙы Суфиянова, уҡытыусылар династияһын дауам итеп, ун алтынсы йыл Красноусолдағы 1-се мәктәптә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә.
Шулай итеп, өс быуын вәкиле Биктимеровтарҙың әлеге ваҡытҡа 170 йылдан ашыу педагогик стажы бар. Был ғаиләнең әле мәктәптә уҡып йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәре үҙҙәренең ата-бабалары эшен дауам итер, уҡытыусылар династияһы тағы бик күп йылдарға һуҙылыр, тип ышанам.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ,
мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
Ҡормантау ауылы.

Уҡытыусылар династияһы
Уҡытыусылар династияһы
Уҡытыусылар династияһы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: